Эстәлеккә күсергә

Васильевка (Беляевка районы, Ырымбур өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Васильевка
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡарағас ауыл Советы[1]
Халыҡ һаны 177 кеше (2010)[2]
Почта индексы 461346
Карта

Васильевка — Рәсәй Федерацияһының Ырымбур өлкәһе Беляевка районындағы ауыл. Ҡарағас ауыл Советы составына инә.

Ауыл Ырымбур өлкәһенең үҙәк өлөшөндә, дала зонаһында[3], Ҡарағас йылғаһы буйында, райондың административ үҙәге Беляевка ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай яҡынса 13 километр йыраҡлыҡта (тура һыҙыҡ буйынса) урынлашҡан. Абсолют бейеклеге — диңгеҙ кимәленән 232 метр[4].

Климаты

Климаты ҡырҡа континенталь булараҡ характерлана: ҡоро, аҙ ҡарлы һалҡын ҡыш һәм эҫе ҡоро йәй. Йәйге осор өсөн уртаса һауа температураһы — 21,2 °C (абсолют максимум — 42 °С.); ҡышҡы осор өсөн — −15,8 °C (абсолют минимумы — −44 °С). Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм күләме 320 мм тәшкил итә[3].

Сәғәт бүлкәте
МСК+2 (Өфө ваҡыты)
МСК+2 (Өфө ваҡыты)

Васильевка ауылы, бөтә Ырымбур өлкәһе кеүек үк, МСК+2 (Өфө ваҡыты) сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан. UTC ваҡытына ҡарата айырмаһы — +5:00 сәғәт[5].

1917 йылда Украина күскенселәре нигеҙ һалған. Беренсе тапҡыр 1923 йылда Ырымбур өйәҙенең тораҡ урындары исемлегендә Беляевка улусы составындағы тораҡ пункты булараҡ телгә алына. 1926 йылда Васильевка утары булараҡ иҫкә алына, уның составында 16 хужалыҡ иҫәпләнә һәм 82 кеше йәшәй. 1920-се йылдар аҙағында — 1960-сы йылдарҙың тәүге яртыһында Васильевка түбәндәге исемдәр аҫтында билдәле була: «Приуральный» совхозы ОТФ фермаһы ҡасабаһы, «Моюлдинский» совхозы фермаһы, ОГПУ-ның 15 йыллығы исемендәге совхоздың 2-се фермаһы, «Беляевка» совхозының 2-се фермаһы. Ауыл 1966 йылда үҙенең хәҙерге исемен ала[6].

Халыҡ иҫәбе
2010[7]
177
Енсиәт составы

2010 йылдағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, халыҡтың енсиәт структураһында ир-егеттәр 49,7 %, ҡатын — ҡыҙҙар- ярашлы рәүештә 50,3 % тәшкил итә.

Милли составы

2002 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә ярашлы, халыҡтың милли структураһында ҡаҙаҡтар 239 кешенең 43%-ын , урыҫтар — 26%-ын тәшкил итә.