Вольск тыл хәрби институты
Вольск тыл хәрби институты | |
Нигеҙләү датаһы | 23 февраль 1928 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Перше Вольське військове авіаційно-технічне училище, Объединённая школа лётчиков и авиационных техников, Вторая Вольская военная школа авиационных техников, Вольское военное авиационно-техническое училище, Первая Вольская военная авиационная школа авиамехаников, Первое Вольское военное авиационно-техническое училище, Вольское командно-техническое училище имени Ленинского Краснознамённого комсомола, Вольское военное училище имени Ленинского Краснознамённого комсомола, Вольское высшее военное училище тыла имени Ленинского Краснознамённого комсомола, Аб’яднаная школа лётчыкаў і авіяцыйных тэхнікаў, Другая Вольская вайсковая школа авіяцыйных тэхнікаў, Другая Вольская вайсковая школа авіяцыйных тэхнікаў імя Ленінскага Чырваназорнага камсамолу, Вольская вайсковая авіяцыйна-тэхнічная вучэльня, Першая Вольская вайсковая авіяцыйная школа авіямэханікаў, Першая Вольская вайсковая авіяцыйна-тэхнічная вучэльня, Вольская камандна-тэхнічная вучэльня імя Ленінскага Чырваназорнага камсамолу, Вольская вайсковая вучэльня імя Ленінскага Чырваназорнага камсамолу, Вольская вышэйшая вайсковая вучэльня тылу імя Ленінскага Чырваназорнага камсамолу, Вольская філія Вайсковай акадэміі тылу і транспарту, Вольская вышэйшая вайсковая вучэльня тылу (вайсковы інстытут), Вольская філія Вайсковай акадэміі тылу і транспарту, Вольскі вайсковы інстытут тылу һәм Вольскі вайсковы інстытут матэрыяльнага забесьпячэньня |
Дәүләт |
Совет Рәсәйе Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Вольск[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Адрес | 12903, Һарытау өлкәһе, Вольск ҡалаһы, М. Горький урамы, 3 |
Вольск тыл хәрби институты (рус. Вольский военный институт тыла) — юғары хәрби-уҡыу йорто, СССР Ҡораллы Көстәренең һәм Рәсәй Федерацияһының тыл хеҙмәте өсөн офицер кадрҙары әҙерләү маҡсатында 1928 йылдың 23 февралендә нигеҙләнә. 1998 йылдың 16 сентябренән, филиал булараҡ, А. В. Хрулев исемендәге матди-техник тәьминәт хәрби академияһы структураһына инә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иртә тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1821 йылда Вольск ҡалаһына Воронеж губернаһы губернаһынан Елисаветград гусар полкы дислокациялана. 1823—1829 йылдарҙа полк базаһында, 1829—1853 йылдарҙа Һарытау хәрби кантонсылар батальондың 3-сө бригадаһы базаһында кантонист егеттәрҙе хәрби хеҙмәткә әҙерлек алып барыла, барлығы 13 меңдән ашыу кеше әҙерләнә. 1858 йылда хәрби кантонсылар мәктәбе базаһында Һарытау хәрби ведомствоһы мәктәбе асыла, 1868 йылда хәрби ведомство училищеһы хәрби прогимназия итеп үҙгәртелә[1].
1882 йылда хәрби гимназиялар кадет корпустарына әйләндерелә, ә хәрби прогимназиялар ябыла һәм бары тик 1885 йылда ғына Вольск хәрби прогимназияһы Вольск хәрби мәктәбенә үҙгәртелә. 1908 йылда мәктәп базаһында Вольск кадет корпусы ойошторола, ул Рәсәй империяһы кадет корпустарының 36-сыһы була. 1914 йылдың 29 майында Вольск кадет корпусында тәүге сығарылыш үтә. 1918 йылдың 19 апрелендә Халыҡ комиссарҙары советы ҡарары Вольск кадет корпусы ябыла[1][2][3].
Төп тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Революцион хәрби советтың 1928 йылдың 13 июлендәге 221 һанлы бойороғо менән Вольскиҙа осоусылар һәм авиация техниктары берләштерелгән мәктәбе ойошторола. 1928 йылдың 7 ноябрендә уҡыу процесы башлана. СССР Революцион хәрби советының 1931 йылдың 6 июнендәге бойороғо менән Осоусылар һәм авиация техниктары берләштерелгән мәктәбе Икенсе Вольск авиация техниктары хәрби мәктәбе итеп үҙгәртелә. 1932 йылдың 11 мартында ВЦИК-тың 10 һанлы ҡарары менән мәктәбенә «Ҡыҙыл байраҡлы Ленин комсомолы» почетлы исеме бирелә[4][3].
1937 йылдың 13 майында СССР Оборона халыҡ комиссариатының 067-се бойороғона ярашлы, мәктәп базаһында Вольск хәрби авиация-техник училищеһы ойошторола. 1941 йылдың 5 февралендә СССР Оборона халыҡ комиссариатының 048-се бойороғо менән 23 февраль (1928 йылдың 23 февралендә училище асыла) уҡыу йортоноң байрамы тип билдәләнелә, 049-сы бойороҡ менән авиация-техник хәрби училище базаһында Беренсе Вольск авиамеханиктарҙың хәрби авиация мәктәбе ойошторола. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда училище фронт ихтыяждары өсөн хәрби-һауа көстәренең авиация офицерҙарын әҙерләй. Шул осорҙа училищены тамамлаусыларҙың тотош бер плеядаһы Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була[3][5].
СССР Ҡораллы Көстәре Генераль штабының 1951 йылда директиваһына ярашлы, авиамеханиктар хәрби авиация мәктәбе Беренсе Вольск хәрби авиация-техник училище итеп үҙгәртелә. Унда ике йыл уҡығандан һуң урта махсус белем таныҡлығы бирелә, 1953 йылдан уҡыу мөҙҙәте бер йылға арттырыла. СССР Оборона министрының 1959 йылдың 31 декабрендәге бойороғо менән Беренсе Вольск хәрби авиация-техник училищеһы СССР-ҙың Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре составына күсерелә. 1962 йылдың 22 декабрендә авиация-техник хәрби училище базаһында Ҡыҙыл байраҡлы, Ленин комсомолы исемендәге Вольск команда-техник училищеһы ойошторолар[3][5].
1964 йылдың 2 июлендә СССР Ҡораллы Көстәре Генераль штабы һәм СССР Ҡораллы Көстәренең тыл начальнигы директиваһы менән команда-техник училище Ҡыҙыл байраҡлы, Ленин комсомолы исемендәге Вольск хәрби училищеһы тип үҙгәртелә һәм СССР Ҡораллы Көстәренең тыл структураһына тапшырыла. СССР Министрҙар Советы ҡарары һәм СССР Оборона министры бойороғо менән 1971 йылдың 24 июнендә Вольск хәрби училищеһы Ҡыҙыл байраҡлы, Ленин комсомолы исемендәге Вольск юғары хәрби училищеһы тип үҙгәртелә һәм дүрт йыл уҡытыу ваҡыты менән юғары хәрби-белем биреү йортона әйләнә. 1978 йылдың 13 сентябрендә СССР Юғары Советы Президиумы указы менән Вольский юғары хәрби училищеһы Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була.
1994 йылдан училище биш йыллыҡ уҡыуға күсерелә. 1998 йылдың 16 сентябрендә Рәсәй Федерацияһы оборона министрының 417 һанлы бойороғо менән Вольск юғары хәрби училищеһы, филиал булараҡ, Тыл һәм транспорт хәрби академияһы составына инә. 2005 йылдың 1 ғинуарынан Хәрби академияның Вольский филиалы Вольск тыл хәрби училищеһы (Тыл хәрби институты) тип үҙгәртелә[3]. Институттың профессор-уҡытыусылар составы: 9 доктор һәм 119 фән кандидатынан тора[6]. Вольск хәрби училищеһы эшләй башлағандан алып уның 35 тамамлаусыһы Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була, шул иҫәптән И. С. Полбин һәм В. И. Мыхлик был исемде ике тапҡыр ала. Ике кеше — Социалистик Хеҙмәт Геройы, берәү — Рәсәй Федерацияһы геройы. Һуңынан уыуҡ йортон тамамлаусыларҙың 80-дән ашыуы генерал дәрәжәһенә лайыҡ була.
Етәкселеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1928—1931 йылдар — комбриг Жаров Федор Иванович
- 1986—1993 йылдар — комдив Николаев Михаил Тимофеевич
- 1933—1936 йылдар — комдив Якубов Роза Абдуллаевич
- 1936—1937 йылдар — 1-се ранг хәрби инженер Баранов Кирилл Яковлевич
- 1937—1941 йылдар — инженер-полковник Хадеев Степан Петрович
- 1942—1949 йылдар — инженер-полковник Христюк Крестовых Степан
- 1949—1955 йылдар — инженер-полковник Никифоров Яков Александрович
- 1955—1959 йылдар — инженер-полковник Терехов Сергей Дмитриевич
- 1959—1965 йылдар — генерал-майор Кичигин Александр Иванович
- 1965—1968 йылдар — генерал-майор Гаретнин Николай Иванович
- 1968—1976 йылдар — генерал-майор Горюн Владимир Федорович
- 1976—1986 йылдар — генерал-лейтенант Толмачев Николай Михайлович
- 1986—1991 йылдар — генерал-майор Мукомолов Владимир Николаевич
- 1991—2001 йылдар — генерал-майор Громов Евгений Сергеевич
- 2001—2002 йылдар — генерал-майор Мухоед Сергей Дмитриевич
- 2002—2015 йылдар — генерал-майор Горбунов Михаил Михайлович
- 2015—2020 йылдар — генерал-майор Рихель Сергей Григорьевич
- 2020 йылдан полковник Зенков Вячеслав Юрьевич
Билдәле тамамлаусылар һәм уҡытыусылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Полбин Иван Семенович
- Мыхлик Василий Ильич
- Булгаков Дмитрий Витальевич
- Кокушкин Олег Иоильевич
- Бочаров Владимир Михайлович
- Гомоненко Никита Васильевич
- Вдовенко Иван Тимофеевич
- Кузьмин Георгий Павлович
- Серов Анатолий Константинович
- Гавриш Иван Фомич
- Грошев Николай Петрович
- Ерёмин Борис Николаевич
- Жабинский Дмитрий Иванович
- Ишанкулов Абдусаттар
- Карпухин Михаил Терентьевич
- Коленников Василий Фёдорович
- Коряков Василий Николаевич
- Котляр Феодосий Порфирьевич
- Лёвин Григорий Тимофеевич
- Масленников Виталий Иванович
- Пусэп Эндель Карлович
- Румянцев Михаил Ильич
- Глазыкин Николай Георгиевич
- Евсевьев Иван Иванович
- Зеленцов Виктор Владимирович
- Мартынов Михаил Иванович
- Полынин Фёдор Петрович
- Рыкачёв Юрий Борисович
- Фирсов Илья Петрович
- Власов Иван Павлович
- Калина Александр Данилович
- Сиренко Иван Лаврентьевич
- Сыченко Пётр Фёдорович
- Хвоя Никита Фёдорович
- Хохлов Пётр Ильич
- Чупиков Павел Фёдорович
- Грязнов Викентий Григорьевич
- Нечепуренко Иван Иванович
- Рябых Пётр Георгиевич
- Зашибалов Михаил Арсентьевич
- Игнатьев Владимир Митрофанович
- Большаков Анатолий Иванович
- Капитонов Николай Михайлович
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1978 йыл 13 сентябрь — «офицер кадрҙары әҙерләүҙәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн[7]»
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Становление и развитие Вольского военного училища до 1918 года . ВАМТО имени А. В. Хрулёва. Дата обращения: 14 декабрь 2020.
- ↑ Вольский кадетский корпус . Кадеты России. Дата обращения: 14 декабрь 2020.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Тыл, равный фронту . Военно промышленный курьер. Дата обращения: 14 декабрь 2020.
- ↑ История института . ВАМТО имени А. В. Хрулёва. Дата обращения: 14 декабрь 2020.
- ↑ 5,0 5,1 Журнал: «Актуальные проблемы гуманитарных и социально-экономических наук» / Историко-истографический анализ источников по проблеме роли вольской земли в истории российских воинских частей середины ХХ — начала ХХI века(недоступная ссылка) // С. В. Постников, Изд. Вольский военный институт материального обеспечения (филиал) Военной академии материально-технического обеспечения имени генерала армии А. В. Хрулёва, Вольск: № 3 (74) — 2020 г. — С.192—198
- ↑ Филиал сегодня . Дата обращения: 14 декабрь 2020.
- ↑ Ведомости Верховного Совета СССР / Изд. Верховный Совет СССР, Том 41: 1978 г. — С.590
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вольское военное: исторический очерк / Изд. Министерство обороны Российской Федерации, М.: 1998 г. — 178 с.
- Журнал: «Актуальные проблемы гуманитарных и социально-экономических наук» / Историко-истографический анализ источников по проблеме роли вольской земли в истории российских воинских частей середины ХХ — начала ХХI века(недоступная ссылка) // С. В. Постников, Изд. Вольский военный институт материального обеспечения (филиал) Военной академии материально-технического обеспечения имени генерала армии А. В. Хрулёва, Вольск: № 3 (74) — 2020 г. — С.192—198
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- От гусар и кадетов к советскому военному училищу (неопр.). Вольск. Дата обращения: 14 декабря 2020.
- Выпускники из Вольска служат в каждой части (неопр.). Красная звезда. Дата обращения: 14 декабря 2020.