Эстәлеккә күсергә

Волохов Георгий Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Волохов Георгий Николаевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 23 август 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Вафат булған көнө 23 май 2024({{padleft:2024|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (89 йәш)
Һөнәр төрө летчик-һынаусы
Уҡыу йорто МДУ-ның механика-математика факультеты[d]
Хәрби звание Капитан
Ғәскәр төрө СССР хәрби-һауа көстәре[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Волохов Георгий Николаевич (1934 йыл, 23 август, Мәскәү) — Советтар Союзы Геройы (1981), СССР-ҙың атҡаҙанған лётчик-һынаусыһы, (1977), запастағы капитан.

Георгий Николаевич Волохов 1934 йылдың 23 авгусында Мәскәүҙә хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған. 1951 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетына уҡырға инә һәм уны 1956 йылда тамамлай. Университетта уҡыу менән бер үк ваҡытта В. П. Чкалов исемендәге Үҙәк аэроклубта шөғөлләнә. 1956—1959 йылдарҙа ғилми-тикшеренеү институты-1 филиалында эшләй, инженер. «Буря» ҡанатлы ракетаһын төҙөүҙә һәм һынауҙа ҡатнаша.

1960 йылда Летчик-һынаусылар мәктәбен тамамлай[1][2] (ШЛИ), 1961 йылдың июненән 1989 йылдың мартына тиклем С. В. Ильюшин исемендәге тәжрибә-конструкторлыҡ бюроһы лётчик-һынаусыһы.

Яңы (шул иҫәптән, хәрби) авиация техникаһын һынауҙа ҡатнаша. Самолеттар: Ил-62/3 (28.07.1965; 2-се осоусы), Ил-76 (25.03.1971; 2-се осоусы), Ил-76/2 (25.02. 1973; 2-се осоусы), Ил-86 (22.12.1976; 2-се осоусы), Ил-86-450 (1.06.1982; 2-се осоусы).

1965—1966 йылдарҙа максималь ауырлығы менән Ил-38, ҙур мөйөштәрҙә һәм тупраҡта Ил-76, киҫкен режимдарҙа Ил-62 һәм Ил-76МД, Ил-18 «Полоса» (бөтә траектория буйынса автоматик осош башҡарыу мөмкинлеге биргән навигация-пилотаж ҡорамалдар комплексы менән, тәжрибә) самолеттарын һынай.

1981 йылдың сентябрендә Волохов экипажы Ил-86-ла тиҙлеккә 18 авиация донъя рекорды ҡуя (йомоҡ 2000 км маршрутта 35, 40, 50, 60 һәм 65 т коммерция йөгө менән 970 км/сәғ, йомоҡ 1000 км маршрутта 35-тән 80 тоннаға тиклем коммерция йөгө менән 956 км/сәғ уртаса тиҙлек үҫтерә)[3].

һуңғы Ту-144 яҙмышы тураһында

«Был мәҙәниәт, техника һәйкәле, авиация пигы!.. Әгәр ҙә беҙ уны ҡотҡармаһаҡ, тергеҙеү мөмкин булмаясаҡ. Ул бит ҡулдан эшләнгән. Ул оҫталар ҙа, ул станоктар ҙа юҡ инде. Уны тимер-томор хаҡына һатыу — Рембрандт картинаһын киндер хаҡына һатыуға тиң !»[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. ШЛИ со временем. Дата обращения: 31 март 2012. Архивировано 6 октябрь 2014 года.
  2. фото выпуска ШЛИ 1960 год
  3. Г. Н. Волохов на сайте «Герои неба». Дата обращения: 1 октябрь 2014. Архивировано 6 октябрь 2014 года. 2014 йыл 6 октябрь архивланған.
  4. ТУ-144 2014 йыл 8 октябрь архивланған.