Вайтим
Вайтим (алб. vajtim) йәки гема (алб. gjëmë, гег диалектендә gjâmë) — албандарҙа үлгәндәрҙе илау йолаһы, шулай уҡ уның менән бәйле фольклор жанры.
Көньяк Албанияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көньяҡ Албанияла, ғәҙәттәгесә, был йолала ҡатын-ҡыҙҙар ғына ҡатнашҡан, уларҙың һәр береһе поэтик текстты яҙып, мәрхүмде үлемдән терелтеҙе үтенә һәм уның нимәгә эйә булыуын һөләй, һуңынан хор рефрен башҡара. Элегерәк хәлле ғаиләләр профессиональ илаусыларҙы яллаған. 1670 йылда Ғосман сәйәхәтсеһе Элия Челеби Гирокастра өлкәһендә булғанда был йоланың шаһиты була[[1]:
Гирокастра йәшәүселәр үҙҙәренең вафат булған туғандарын ҡырыҡ йәки илле, ә ҡайсағында һикһән йылға тиклем ҡайғырып илайҙар. Һәр йәкшәмбелә мәрхүмдең туғаны ашығыс ҡулға һалынған өйҙә йыйыла һәм аҡса түләп ялланған илаусыларҙы саҡыра, улар ғәҙәттән шау-шок күтәреп илай. Йәкшәмбе көндө илау тауыштары сәбәпле кем дә ҡалала ҡала алмай. Мин Гирокастра илаған ҡала тип атаным. Иҫ киткес күренеш, ялланған ылаусылар шундай тойғо менән илайҙар — туғандары тураһында түгел, йөҙ йыл элек һәләк булғандар һәм улар менән таныш булмаған кеше тураһында. Улар шул тиклем ҡайғыралар! Улар аслыҡтан арыған осраҡта ғына туҡтайҙар. |
Ҡалып:Lang-sq2 (Ҡалып:Tr-sq) — вайтимд бер төрө, Лаберия өсөн хас албан изополифоник йырлау төрө.[2].
Төньяк Албанияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Gjâma e Burrave (Ҡалып:Tr-sq), Төньяҡ Албанияға хас ( Шкода өлкәһендә) һәм Косовоның ҡайһы бер төбәктәре, ирҙәр генә башҡарған һәм ир-аттарҙы ҡайғыртҡанда ғына башҡарыла тоған йыр[3]. Черногория албандары, үҙҙәре йолала ҡатнашмайҙар, Төньяҡ Албаниянан профессиональ илаусыларҙы (gjâmatarë) яллайҙар.[4].Был йолала кәм тигәндә ун кеше ҡатнаша. Улар күкрәктәренә һуғалар һәм биттәрен тырнап, ҡабатланылар: "O i mjeri unë për ty o biri / nipi / miku jem" (Алб. - "Ах, мин бәхетһеҙ, о, улым / бер туғаным / дуҫым").
'Gjâma e Burrave' барлыҡҡа килеүен 1468 йылда албан юлбашсыһы Скандербег үлеме менән бәйләйҙәр. Был версия Марина Балетның Лека Дудиндың милли герой өсөн ҡайғы-хәсрәттән сәстәрен һәм һаҡалдарын йолҡоп алыуы тураһында һүҙҙәренә нигеҙләнгән.[4].
'Gjâma e Burrave' традицияһы албан католиктары араһында мосолмандар ҡарағанда күберәк таралған, сөнки ислам нигеҙендә, ир-аттарға үлгәндәр өсөн илау тыйыла.
Коммунистик режимда был ғөрөф-ғәҙәт тыйылған, ә 1990 йылдан һуң уны ҡайтанан аяҡҡа баҫтырыу эштәре башланған.
Үлгәндәрҙе илау традицияһы албан һуғышсыларының албан йырҙарында ла сағылыш тапҡан[5[5].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Elsie, Robert. A dictionary of Albanian religion, mythology, and folk culture (инг.). — New York: New York University Press, 2000. — P. 95—96. — ISBN 0-8147-2214-8.
- ↑ Tole, Vasil. Inventory of Performers on Albanian Folk Iso-Polyphony (инг.). — Albanian Music Council, 2010. — P. 100—101.
- ↑ Gjovalin Shkurtaj. Etnografi e të folurit të shqipes: (përmbledhje studimesh socio- dhe etnolinguistike) (алб.). — Shtëpia Botuese e Librit Universitar, 2004. — P. 42.
- ↑ 4,0 4,1 Ahmedaja, Ardian; Haid, Gerlinde. European Voices: Multipart singing in the Balkans and the Mediterranean. — Boehlau Verlag, 2008. — P. 247–248. — ISBN 3-205-78090-6.
- ↑ Elsie, Robert. Songs of the frontier warriors (инг.). — Bolchazy-Carducci, 2004. — P. 341. — ISBN 0-86516-412-6.