Веб-форум

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Веб-форум (ингл. web forum йәғни "интернет селтәрендәге форум"]) — теләгән темаға интернет селтәрендә бәхәсләшеү мөмкинселеге биргән майҙан. Форумдың бер темаһын айырым ҡулға алғанда ул "ҡунаҡ дәфтәре" тәшкил итә.

Интернет ҡулланыусылары темаға ҡағылышлы фекерҙәрен белдерә ала, һорау-яуап рәүешендә әңгәмәләшә ала, кәңәштәр бирә ала.

Веб-форумдар дөйөм мәсәләләргә арналған була ала http://www.farit.ru/ һәм билдәле темаларға иғтибар иткән форумдар ҙа була: музыка, сәйәхәт, эшҡыуарлыҡ һ.б. Форум тематикаһын хужаһы билдәләй.

Форум биттәре айырым, әүҙем бит тә була ала, берәй веб-порталдың өлөшө лә була ала.