Эстәлеккә күсергә

Волчихина Дина Ивановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Волчихина Дина Ивановна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 26 июль 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})
Тыуған урыны Воронеж, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 18 июль 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (87 йәш)
Вафат булған урыны Октябрьский[d], Курганинский район[d], Краснодар крайы, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены «Урак һәм Сүкеш» алтын миҙалы

Волчихина Дина Ивановна (26 июль 1933 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966)

Дина Ивановна Волчихина 1933 йылдың 26 июлендә Воронеж ҡалаһында тыуған[1]

Ошо уҡ ҡаланың урта мәктәбен тамамлағас, хеҙмәт эшмәкәрлеген Краснодар крайының Ҡурған районының 5 -се Безводненский мәктәбендә пионервожатый булып башлай. Бер үк ваҡытта Кропоткин ҡалаһында педагогия училищеһында ситтән тороп уҡый[2]

1955 йылда кейәүгә сыға һәм 1957 йылда ире менән Сталинград (хәҙерге Волгоград) ҡалаһына күсеп килә, унда үҙ тиҫтерҙәре менән «СТЗ» маркаһы аҫтында ауыл хужалығы тракторҙары сығарған данлыҡлы трактор заводында эшләй[3]

1958 йылда Дина Ивановна яңынан Краснодар крайына Белореченск ҡалаһына ҡайта һәм Сталин исемендәге 2-се совхозда яюай эшсе булып эшләй башлай. Ә инде 1960 йылда «Октябрьский» тип үҙгәртелгән совхозды ул йәшелсә үҫтереү буйынса аккорд-премиаль звеноны етәкләй, ул етәкләгән звено ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә рекордлы уңышҡа өлгәшә

СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 30 апрелендәге Указы менән производствоны арттырыуҙағы һәм картуф, йәшелсә, емеш-еләк һәм виноград әҙерләүҙәге уңыштары өсөн Волчихина Дина Ивановнаға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1970 йылдың апрель айында Д.И.Волчихина Ҡурған райоынының Октябрьский районына йәшәргә күсә, унда совхозда 1 -се ялан бригадаһының бригадиры булып 1988 йылда хаҡлы ялға киткәнгә тиклем эшләүен дауам итә. Октябрьский ҡасабаһында йәшәй.[3]

Производство менән бер рәттән, Дина Ивановна Волчихина йәмәғәт эшмәкәрлеге менәндә шөғөлләнә — 1987 йылда СССР профсоюздарының XVIII съезына делегат итеп һайлана.

Шулай уҡ миҙалдар менән бүләкләнә һәм «Кубандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән исемгә лайыҡ була (1996).[4]

  • Герои Социалистического Труда Краснодарского края
  • Трудовая слава Кубани. Под. ред. Н. Л. Заздравных, Краснодар, 2003.
  • Т. Зотич. Внимание и почет — героям // Курганинские итоги. — 2013. — 1 августа.