Эстәлеккә күсергә

Алмазов Владимир Андреевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Владимир Андреевич Алмазов битенән йүнәлтелде)
Владимир Андреевич Алмазов
Файл:VA Almazov.jpg
Тыуған көнө

27 май 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})

Тыуған урыны

Тверь өлкәһе Торопецк районы Русаново ауылы

Вафат көнө

4 ғинуар 2001({{padleft:2001|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (69 йәш)

Вафат урыны

Санкт-Петербург

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

Кардиология

Эшләгән урыны

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Кардиология ғилми-тикшеренеү институты

Альма-матер

Академик И. П. Павлов исемендәге 1-се Ленинград медицина институты

Ғилми дәрәжәһе

медицина фәндәре докторы (1966)

Ғилми исеме

академик

Ниндәй өлкәлә танылған

Ленинградтың баш кардиологы

Награда һәм премиялары

Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998)

В. А. Алмазов исемендәге Төньяҡ-көнбайыш федераль медицина тикшеренеү үҙәге

Алмазов Владимир Андреевич (27 май 1931 йыл — 4 ғинуар 2001 йыл) — ғалим-кардиолог, Рәсәй Медицина фәндәр академияһы академигы (1995), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1991). Медицина фәндәре докторы (1967), профессор (1969). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1986).

Алмазов Владимир Андреевич[1] 1931 йылдың 27 майында Тверь өлкәһенең Торопецк районындағы Русаново ауылында тыуған. Ауыл мәктәбендә башланғыс белем ала, артабан Торопецк 1-се урта мәктәбен тамамлай. 1948 йылда академик И. П. Павлов исемендәге 1-се Ленинград медицина институтына уҡырға инә.

Эш урыны: 1972 йылдан — 1-се Ленинград медицина институтының кафедра мөдире; 1978 йылдан — ҡаланың баш кардиологы; 1980 йылдан башлап — Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Кардиология ғилми-тикшеренеү институты директоры (Санкт-Петербург), Г. Ф. Ланг исемендәге кардиология йәмғиәте (Санкт-Петербург) рәйесе.

В. А. Алмазов эшләгән терапия факультеты кафедра клиникаһы, терапия, кардиология, эндокрин һәм гематологик бүлектәре, интенсив терапия бүлеге булған күп профилле дауалау учреждениеһы булып китә.

В. А. Алмазов 1980 йылда Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының кардиология Ғилми-тикшеренеү институты булдырыу өсөн нигеҙ булып торған кардиология фәнни мәктәбенә нигеҙ һала.

Алмазов етәкселегендә 60 кандидатлыҡ һәм 25 докторлыҡ диссертацияһы яҡланған.

2001 йылда РМФА академигы В. А. Алмазов тураһында «Торопецк Ломоносовы» исемле телефильм төшөрөлә.

РМФА академигы В. А. Алмазов Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының медицина фәндәре бүлексәһе ағзаһы.

СССР Медицина фәндәре академияһынан СССР халыҡ депутаты итеп һайлана.

Санкт-Петербург һәм Рәсәйҙең әйҙәүсе клиникаларының береһе — Төньяҡ-көнбайыш федераль медицина тикшеренеү үҙәге уның исемен йөрөтә.

Алмазов Владимир Андреевич 300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт нәшер иткән, шул иҫәптән артериаль гипертензия һәм йөрәктең ишемия ауырыуы проблемалары тураһында 25 монография һәм медицина буйынса дәреслектәр.

  • Клиническая патофизиология учеб. пособие для студентов мед. вузов / В. А. Алмазов, Н. Н. Петрищев, Е. В. Шляхто, Н. В. Леонтьева, 1999. — 464 с.
  • Алмазов, Владимир Андреевич. «Пограничная артериальная гипертензия» В. А. Алмазов, Е. В. Шляхто, Л. А. Соколова, 1992. — 189 с.
  • Алмазов, Владимир Андреевич. «Здоровье — главная ценность» Л. Лениздат 1987 с. 17 см

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1998 йылда В. А. Алмазовҡа «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» исеме бирелә.
  • 1996 йылда Халыҡ-ара биографик үҙәге (Кембридж) XX быуат медицинаһында ҙур ҡаҙаныштары өсөн уны миҙал һәм диплом менән бүләкләй.