Визингер-Флориан Ольга
Ольга Визингер-Флориан | |
нем. Olga Wisinger-Florian | |
Фотография около 1890 года | |
Исеме: |
Ольга Флориан |
---|---|
Тыуған: | |
Тыуған урыны: | |
Үлгән: |
27 февраль 1926 (81 йәш) |
Үлгән урыны: | |
Гражданлығы: | |
Стиль: | |
Работы |
Ольга Визингер-Флориан (1 ноябрь 1844 йыл, Вена — 27 февраль 1926 йыл, Графенег) — Австрия рәссамы, импрессионизм вәкиле. Нигеҙҙә пейзаждар һәм натюрморттар яҙа.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ольга Флориан 1844 йылдың 1 ноябрендә Венала тыуа, ата-әсәһе — Франц һәм Минна Флориан. Бала сағынан музыкаға тыртыла, Юлиус Эпштейндан музыка буйынса дәрестәр ала һәм концерттарҙа сығыш яһай алған пианист булырға хыяллана. Әммә 1874 йылда уға, ҡул бармаҡтарының хәрәкәтен тотоҡарлаған сиргә тарыуы сәбәпле, музыка карьераһын ташларға тура килә. Шул уҡ йылда аптекарь Франц Визингерға кейәүгә сыға, 1875 йылда Оскар исемле улы тыуа. Франц Визингер 1890 йылда вафат була.
1870-се йылдар аҙағында һынлы сәнғәт буйынса уҡый башлай. 1880 йылдан ул заманда бик танылып өлгөргән рәссам Эмиль Якоб Шиндлерҙың уҡыусыһы була, Карл Молль һәм Мари Эгнер ҙа ошо уҡыусынан белем ала. 1881 йылдан һуң Ольга Визингер тәүҙәрәк Шиндлерҙың фатирында үткәрелгән күргәҙмәләрҙә, аҙаҡ Вена Сецессионы күргәҙмәләрендә үҙ эштәре менән даими ҡатнаша. Парижда һәм Чикагола булып үткән Бөтә донъя күргәҙмәләрендә ҡатнашып, ул халыҡ-ара танылыу ала.
Визингер-Флориандың тәүге осорҙағы эштәрендә «импрессионизм кәйефтәре» сағыла. Улар, нигеҙҙә, Шиндлер стиле йоғонтоһо аҫтында яҙылған була. 1884 йылдан һуң ул был стилдән ситләшә, һәм уның картиналары реаллеккә яҡынлай,ә төҫтәре сағыулана бара, хатта бер ни тиклем экспрессионизмға тартымыраҡ була.