Вильно (йәһүд) уҡытыусылар институты
Вильно уҡытыусылар институты |
Вильно йәһүд уҡытыусылар институты — Рәсәй империяһының Вильно уҡыу округы[1] территорияһында урынлашҡан педагогик уҡыу йорто (уҡытыусылар институты), Вильно ҡалаһында, 1873 йылда[2] йәһүд общинаһы аҡсаһына асыла.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй империяһының Вильно губернаһы рус, белорус һәм йәһүд халыҡтары йәшәгән хәҙерге Литваның көньяҡ-көнсығышындағы өйәҙҙәренең бер өлөшөн һәм Белоруссияның бөтә биләмәһен тиерлек үҙ эсенә алған[3]. Шуға бәйле хәҙерге Вильнюста урынлашҡан институттың тарихы Белоруссия һәм Литва мәғариф учреждениелары үҫеше контекстында ҡарала.
1870-се йылдар башына Вильно губернаһында мәктәптәр үҫеше, уҡытыусы кадрҙары әҙерләүсе уҡыу йорттары булмау сәбәпле, тотҡарлана. Губерна тәҡдим иткән бөтә проекттар бюрократик системала оҙаҡ йылдарға тотҡарланып ҡалған, ә йыш ҡына сәйәси ҡаршылыҡтарға ла осраған. Һөҙөмтәлә беренсе проекты 1863 йылда кенәз А. П. Ширинский-Шихматов тарафынан тәҡдим ителгән православие динле граждандарҙы уҡытыу маҡсатында дәүләт финансланған уҡытыусылар институтын Вильнола 1876 йылда[1]— шәхси инициаторҙар тырышлығы менән ошонда өс йыл элек йәһүд уҡытыусылар институты эшләй башлағандан һуң ғына асыуға өлгәшелә.
Йәһүд уҡытыусылар институты 1873 йылда раввин училищеһы нигеҙендә ойошторола һәм[4] урта уҡыу йорто[5] статусына эйә була. Унда уҡытыу рус телендә алып барыла, һәм уны тамамлаусылар фәҡәт йәһүд башланғыс училищеларында ғына уҡытыу хоҡуғына эйә булған. Брокгауз һәм Ефрондың Энциклопедик һүҙлегендә унда уҡыусылар һаны 61 кеше тәшкил итә тип күрһәтелә.
Директорҙары һәм уҡытыусылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Первым директором института в 1873—1878 годах был статский советник Иван Зоровавелевич (Павлович) Гвайта. Его служебную характеристику, а также этническое происхождение зафиксировал в своих воспоминаниях географ Ю. Д. Талько-Грынцевич, столкнувшийся с Гвайтой ещё будучи первоклассником Ковенской гимназии:
Математику у нас вел итальянский онемеченный еврей Гвайта из Митавы. Он хорошо владел русским языком и как человек очень ловкий старался лавировать между поляками и правительством[6]
Математику у нас вел итальянский онемеченный еврей Гвайта из Митавы. Он хорошо владел русским языком и как человек очень ловкий старался лавировать между поляками и правительством[6]
— Талько-Грынцевич Ю. Д. Сибирские страницы жизни.
Институт студенттары билдәләүенсә, Гвайта «тәрбиәләнеүселәр хәтерендә яғымлы, атайҙарса хәстәрлекле начальник, үҙе етәкләгән уҡыу йортоноң тормошо һәм көнкүреше нескәлектәренә саф немец бөхтәлеге (ул лютеран була), үҙенең бурыстарын педант тырышлыҡ һалып башҡарыуы һәм башҡаларҙан да шундай уҡ мөнәсәбәт талап итеүе менән һаҡланған»[7][8].
1878 йылда Гвайтаны Белосток реаль училищеһы директоры итеп билдәләйҙәр; был вазифаһында 1882 йылдың 1 февралендә[9] вафат була. Вильнола уның вариҫы Е. Г. Котельников була, уны Я. Б. Каценельсон (1880—1884 йылдарҙа институтта уҡыған), Гвайтанан айырмалы рәүештә, «антисемит һәм садист»[7] тип атай.
Билдәле тамамлаусылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- С. Р. Мильштейн (институт эргәһендәге башланғыс училищены тамамлай)
- Э. М. Хайкин — Минскиҙағы Шәхси ир-ат йәһүд реаль училищеһы директоры.
- А. И. Вайнштейн — Бунд рәйесе.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Учительский институт в Вильне (христианский)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Виленский учебный округ
- ↑ Грушова Л. Д. История женского образовательного движения… Дата обращения: 29 октябрь 2010. Архивировано 16 ғинуар 2010 года. 2010 йыл 16 ғинуар архивланған.
- ↑ Виленская губерния // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Раввинские училища в России // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Вильна // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ 6,0 6,1 Талько-Грынцевич Ю. Д. Сибирские страницы жизни. — Чита, 2000. С. 18.
- ↑ 7,0 7,1 Каценельсон Я. Б. Двадцатипятилетие Виленского учительского института // Недельная хроника «Восхода». 1898. 1 нояб. Стб. 1633.
- ↑ Левин Д. Э. Белоруссия в воспоминаниях С. М. Дубнова: опыт комментария 2008 йыл 7 октябрь архивланған..
- ↑ Циркуляр по управлению Виленским учебным округом. 1882. № 6. С. 239—240.