Васильева Татьяна Антоновна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Васильева Татьяна Антоновна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1925
Тыуған урыны Иглин районы
Башҡорт ССР-ы - Башҡортостан[d], Рәсәй
Вафат булған көнө сентябрь 2004
Вафат булған урыны Прокопьевск, Кемерово өлкәһе, Рәсәй
Һөнәр төрө агроном
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены «Урак һәм Сүкеш» алтын миҙалы Социалистик Хеҙмәт Геройы

Васильева Татьяна Антоновна (Слобода) (1925 йыл — 2004 йыл) — совет ауыл хужалығы производствоһы алдынғыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1949).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1925 йылда Башҡорт ССР-Ы Иглин районының Кудряш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.

1932 йылда Т. А. Васильеваның ғаиләһен, башҡа бик күптәр менән кулак тип, Себергә һөргөнгә оҙаталар.

1937 йылда ата-әсәһе менән бергә Кемерово өлкәһенең Прокопьевск ҡалаһына күсенә, шунда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай.

1942 йылда Прокопьевск ауыл хужалығы техникумында белем ала һәм машина-трактор станцияһында участка агрономы булып эшләй.

1948 йылда Т. А. Васильева үҙе хеҙмәтләндергән хужалыҡтарҙа бойҙайҙан 351,2 гектар майҙанда гектарынан — 22,6 центнер, 158,4 гектар арыш майҙанынан гектарынан 22,2 центнер уңыш ала.

1949 йылдың 25 февралендә СССР Юғары Советы Президиумы указы менән «колхоздың мотлаҡ поставкалары һәм ауыл хужалығы продукцияһының барлыҡ төрҙәре буйынса контрактацияны үтәгәндә бойҙайҙан һәм арыштан юғары уңыш алғаны, 1948 йылда МТС эше өсөн аҙыҡ-түлек менән түләгәне һәм 1949 йылдағы сәсеү өсөн барлыҡ культураларҙың орлоғо менән тулыһынса тәьмин иткәне өсөн» Татьяна Антоновна Васильева Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә һәм Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалына лайыҡ була[1].

Һуңынан Т. А. Васильева Пионерҙар һарайында баҡсасы, район архивында мөдир булып эшләй.

Прокопьевск ҡалала йәшәй. 2004 йылдың сентябрендә вафат була.

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Т. Каримов. Васильева Татьяна Антоновна. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 13 март 2020.