Вдовина Нина Павловна
Вдовина Нина Павловна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 11 декабрь 1918 |
Тыуған урыны | Пошехонский уезд[d], Ярославль губернаһы[d], Мәскәү өлкәһе[d], Совет Рәсәйе |
Вафат булған көнө | 2004 |
Вафат булған урыны | Беломорск[d] |
Уҡыу йорто | А. И. Герцен исемендәге Рәсәй дәүләт педагогия университеты |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Вдовина Нина Павловна (11 декабрь 1918 йыл — 2004 йыл) — СССР һәм Рәсәй педагогы, Карелия АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нина Павловна Вдовина 1918 йылдың 11 декабрендә Ярославль губернаһының (хәҙерге Вологда өлкәһе) Пошехонск өйәҙе Спас-Мякса улусы Петряево ауылында тыуған.
Кулак ҡыҙы булғанлыҡтан 1931 йылда Мякса РИК-ы ҡарары менән «синфи яҡтан социаль хәүефле» тип таныла һәм Мурманск өлкәһе Кандалакша районы Нивастрой махсус ҡасабаһына һөрөлә[1].
1936 йылда Беломорск ҡалаһы 1-се урта мәктәбенең 10 класын тамамлай, А. И. Герцен исемендәге Ленинград педагогия институтына (хәҙерге А. И. Герцен исемендәге Рәсәй дәүләт педагогия университеты) уҡырға инә. Юғары һөнәри белем алғас, 1941 йылдың авгусынан йүнәлтмә буйынса 1-се урта мәктәптә география уҡытыусыһы булып эшләй башлай, 1941 йылдың декабренән (хәҙер инде эвакуацияла) — Свердловск өлкәһе Слободо-Турин районы Сладково ауылының тулы булмаған урта мәктәбендә география уҡытыусыһы һәм уҡытыу бүлеге мөдире булып эшләй.
1944 йылда Карелия Мәғариф министрлығы Нина Павловнаны эвакуациянан саҡырып ала һәм ошо йылдың авгусынан Беломорск ҡалаһының 1-се урта мәктәбендә география уҡытыусыһы һәм уҡытыу бүлеге мөдире булып эшләй башлай[2]. 1953 йылдың июнендә был урта мәктәптең директоры итеп тәғәйенләнә, унда 1974 йылдың 5 майында хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем эшләй.
Вологда өлкәһе Эске эштәр идаралығы тарафынан 1992 йылдың 9 майында аҡлана.
Беломорск ҡалаһында 2004 йылда вафат була.
Нина Павловна Вдовина тыуыуының 100-йыллығы менән бәйле Беломорск 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә уның иҫтәлегенә бағышланған дәрес үткәрелә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн», «Өлгөлө хеҙмәте өсөн», «Хеҙмәт ветераны», «Хеҙмәт батырлығы өсөн. В. И. Ленин тыуыуының 100 йыллығы айҡанлы» миҙалдары, шулай уҡ юбилей миҙалдары менән бүләкләнгән.
- ВЛКСМ Үҙәк Комитетының «ВЛКСМ-ға 70 йыл» юбилей билдәһенә лайыҡ була.
- Карелия АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- 1988 йылда «Беломорск ҡалаһының почетлы гражданы» исеменә лайыҡ була (йәш быуынды уҡытыуға һәм тәрбиәләүгә ҙур шәхси өлөш индергәне, әүҙем тормош позицияһы өсөн).[3]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Вдовина Нина Павловна
- ↑ Страницы нашей истории 2019 йыл 14 сентябрь архивланған.
- ↑ Почетные граждане 2019 йыл 28 ноябрь архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вдовина Н. П. // Почетные граждане Беломорска : биобиблиогр. справ. — Беломорск, 2008. — С. 10.
- Вдовина Н. П. // Почетные граждане Беломорска : биобиблиогр. справ. — Беломорск, 2016. — С. 18.
- Н. П. Вдовина // Времена и судьбы : хронограф памят. дат Беломор. р-на на 2013 год. — Беломорск, 2013. — С. 115—116.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 11 декабрҙә тыуғандар
- 1918 йылда тыуғандар
- 2004 йылда вафат булғандар
- Рәсәй дәүләт педагогия университетын тамамлаусылар
- «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- КПСС ағзалары
- Рәсәй юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар
- СССР-ҙа репрессияланғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр