Вакканай
Вакканай | |
япон. 稚内市 | |
Байраҡ | Герб |
Нигеҙләү датаһы | 1 апрель 1949 |
---|---|
Рәсми атамаһы | 稚内市 |
Кана әлифбаһында исеме | わっかないし |
Дәүләт | Япония |
Административ үҙәге | Соя[d] |
Административ-территориаль берәмек | Соя[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+9:00[d] һәм JST[d] |
Ассоциацияләшкән сайлау округы | Hokkaido 7th district[d] |
Закондар сығарыу органы | Q28688725? |
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы | ординарные местные государственные организации[d] |
Халыҡ һаны | 33 036 кеше (31 декабрь 2020)[1] |
Туғандаш ҡала | Багио[d], Невельск[d], Корсаков[d], Южно-Сахалинск, Исигаки[d] һәм Макурадзаки[d] |
Сиктәш | Саруфуцу[d] һәм Тоётоми[d] |
Алыштырған | Тоётоми[d] һәм Sōya[d] |
Майҙан | 761,47 км² (1 ғинуар 2021)[2] |
Рәсми сайт | city.wakkanai.hokkaido.jp |
Урындағы телефон коды | 0162 |
Вакканай Викимилектә |
Вакканай (япон. 稚内市Вакканай-си ) — Хоккайдо утрауында порт, Соя округының үҙәге, Японияла иң төньяҡ ҡала.
Ҡаланың майҙаны — 76089 км², халҡы 37 001 кеше (2014 йылдың 30 июненә ҡарата), халыҡ тығыҙлығы — 48,63 кеше/км²
Ҡала Охот диңгеҙенең Лаперуз боғаҙы ярында урынлашҡан, ул Хоккайдоны Сахалин утрауынан айыра. Ҡалаға 1949 йылдың 1 апрелендә нигеҙ һалына.
Климат дымлы, елле һәм ямғырлы, йылына 1100 мм ашыу яуым-төшөм яуа. Ғәҙәттә, яуым-төшөм ҡышын ҡар рәүешендә.
Южно-Сахалинск, Невельск һәм Корсаков — Вакканайҙың туғандаш ҡалалары.[3] Портҡа йыш Рәсәй моряктары килә.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вакканай климаты уртаса муссонлы. Куросионың йылы ағымы йоғонтоһо арҡаһында ҡыштар бында яҡында урынлашҡан Южно-Сахалинскҡа һәм бер үк киңлектә тиерлек урынлашҡан Тернееға ҡарағанда күпкә йомшаҡ . Әммә бында шул уҡ географик киңлектәрҙә ятҡан Краснодар йәки Симферополь үлсәме буйынса ҡыштар шулай ҙа ныҡ һалҡын.
Кёппен классификацияһы буйынса Вакканайҙа дымлы континенталь климат (Dfb).
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Уртаса максимум, °C | −3,4 | −3,4 | 0,9 | 7,2 | 12,0 | 15,7 | 19,9 | 22,0 | 19,4 | 13,3 | 5,8 | 0,1 | 9,2 |
Уртаса температура, °C | −5,5 | −5,7 | −1,5 | 4,4 | 8,7 | 12,4 | 16,8 | 19,2 | 16,4 | 10,5 | 3,2 | −2,1 | 6,4 |
Уртаса минимум, °C | −7,7 | −8,2 | −4,2 | 1,7 | 5,8 | 9,7 | 14,4 | 16,7 | 13,5 | 7,5 | 0,6 | −4,4 | 3,8 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 98 | 68 | 54 | 55 | 71 | 65 | 93 | 112 | 126 | 130 | 128 | 123 | 1124 |
Сығанаҡ: Гонконгская обсерватория |
Мәғарифы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юғары белем
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шәхси университеттарҙың береһе — Вакканай Хокусэй Гакуэн (яп. 稚内北星学園大学).
Мәктәптәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башланғыс мәктәп (1—6 йыл уҡыу): Вакканай Тюю (稚内中央), Вакканай Минато (稚内港), Вакканай Минами(稚内南), Вакканай Хигаси(稚内東), Сиомигаока (潮見が丘), Коэтой (声問), Соя (宗谷), Омисаки (大岬), Томиисо (富磯).
Урта мәктәп (уҡыу йылдың 7—9 йыл уҡыу): Вакканай Тюгакко (稚内), Вакканай Минами Тюгакко (稚内南), Вакканай Хигаси Тюгакко (稚内東), Соя Тюгакко (宗谷), Сиомигаоко Тюгакко (潮見が丘).
Өлкән мәктәп (10—12 йыл уҡыу): Хоккайдо Котогакко Вакканай (北海道稚内高等学校) һәм шәхси мәктәп Вакканай Отани Котогакко (稚内大谷高等学校).
Транспорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Hokkaido JR — Вакканай станцияһы
Төп Соя линияһының һуңғы станцияһы. Поезд Асахикаванан килә.
Корсаков менән паромлы кисеү менән тоташҡан.
Ҡаланан көнсығышҡа ҡарай 10 км алыҫлыҡта аэропорт урынлашҡан (ИАТА: WKJ, ИКАО: RJCW).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 住民基本台帳人口・世帯数 | 総合政策部計画局統計課 (яп.)
- ↑ https://www.gsi.go.jp/KOKUJYOHO/MENCHO/backnumber/GSI-menseki20210101.pdf — Институт географии Японии. — Б. 8.
- ↑ Корсаковский КӨНДӘРЕ Хакимиәте сайтында(недоступная ссылка)
-
Ҡалҡыулыҡтан күренеш
-
Төн
-
Хёсэцу-но мон мемориалы
-
Байыш
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- На Викискладе есть медиафайлы по теме Вакканай
- Официальный сайт (яп.)