Висла
Висла | |
---|---|
пол. Wisła | |
Краковтағы Висла | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 1047 км |
Бассейн | 198 500 км² |
Һыу сығымы | 1080 м³/с |
Һыу ағымы | |
Инеше | Силезия Бескидтары |
· Координаталар | 49°36′15″ с. ш. 19°00′05″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Гданьск бухтаһы |
· Координаталар | 54°21′51″ с. ш. 18°57′08″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Балтик диңгеҙе |
Ил | Польша |
— инеше, — тамағы | |
Висла Викимилектә |
Ви́сла (пол. Wisła, лат. Vistula) — Польшаның иң ҙур йылғаһы, шулай уҡ Балтик диңгеҙе бассейнының иң оҙон йылға.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оҙонлоғо — 1047 км, бассейн майҙаны — 198,5 мең км².
Йылға Көнбайыш Карпаттарҙың Моравия-Силезия Бескидтарында диңгеҙ кимәленән 1106 м бейеклектә башлана. Төп инештәре: Белая (Biała Wisełka) һәм Чёрная Виселка (Czarna Wisełka). Висла Гданьск ҡалаһынан 15 км көнсығыштараҡ Балтик диңгеҙенең Гданьск ҡултығына ҡоя.
Тауҙарҙа үҙенең үрге ағымында (60 км) Висла ярһыу тау йылғаһы булып тора; Краковтан түбәнерәк, бер нисә йылғалар менән ҡушылғандан һуң тулы һыулы була башлай; ҡушылдығы Дунаец ҡойғандан һуң йылға үҙәненең киңлеге 200 м, ә ҡушылдығы Сана ҡойған урында түбәнерәк — 600—1000 м тәшкил итә. Урта һәм түбәнге ағымында — типик тигеҙлек йылғаһы булып тора. Диңгеҙҙән 50 км алыҫлыҡта Висла тармаҡтарға (Ногат, Мёртвая Висла һ.б.) бүленеп, киң дельта барлыҡҡа килтерә. Мёртвая Висла тармағында Гданьск диңгеҙ порты урынлашҡан.
Уртаса йыллыҡ һыу сығымы Краков янында — 84 м³/сек, Варшава янынңа — 590 м³/сек, Тчев янында (тамағында) — 1030 м³/сек тәшкил итә.
Тамағынан Пшемшаға (Przemsza) (940 км) тиклем сунолар йөрөшлө. Днепр-Буг каналы аша Днепр йылғаһы һәм Быдгощ каналы аша Одра йылғаһы менән тоташҡан.
Йылғала Польшаның иң ҙур Влоцлавек ГЭС-ы (ҡеүәте 160,2 МВт) урынлашҡан.
Төп ҡушылдыҡтары:
- һул яҡтан — Дунаец, Вислока, Вепш, Көнбайыш Буг, Сан, Нарев.
- уң яҡтан — Пилица, Брда.
Висла буйындағы йылғалар: Краков, Варшава, Плоцк, Торунь; дельтаһында — Гданьск.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ernst Bahr: Weichsel. In: Handbuch der historischen Stätten, Ost- und Westpreußen. Alfred Kröner Verlag, Stuttgart 1981, ISBN 3-520-31701-X, S. 238–239.
- Franz Brandstäter: Die Weichsel. Historisch, topographisch, malerisch. Marienwerder 1855 (online).
- Heinrich Girard: Die norddeutsche Ebene insbesondere zwischen Elbe und Weichsel geologisch dargestellt. Berlin 1855, S. 251–262 (online).
- Andrzej Piskozub (Red./Hrsg.): Wisła. Monografia rzeki. Warschau, 1982 (polnisch. Standardwerk in Polen)
- Jürgen Udolph: Weichsel. Namenkundlich. In: Reallexikon der Germanischen Altertumskunde, Band 33, De Gruyter, Berlin-New York 2006, S. 356–358.
Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ