Верный ҡалаһының ирҙәр гимназияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Верный ҡалаһының ирҙәр гимназияһы
Нигеҙләү датаһы 1876
Рәсем
Дәүләт  Ҡаҙағстан
Административ-территориаль берәмек Алматы һәм Улица Казыбек би (Алма-Ата)[d]
Архитектор Гурдэ, Павел Васильевич[d]
Карта

Верный ирҙәр гимназияһы — Верный ҡалаһының урта дөйөм белем биреү йорты, XIX быуат аҙағы — XX быуат башында эшләгән.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1875 йылдың май айында Дәүләт советының Дөйөм йыйылышында Мәғариф министрлығының Себерҙә булған уҡыу йорттары асылған кеүек үк Төркөстан крайында ла уҡыу йорттары булдырыу тураһындағы инициативаһы ҡарала һәм крайҙың генерал-губернаторы ҡарамағында училище инспекторы һәм Верный ҡалаһы менән Ташкентта ике прогимназия асыу тураһында ҡарар ҡабул ителә[1].

Верный ҡалаһының ирҙәр гимназияһы 1876 йылда гуманитар-филология йүнәлешендәге уҡыу йорты сифатында асыла. 1879 йылдың 20 февралендә прогимназия 6 класлы гимназия итеп үҙгәртелә, ә 1881 йылдың 1 июлендә уға тулы классик гимназия статусы бирелә. Ошо ваҡыттан алып был уҡыу йорто Верный ҡалаһындағы иң ҙур һәм юғары уҡыу йорттарына инеү өсөн боронғо грек һәм латин телдәренә уҡытҡан уҡыу йорто була. 1883 йылда гимназияның тәүге сығарылышы була.

1877 йылда гимназия янында Верный пансионы булдырыла. XX быуат башында ҡаҙна иҫәбенә 42 малай тәрбиәләнә (20 — урындағы милләт балаһы, 22 — рус милләтле бала)[2].

Гимназияның үҙ бинаһы булмау сәбәпле, уҡыу процесы өсөн Алматы станицаһының Верный ҡалаһынан сыҡҡан хәлле кешеләренең йорттарын ҡуртымға алалар. Был осорҙа гимназияла 24 хеҙмәткәр: директор, инспектор, 13 уҡытыусы, тәрбиәсе-һағауыл — эшләгән. Гимназияның беренсе үҙ бинаһы 1884-87 йылдарҙа төҙөлгән, ул 1887 йылда ер тетрәү арҡаһында емерелгән[3].

1899 йылда ирҙәр гимназияһында 260[4] бала, 1904 йылда −321, 1905 йылда — 343 бала уҡыған. Иң һәләтле уҡыусылар өсөн исемле стипендиялар булдырыла[3].

1919 йылда гимназия бинаһында Рәсәй коммунистик йәштәр союзының Верный ҡала комитеты урынлаша.

1917 йылдан һуң мәктәп бинаһында Лев Толсчтой исемендәге мәктәп, аҙаҡ — Ҡаҙаҡ педагогия институты урынлаша.

1933 йылда педагогия институтының өс факультеты базаһында Ҡаҙаҡ дәүләт университеты ойошторола[5].

1934 йылдағы янғындан һуң бина үҙгәртеп ҡорола.

2018 йылда бында Абай исемендәге КазНПУ-ның бер факультеты урынлаша.

Тәүге бина[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1882 йылда гимназия өсөн ике ҡатлы бина бирелә, ул өс таштан һалынған корпустан тора, галереялар менән үҙ-ара тоташтырылған була. Корпустар инженер Янчевскийҙың Ташкент гимназияһы өсөн эшләгән проекты буйынса төҙөлә. Бинаны төҙөү хаҡы 190 мең һум тәшкил иткән.

Әммә бина архитектураһы Ташкент гиназияһы бинаһынан айырылып тора, сөнки уға Павел Гурдэ үҙгәрештәр индергән була. Мәҫәлән, архитектура профессоры А. Нильсен билдәләүенсә "… архитектураһы Ташкент нөсхәһенән архитектор Гурдэ етәкселегендә фасадтарының штукатурланған һәм уларҙың зауыҡлыраҡ һүрәттәр менән биҙәп бойомға ашырылыуы менән айырылып тора "[6].

Был ирҙәр гимназияһы бинаһы 1887 йылдағы ер тетрәү сағында емерелә.

Икенсе бина[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гимназия бөтә империя буйынса ер тетрәүҙән ҡаза күргәндәргә ярҙам йөҙөнән йыйылған хәйриә капиталынан 15 мең һум күләмендә аҡса ала. Ошо аҡсаға һәм гимназияның махсус сараларына П. В. Гурдэ сей кирбестән яһалған таштан ике төкәтмә каркас төҙөтә. 1889 йылдың 14 ноябрендә улар әҙер була. Был ҡоролманыны төҙөү хаҡы 7553 һум 63 тин тәшкил итә.

1895 йылдың 2 майында яңы бина бураһының тәүге ике рәте һалына, ә икенсе таш бинанан тороп ҡалған корпусы һәм өсөнсө бинаның ағас корпусы 11 сентябргә әҙер була, бары тик биналарҙың эсе-тышы ғына штукатурланмаған була. Урталағы ағас корпусы берҙәм гимназия корпустарын тоташтырып тора. Ағас бинала Изге апостолдарға тиң Кирилл һәм Мефодий сиркәүе булдырыла. Барлыҡ корпустарҙы төҙөү өсөн яҡынса 23 600 һум 66 тин аҡса тотонола.

1910 йылдың 22 декабрендәге ер тетрәүҙә гимназия биналарының таш корпустары ныҡ зыян күрә, ә ағас корпус емерелмәй тороп ҡала. Төркөстан генерал-губернаторы таш корпустарҙы тергеҙеүҙе тыя һәм уларҙы һүтергә ҡуша.

Совет осоронда һаҡланған бина реконструкциялана: уға икенсе ҡат өҫтәп һалына, был бинаның ҡиәфәттен күпкә үҙгәртә[6].

Архитектураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бина композицияһына XIX быуат аҙағы — ХХ быуат башындағы рус классицизмы мотивтары ингән. Бина ике ҡатлы симметрик күләмле ағас йорттан ғибәрәт. Уның фланкланған бер ҡатлы ҡабырғалағы ҡанаттары фонарҙар менән яҡтыртылған. Бинаның үҙәк күсәре дүрт колонналы портик менән һыҙатланған.

Фасадтың пластик композицияһына автор классицизм элементтары булған кәштәле сандриктар индергән, улар беренсе ҡат тәҙрәләрен һәм бүрәнәләрҙең сығып торған урынында каннелирланған ҡалаҡтар менән бинаны (биҙәп) декорлап тора. Төп күләме менән һәм архитектура деталдарының декорын төрлө төҫтәр менән айырып күрһәтеү бинаның контрастлығын һүрәтләй, улар ҡәтғи бина архитетураһына айырыуса баҙыҡлыҡ өҫтәй..[3].

Билдәле тәрбиәләнеүселәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • М. Фрунзе — революционер, совет дәүләт һәм хәрби эшмәкәре.
  • У. Жандосов — Ҡаҙаҡ ССР-ы халыҡ мәғарифы комиссары.
  • М. Тынышбаев — Икенсе Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Төркөстан автономияһының премьер-министры «Алаш Урҙа» ағзаһы, тимер юл төҙөү инженеры, Төркөстан-Себер магистрален төҙөүсе.
  • Т. Бокин та 1916 йылдағы Семиречье милли-азатлыҡ ихтилалында ҡатнашыусы.
  • Ж. Барибаев — Төркөстан компартияһы Үҙәк Комитеты ағзаһы, Коммунистар партияһының ХIV съезы делегаты.

Һәйкәлдең статусы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алматы ҡала халыҡ депутаттары Советы башҡарма комитеты 1979 йылдың 4 апрелендә № 139 «Алматы ҡалаһының тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары исемлеген раҫлау тураһындағы» ҡарар ҡабул итә, ул исемлектә Верный ирҙәр гимназияһы бинаһы ла күрһәтелә[7]. Был ҡарарҙа һәйкәлде реставрациялау проектын эшләү һәм һаҡлау бурысы ҡарала.

1982 йылдың 26 ғинуарында Верный ирҙәр гимназияһы бинаһы Ҡаҙаҡ ССР-ының республика әһәмиәтле тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары исемлегенә индерелә[8].

1993 йылдың 25 ноябрендә гимназия бинаһы Алматы дәүләт тарихи-архитектура һәм мемориаль ҡурсаулыҡтың өлөшөнә әүерелә. Ҡурсаулыҡ территорияһында яңы төҙөлөш тыйыла. Ҡаҙағстан мәҙәниәт министрлығы рөхсәте менән генә объекттарҙы реконструкциялау алып барырға мөмкин[9].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Сб. м. н ҡарары буйынса. П., V1 та, С. Петербург, 1878 г., 1018 стр.
  2. Алма-Ата. Энциклопедия / Гл. ред. М. К. Козыбаев. — Алма-Ата: Гл. ред. Казахской Советской энциклопедии, 1983. — С. 410. — 608 с. — 60 000 экз.
  3. 3,0 3,1 3,2
  4. Алма-Ата. Энциклопедия / Гл. ред. М. К. Козыбаев. — Алма-Ата: Гл. ред. Казахской Советской энциклопедии, 1983. — С. 175—176. — 608 с. — 60 000 экз.
  5. 6,0 6,1
  6. Постановление Совета Министров Казахской ССР от 26 января 1982 года № 38 «О памятниках истории и культуры Казахской ССР республиканского значения». Дата обращения: 15 ғинуар 2013. Архивировано 21 ғинуар 2013 года.