Борман Владимир Алексеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Владимир Алексеевич Борман битенән йүнәлтелде)
Борман Владимир Алексеевич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 7 апрель 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 12 ғинуар 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (45 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР
Һөнәр төрө спортсы, тренер
Спорт төрө Грек-рим көрәше
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
заслуженный тренер СССР

Борман Владимир Алексеевич (7 апрель 1940 йыл12 ғинуар 1986 йыл) — СССР спортсыһы, грек-рим көрәше буйынса тренер. СССР-ҙың (1984) һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1977). СССР-ҙың спорт мастеры (1962), Бөтә Союз категориялы судья (1985).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Владимир Алексеевич Борман 1940 йылдың 7 апрелендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған. 1964 йылда Омск физик культура институтын тамамлаған.

1964-66 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинатында физкультура буйынса методист булып эшләй, «Труд» Ирекле спорт йәмғиәтенең (ДСО) Башҡортостан өлкә советы тренеры; 1967—1986 йылдарҙа «Трудовые резервы» Ирекле спорт йәмғиәтенең (ДСО) Башҡортостан өлкә советының өлкән тренеры, бер үк ваҡытта БАССР (1964), РСФСР (1971), СССР (1976) йыйылма командалары тренеры.

Йәйге Олимпия уйындарында көрәшселәр ярыштарының судьяһы (1980). Тәрбиәләнеүселәре араһында халыҡ-ара класлы спорт мастерҙары Әбел-Басир Батталов, Мөхәмәд-Рәсүл Батталов, Рәфис Садыков, Александр Гладков, Николай Рухтин, Станислав Ғәниевтар һәм 40-ҡа яҡын СССР спорт мастеры бар.

Владимир Борман 1986 йылдың 12 ғинуарында Өфө ҡалаһында вафат була.

1988 йылдан В. А. Борман иҫтәлегенә Өфөлә Бөтә Рәсәй турнирҙары, (2000 йылға тиклем Халыҡ-ара йәштәр турнирҙары) үткәрелә.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]