Вахитов Наил Шәрәф улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вахитов Наил Шәрәф улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 2 ғинуар 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (77 йәш)
Тыуған урыны Түбәнге Уҫылы, Стәрлетамаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Эш урыны Ишембайнефть
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты

Вахитов Наил Шәрәф улы (рус. Вахитов Наиль Шарифович) (2 ғинуар 1947 йыл)  — совет һәм партия эшмәкәре, «Ишембайнефть» акционер йәмғәиәтенең генераль директоры. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вахитов Наил Шәрәф улы 1947 йылдың 2 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ районы Түбәнге Уҫылы ауылында тыуған. Милләте татар. Юғары белемле. 1970 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған. 1985 йылда Свердловск Юғары партия мәктәбен тамамлай.[1] Хеҙмәт юлын 1970 йылда, ауыл хужалығы институтын тамамлағас, Стәрлетамаҡ районы «Салауат» колхозында баш инженер булып башлай. 1975 йылдан 1979 йылға тиклем Стәрлетамаҡ районы «Первомайск» совхозының директоры булп эшләй. 1979 йылда КПСС-тың Стәрлетамаҡ райкомының икенсе секретары итеп һайлана, 1983 йылдан Стәрлетамаҡ район Советы башҡарма комитеты рәйесе булып эшләй. 1985 йылда КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының партия ойоштороу эше бүлеге мөдире урынбаҫары. 1986 йылда Башҡорт АССР-ы Дәүләт агросәнәғәт комитеты рәйесе урынбаҫары.

1987 — 1991 йылдарҙа КПСС-тың Ишембай ҡала комитетының беренсе секретары. 1991 —1993 йылдарҙа «Ишембайнефть» тәжрибә заводының начальник урынбаҫары. 1993 йылдан «Ишебайнефть» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры.

Башҡортостан Республикаһының Юғары Советында Халыҡ депутаттары советы Комиссияһы ағзаһы.. [2]

Өйләнгән, ике ул үҫтергәндәр.

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Вахитов Наиль Шарифович// Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]