Бөрйән урман хужалығы
Бөрйән урман хужалығы | |
Тип |
Урман хужалығы |
---|---|
Нигеҙләнгән йыл | |
Урынлашыуы |
Бөрйән урман хужалығы — урманды һаҡлау ойошмаһы. Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районындағы хужалыҡ.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөрйән урман хужалығы 1929 йылда Бөрйән урман сәнәғәте хужалығының прораб участкаһы булараҡ ойошторола. 1936 йылда Бөрйән урман хужалығы итеп үҙгәртелә. Уның составына Нөгөш (91159 га), Ҡана тамағы һәм Ағиҙел (64491 га) дачалары һәм урындағы әһәмиәткә эйә булған ерҙәр (136600 га) инә. Ҡана тамағы һәм Ағиҙел дачаларынан Ағиҙел һәм Бетерә урмансылыҡтары ойошторола.
Бөрйән урман хужалығы урмандарҙы янғындан һәм урман ҡағиҙәһен боҙоусыларҙан һаҡлай. 1956 йылда Көньяҡ Үҙән урман хужалығына, ә 1963 йылда Бөрйән урман сәнәғәте хужалығына ҡушыла. 1965 йылда киренән тергеҙелә.
Директорҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мерзляков (1931 йылдан)
- Елисеев А. Г. (1933 һәм 1939 йылдарҙан)
- Николаевский М. (1937 йылдан)
- Жаринов И. Ф. (1957 һәм 1965 йылдарҙан)
- Белозеров И. С. (1963 йылдан)
- Бобин С. Ф. (1968 йылдан)
- Прохоров Д. М. (1970 йылдан)
- Филиппов И. Ф. (1970 йылдан)
- Ишкинин Ф. Н. (1974 йылдан)
- һ.б.
1987 йылда юғары етештереү күрһәткестәре өсөн социалистик ярышта күсмә Ҡыҙыл байраҡ мәңгелек һаҡлауға тапшырыла.
Ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Күсмә Ҡыҙыл байраҡ (1987)
Хеҙмәт алдынғылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әминев Ағзам Яхъя улы (1 февраль 1933 йыл — 15 февраль 2015 йыл) — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы (19 октябрь 1994 йыл), ҡурайсы
Эшселәре тураһында матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 20 сентябрь 2020, Урман яҙмышы ышаныслы ҡулдарҙа[1]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бурзянский лесхоз // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 136. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.