Волкова Мария Сидоровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Волкова Мария Сидоровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 25 октябрь 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Марковский район[d], Луганск өлкәһе
Вафат булған көнө 4 март 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (78 йәш)
Вафат булған урыны Аксай[d], Ростов өлкәһе, Рәсәй
Һөнәр төрө һауынсы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Волкова Мария Сидоровна (25 октябрь 1918 йыл4 март 1997 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы, һауынсы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мария Сидоровна Волкова 1918 йылдың 25 октябрендә Киричевка ауылында (хәҙер — Украинаның Луганск өлкәһе Марковский районы). 1931 йылда Ростов өлкәһенең Аксай ҡалаһына күсеп килә, унда Ленин исемендәге колхозда эшләй, башта төрлө эштәрҙә йөрөй, ә һуңынан һөт фермаһында һауынсы булып эшләй башлай[1].

Һауынсы Мария Волкова һөт һауыу буйынса юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә, артым арттырып ҡына ҡалмай, уның үҙҡиммәтен дә кәметә. 1965 йылда үҙенә беркетелгән һыйырҙарҙан 3200, ә таналарҙан — 3100 литр һөт һауып ала[1].

СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 22 мартындағы Указы менән «малсылыҡта ирешкән уңыштары, ит, һөт, йомортҡа, йөн һәм башҡа продукцияларҙы етештереүҙе һәм әҙерләүҙе арттырыуы өсөн» Волкова Мария Сидоровнаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапршырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә[1]. Шулай уҡ бер нисә миҙал менән бүләкләнә[1].

Ғүмеренең һуңғы йылдарын Аксайҙа үткәрә. 1997 йылдың 4 мартында вафат була [1].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Список Героев Социалистического Труда Ростовской области

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Волкова Мария Сидоровна. «Герои страны» сайты.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]