Вәлиева Финә Мансур ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Валеева Фина Мансуровна битенән йүнәлтелде)
Вәлиева Финә Мансур ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 8 ғинуар 1969({{padleft:1969|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[1] (55 йәш)
Тыуған урыны Гәрәбаш ауылы, Шулған ауыл Советы, Тәтешле районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Һөнәр төрө театр актёры
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Әүҙемлек урыны Салауат башҡорт дәүләт драма театры һәм Өфө «Нур» татар дәүләт театры
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Вәлиева Финә Мансур ҡыҙы (8 ғинуар 1969 йыл) — театр актёры. 1999 йылдан Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2013).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Финә Мансур ҡыҙы Вәлиева 1969 йылдың 8 ғинуарында БАССР-ҙың Тәтешле районы Гәрәбаш ауылында тыуған.

1996 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетында актёрҙар бүлеген тамамлай.

Институт тамамлағандан һуң Салауат башҡорт дәүләт драма театрында эшләй, 2003 йылдан башлап — Өфө «Нур» татар дәүләт театрында эшләй.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ире Илдар — «Нур» театры режиссеры.

Спектаклдәрҙәге ролдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Әминә — «Гөлбәҙәр», Ф. Бүләков,
  2. Сара — «Не уходи в ночь», А. Винокуров,
  3. Ғәлиәбаныу — «Ғәлиәбаныу», М. Фәйзи,
  4. Пансионат тәрбиәләнеүсеһе — «Йырсы ҡош», Р. Н. Гюнтекин,
  5. Маша — «Өс ҡыҙ туғандар, Йылдар үткәс…», А. П. Чехов, Л. М. Зайкаускас сәхнәләштереүендә,
  6. Гөлшаян — «Страсти-мордасти», М. Әмир,
  7. Әсә — «Көршәксе сере», А. Кашфуллин,
  8. Фәниә-Фена — «Күңелдең көмөш ҡылдары» Д. Сәлихов,
  9. Минзилә — «Намыҫһыҙ апай», А. Иҙелбаев,
  10. Ямал — «Кейәү», Х. Ибраһимов,
  11. Нурия — «Бер көн дачала…», Э. Йәһүҙин
  12. Юлбикә — «Ҡатын түгел, ә шайтан», Д. Сәлихов,
  13. Нәғимә — «Банкрот», Ғ. Камал Хәҙис.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2003)
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2013)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]