Васильева Анастасия Назаровна
Васильева Анастасия Назаровна | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Тыуған көнө | 10 апрель 1913 |
Тыуған урыны | Новопестерёво[d], Гурьевский муниципальный округ[d], Кемерово өлкәһе, РСФСР |
Вафат булған көнө | 20 май 1988 (75 йәш) |
Вафат булған урыны | Кулебакино[d], Гурьевский район[d], Кемерово өлкәһе, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | Ауыл хужалығы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Анастасия Назаровна Васильева (1913—1988) — совет ауыл хужалығы производствоһы алдынғыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1913 йылдың 10 апрелендә Томск губернаһы Кузнецкий өйәҙе Новопестерёво ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
А. Н. Васильеваның атаһы Беренсе донъя һуғышында һәләк булған. 1920 йылда ете йәшлек А. Н. Васильеваны әсәһе хәлле крәҫтиән ғаиләһенә бала ҡараусы итеп бирә. Ә 1925 йылда ҡыҙ күрше Кулебакино ауылына бай мещанға хеҙмәтсе булып яллана.
1930-сы йылдарҙа коллективлаштырыу осоронда А. Н. Васильева колхозға инә. Бөйөк ватан һуғышы йылдарында колхозда ат ҡараусы конюх була һәм баҫыу бригадында эшләй. 1944 һәм 1945 йылда А. Н. Васильеваны уңыш йыйыу осоронда иң яҡыш көлтә бәйләүсе, тип маҡтайҙар.
1946 йылда А. Н. Васильева махсус ойошторолған юғары уңыш баҫыу звеноһын етәкләй. Звеноға һуңғараҡ бөтә өлкәлә үҫтереләсәк «Элита» сортлы орлоҡ бойҙайын үҫтереүҙе ышанып тапшыралар. 1946 йылда А. Н. Васильева звеноһы участкаһынан юғары бойҙай уңышы ала: 25 га ерҙән гектарынан 26 центнер. 1947 йылда—11,7 гектар майҙандан гектарынан 30,26 центнер ала.
СССР Юғары Советы Президиумының 1947 йылғы указы менән «алдынғы хеҙмәте өсөн» А. Н. Васильеваны Ленин ордены менән бүләкләй.
СССР Юғары Советы Президиумының 1948 йылдың 6 март указы менән, Анастасия Назаровна Васильева «юғары бойҙай уңышы алған өсөн», Ленин ордены һәм«Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ була.
Колхозда баҫыу эштәрен башҡара һәм мал ҡарай. Колхоз үҙгәртеп ҡоролдғандан һуң, «Рассвет» совхозында эшләй. Сусҡа ҡарай, һауынсы була, быҙау тәрбиәләй.
А. Н. Васильева колхоз идараһы ағзаһы итеп һайлана, халыҡ депутаттарының район һәм өлкә Советтарына депутат итеп һайлана.
Кулебакино ауылында йәшәгән. 1988 йылдың 20 майында вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы (6.03.1948)
- Ленин ордены (1947, 6.03.1948)