Эстәлеккә күсергә

Смолдырев Владимир Алексеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Владимир Смолдырев битенән йүнәлтелде)
Владимир Алексеевич Смолдырев
Файл:Смолдырев Владимир2.jpg
Владимир Алексеевич Смолдырев
Тыуған көнө:

26.5.1939

Тыуған урыны:

Дондағы Ростов ҡалаһы

Вафат булған көнө:

9.3.1971

Вафат булған урыны:

Хотьково ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

шағир

Ижад йылдары:

1966-1971

Йүнәлеше:

шиғриәт

Жанр:

верлибр

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

русса

Владимир Алексеевич Смолдырев (26 май, 1939 йыл Дондағы Ростов — 9 март, 1971 йыл, Хотьково) — рус совет шағиры, тәржемәсе.

Владимир Алексеевич Смолдырев Дондағы Ростовта 1939 йылдың 26 майында тыуа. Ростов мәктәбендә уҡый. Уның атаһы йылға караптарында капитан була һәм улын Дон, Волга, Кама йылғаларында үҙе менән бергә йөрөтә. Дон ерендә йөрөү, ундағы йылғалар, ҡояш, ҡайындар, ерҙәге ҡыуыштар — барыһы ла шағирҙең әҫәрҙәрендә сағылыш тапҡан. «Карандаши» һәм башҡа шиғырҙарында ул һуғыш ваҡытындағы шатлыҡһыҙ бала саҡты һүрәтләй. Дондағы Ростовта буласаҡ шағир машиналар төҙөү институтында уҡый. Ошо йылдарҙа ул шиғырҙар яҙа башлай, әҙәби берләшмәләргә йөрөй.

1962 йылда Ростов машиналар төҙөү институтын тамамлағас, Мәскәү өлкәһенең Сергиев-Посад районы Лоза ҡасабаһына эшкә йүнәлтелә. Лоза ҡасабаһында 1960 йылда Бөтә Союз прецизион подшипниктары институтының (ВНИПП) Тәжрибә заводы лабораторияһы базаһында ракета-космос техникаһы өсөн айырыуса дөрөҫ шариклы подшипниктар эшләп сығарыу һәм уларҙы үҙләштереү менән шөғөлләнеүсе Загорский филиалы барлыҡҡа килә. Шунлыҡтан 1961 йылдан башлап был ҡасабаға бик күп йәш механика белгестәре ебәрелә башлай.

А я хотел иметь карандаши,
такие, как у однорукого солдата.
В коробке. Разноцветные и длинные.
Заточенные грифели дразнили.
Я, как слепой, ощупывал коробку
и, пробуя цвета карандашей,
фигурки на ладони рисовал.
Я так хотел иметь карандаши!

В. Смолдырев. «Карандаши»

Ошо предприятиела инженер-конструктор булып эшләгән В. Смолдырев үҙенең булмышы шиғриәт икәнлеген аңлай. Билдәле шағир Борис Слуцкий уның остазы була. Ул Смолдыревтың шиғырҙарын матбуғатта, радиола, телевидениела тарата. Смолдырев ҡаланың «Клуб молодых» әҙәби берләшмәһенең етәксеһе булып китә. Уның семинарҙарына буласаҡ яҙыусы һәм шағирҙар Владимир Сосин, Владимир Жеглов, Иван Кудрявцев, Сергей Михайлин, Алексей Селиванов һәм башҡалар йөрөй.

Смолдырев шулай уҡ «Сельская молодёжь» журналы менән хеҙмәттәшлек итә, «Подвиг» мажаралар альманахының мөхәррире була. 1966 йылда В. А. Смолдыревтың «Акварель» шиғырҙар шәлкеме йәш шағирҙарҙың «Костры» шиғырҙар йыйынтығында баҫылып сыға.

Владимир Алексеевич Смолдырев радио һәм телевиденила сығыштар яһай, «Сельская молодёжь» журналында эшләй, уның «Подвиг» ҡушымтаһын мөхәррирләй, төрлө шиғриәт конкурстарының жюри ағзаһы була, француз шағире Поль Элюарҙың шиғырҙарын рус теленә тәржемә итә, картиналар төшөрә.

1969 йылдың аҙағында «Спираль Архимеда» шиғырҙар китабын нәшриәткә бирергә әҙерләй. 1970 йылдың яҙында уның сигналлы экземплярҙары сыға, ә төп баҫмаһы шағирҙың үлеменән һуң, 1971 йылда, нәшер ителә. Аҙаҡтан Смолдыревтың «Запах клевера» (1996) һәм «Венок несонетов» (1999) шиғырҙар йыйынтыҡтары донъя күрә.

В. А. Смолдыревтың һуңғы йылдары Хотьково ҡалаһында үтә. Бында ул йортто фатирға алып йәшәй һәм үҙенең иң яҡшы әҫәрҙәрен ижад итә. Хотьково ҡалаһында ул тормошоноң бөткәнлеген аңлай. Бындай төшөнкөлөккә бирелеүҙең сәбәбе ҡатыны Стелла менән айырылышыуҙа, унан һуң ҡыҙының тыуыуында, әсәһенең ҡаты сирләүендә була. Шулай уҡ «Спираль Архимеда» шиғырҙар китабының типография техник сәбәптәре арҡаһында юҡҡа сығыуы, шуның өсөн суд мәшәҡәттәренең килеп сығыуы, уның шиғырҙарын баҫмау, ә бары маҡтау ғына шағирҙе бөгәләр. Шағирҙән ул яратып уҡыған шағирҙәргә алама фекерҙәр яҙҙырырға ҡушыу ҙа үҙ өлөшөн индерә. Аҡсаһыҙлыҡтан интеккән шағир Смолдырев, бурыстарын түләү өсөн, дәүләт ҡушҡан заказды үтәй — ул Манғышлаҡ ярымутрауындағы комсомолецтар тураһында ҙур ҡыйынлыҡ менән поэма яҙа. Һәр саҡ шат һәм алсаҡ шағир төшөнкөлөккә бирелә, араҡы эсә башлай, хатта люминал ҡулланасаҡмын тип тә ҡурҡыта.

Смолдырев 1971 йылдың 9 мартында үпкә шешеүенән вафат була, Горбунов зыяратында ерләнә. 1996 йылда В. А. Смолдыревтың дуҫтары Н. Н. Соловьёвтың әүҙемлеге менән уның «Запах клевера» шиғырҙар китабын шағирҙең үлеүенә 25 йыл тулыуға бағышлап сығара. 60 йәшлек көнөнә бағышлап «Венок несонетов» шиғырҙар йыйынтығын нәшер итәләр.

Смолдыревтың тәүге шиғырҙары 1966 йылда «Костры» коллектив йыйынтығында баҫыла. Ул китап «Акварель» тип атала.

Смолдырев шағирҙән ҙур оҫталыҡ талап иткән верлибрҙар яҙа. Уның шиғырҙарының үҙенсәлеге — әҫәрҙәрендә СССР-ҙың 60-сы йылдарына хас булған идеологияның бөтөнләй булмауы.

2001 йылда «Посадская лира» шиғри конкурсы сиктәрендә ҡаланың йәш шағирҙары өсөн Смолдырев исемендәге премия булдырыла.

  • Поэзия Дона. Антология. XX—XXI. — Ростов н/Д: Ростов­книга, 2014. — 480 с.
  • Эльчиев В Шестидесятники Лозы /В.Эльчиев //Кстати, 2008. — № 4(16).- С.34−36.
  • Киктенко В. На кромке бытия / В. Киктенко // Российский писатель, 2001. — № 4 . — С. 15.
  • Смолдырев В. А. Запах клевера: стихотворения / В. А. Смолдырев. -Комитет по культуре, Сергиев Посад, 1996. — 159 с.
  • Газета «Вперед» от 23 июня 2001 года.
  • Газета «Зеркало» от 15 марта 2001 года.