Википедия:Автобиографиялар
Ҡыҫҡаса: Үҙең тураһында мәҡәлә яҙыу йә мөхәррирләү хупланмай, күренеп торған фактик хаталарҙы ғына төҙәтергә мөмкин. |
Википедияла автобиография яҙыу ҡабул ителмәгән, әммә тексты башҡа ҡатнашыусылар тикшереп хуплаһа, мөмкин булыуы ихтимал. Шулай уҡ, төҙәтеү индереү мотлаҡ кәрәк булған осраҡтарҙан башҡа, башҡа берәйһе яҙған биографияңды мөхәррирләү менән дә шөғөлләнергә ярамай.
Бындай мәҡәләләрҙең әһәмиәте, дөрөҫлөгө һәм тарафһыҙлығы бик йыш бәхәстәр тыуҙыра[1]. Википедияла автобиография яҙыуҙан һәм мөхәррирләүҙән тыйылыу Википедияның тарафһыҙ, нейтраль булыуына булышлыҡ итә, мәҡәлә йөкмәткеһенә шәхси фекерҙәрҙе «индереүҙән» ҡотҡара.
Нейтраль яҙылған, тикшереп булған автобиографияны яҙыу бик ауыр, был күп төрлө йәшерен ауырлыҡтар менән бәйле. Шуға күрә автобиография яҙыу хупланмай.
Әгәр һеҙҙең берәй темаға баҫылған хеҙмәттәрегеҙ булһа, Википедияға һеҙҙең белгәндәрегеҙ файҙалы булыр, һәм һеҙ уларҙы мәҡәләләр яҙғанда ҡуллана алаһығыҙ. Шуға ҡарамаҫтан, Википедиялағы һәр мәҡәлә предметты нейтраль һәм тулы һүрәтләргә, һәр фекергә объектив иғтибар бирергә, был предмет тураһында белем сығанағы булырға тейеш. Һеҙ мәҡәлә яҙғанда уҡыусыларҙың мәнфәғәттәрен онотмағыҙ, ә үҙегеҙҙекеләрҙе ситкә ҡуйып тороғоҙ. Үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртып яҙылған мәҡәләләр ғәҙәттә юйҙырыла.
Тарафһыҙлығы шик аҫтына алынған автобиографик мәҡәләләргә {{Автобиография}} тигән иҫкәртеү ҡалыбын өҫтәргә мөмкин.
Автобиографияларҙың проблемаһы ниҙә
[сығанаҡты үҙгәртеү]Автобиографиялар менән бәйле төп проблемалар:
- Тарафлылыҡ, булғанды ҡабартып ебәреү. Ғәҙәттә, кешеләр үҙе тураһында бик ыңғай итеп яҙа һәм фекерҙәрҙе факттар итеп күрһәтергә әүәҫ. Нейтраль ҡараш хикәйәләүҙе өсөнсө заттан алып барыу менән генә тәьмин ителмәй.
- Уларҙы тикшереп булмауы ихтимал. Әгәр тормошоғоҙҙоң берәй ваҡиғаһы тураһында берҙән-бер мәғлүмәт сығанағы булып үҙегеҙ торһағыҙ, башҡа уҡыусылар һеҙ яҙғандарҙы бер нисек тә тикшерә алмаясаҡ. Мәҫәлән, һеҙҙең өмөттәрегеҙ, хыялдарығыҙ һәм фекерҙәрегеҙҙең сығанаҡтарын улар бер нисек тә тикшерә алмай. Википедия мәҡәләләренә иһә тик тикшерелә торған нәмәләрҙе генә яҙырға мөмкин.
- Уларҙа оригиналь тикшереүҙәр булыуы ихтимал. Кешеләр йыш ҡына автобиографияһына быға тиклем бер ҡайҙа ла баҫылмаған мәғлүмәттәрҙе, үҙҙәренең тикшеренеүҙәре һәм күҙәтеүҙәре һөҙөмтәләрен индерә. Ләкин Википедия тәүләп баҫтырыу урыны түгел, оригиналь тикшеренеүҙәрҙе унда ҡуйырға ярамай.
Әгәр Википедияға һеҙҙең туралағы мәҡәлә элек үк ҡуйылған булһа
[сығанаҡты үҙгәртеү]Үҙең тураһында тарафһыҙ һәм объектив итеп яҙыу бик ауыр. Шуға мәҡәләне башҡа кешенән яҙҙырыу яҡшыраҡ булыр.
Башҡа ҡатнашыусыларға үҙегеҙ тураһында мәғлүмәттәр бирергә, мәҡәләнең фекер алышыу битендә тәҡдимдәрегеҙҙе яҙырға була — бойондороҡһоҙ мөхәррирҙәр төҙәтеүҙәрҙе мәҡәләгә индерер.
Айырым осраҡтарҙа үҙең тураһындағы мәҡәләгә асыҡтан-асыҡ күренеп торған үҙгәрештәрҙе индерергә мөмкин. Асыҡтан-асыҡ күренеп торған ысын вандализмды сигендерергә була. Фактик хаталарҙы йә иҫкергән мәғлүмәттәрҙе төҙәтеү рөхсәт ителә. Бындай етешһеҙлектәргә фекер алышыу битендә лә иғтибар бирергә мөмкин. Әммә башҡа мөхәррирҙәрҙең факттарҙы үҙенсә ҡабул итеүенә, бәхәсләшеүенә әҙер булығыҙ.
Әгәр һеҙ һеҙҙең турала мәҡәлә яҙылһын өсөн шаҡтай билдәле шәхес булып, иғтибарһыҙ ҡалған проблемалар булһа, Википедия ҡатнашыусыларына форумда мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
Әгәр һеҙ Википедияла мөхәррирләү менән даими шөғөлләнһәгеҙ, һеҙ мәҡәләнең фекер алышыу битендә бында һеҙҙең турала һүҙ барғанын билдәләй алаһығыҙ.
Һеҙҙең туралағы мәҡәләләге проблемалар
[сығанаҡты үҙгәртеү]Һеҙҙең турала мәҡәләләге проблемалар тураһында электрон почтаға [mailto: info-ru@wikimedia.org info-ru@wikimedia.org] адресына хат яҙырға була. Унда проблеманы ентекле һүрәтләргә кәрәк, хатлашыу конфиденциаль булып тора.
Әгәр мәҡәләгә ҡуйылған фотоғыҙ һеҙҙе йәмһеҙ итеп йә боҙоп күрһәтһә йә тейешһеҙ урында төшөрөлгән булһа, уны үҙегеҙ тәҡдим иткән фотоға алмаштырыуҙы йә юйҙырыуҙы һорай алаһығыҙ. Тик фотоның авторынан фотоны ирекле лицензияға ярашлы урынлаштырыуға ризалыҡ алыу фарыз.
Әгәр һеҙҙең турала материал йәки мәҡәлә закон боҙоп урынлаштырылған булһа, был хаҡта беҙгә [mailto: info-ru@wikimedia.org info-ru@wikimedia.org] адресына хат менән хәбәр итегеҙ.
Үҙең тураһындағы мәҡәләне яҙыу
[сығанаҡты үҙгәртеү]Әгәр тормошоғоҙ һәм ҡаҙаныштарығыҙ ысынлап та иғтибарға лайыҡ булһа һәм тикшерелә алһа, иртәме-һуңмы һеҙҙең турала берәйһе мәҡәлә яҙасаҡ. Беҙ үҙегеҙ тураһында мәҡәләне үҙегеҙ яҙырға һис кәңәш итмәйбеҙ.
- Мәҡәләне яҙыу бойондороҡһоҙлоғо мәғлүмәттең әһәмиәтен һәм тикшерелә алыуын бойондороҡһоҙ баһалау менән бәйле. Мәҡәләне мөхәррирләү һәр ваҡыт ВП:ОРИССА, ВП:НҠ һәм ВП:ТИКШ ҡағиҙәләренә яуап бирергә тейеш.
- Ҡатнашыусылар үҙҙәре тураһында яҙған мәҡәләләр йыш ҡына юйҙырыуға ҡуйыла. Был уларҙың мотлаҡ юйыласағын аңлатмай, әммә күп ҡатнашусыларҙың автобиографик мәҡәләләрҙе хупламауын күҙҙән ысҡындырырға ярамай.
- Кешеләр йыш ҡына үҙенең әһәмиәтен ҡабартып ебәрә. Әгәр ҙә һеҙ Википедияның әһәмиәтлелек критерийҙарына тап килмәһәгеҙ, мәҡәләнең юйҙырылыуы ихтимал, сөнки Википедия — шәхси биттәр урыны түгел.
Иҫкәрмәләр
[сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Rogers Cadenhead. Wikipedia Founder Looks Out for Number 1 (ингл.). cadenhead.org (19 декабрь 2005).