Вольфарт себене

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Вольфарт себене
Вольфарт себене
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Быуантыҡаяҡлылар
Класс: Бөжәктәр
Отряд: Ике ҡанатлылар
Ғаилә: Һоро ит себендәре
Ырыу: Wohlfahrtia
Төр: Вольфарт себене
Латинса исеме
Wohlfahrtia magnifica
(Schiner, 1862)
  • Sarcophila magnifica
NCBI 641482

Вольфарт себене — ит себендәре ғаиләһендәне ике ҡанатлы себен.

Ҡорһағында өс рәт ҡара табы булған асыҡ һоро төҫтәге ҙур себен (оҙонлоғо 9—15 мм). Күбеһенсә Рәсәйҙең далалы зонаһында йәшәй, һирәк кенә урман-дала зонаһында осорай. Зур бөжәк сатыр сәскәлеләр нектары менән туйына. Тереләй тыуҙырыусы себен, йәрәхәтле тире ҡапламына, кеше һәм хайуандарҙың ҡолаҡ, ауыҙ, танау һәм күҙҙәренә 120—160 личинка һала. Личинкалары сәламәт туҡымаларҙы ашай һәм миаз («ҡортло ауырыу») тип аталған ауырыу китереп сығара. Вольфарт себене личинкаларының зыяны бик ҙур булғанда, хәлһеҙләнгән өлкәндәр һәм балалар өсөн үлем ҡурҡынысы тыуа. Личинкаларҙың тулы үҫеш дәүере — 3—5 тәүлек.

Ерҙә ҡурсаҡҡаа әүерелә. Кеше һәм хайуандарҙа вольфарт себене личинкалары тыуҙырған миаз осраҡтары күҙәтелә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Павловский Е. Н. Руководство по паразитологии человека. М.-Л., 1948. Т. 2; Степанов К. Д., Бойко В. А. Два случая паразитирования личинок Вольфартовой мухи в ТАССР // Казанский медицинский журнал. 1959. Вып. 3.

Сығанаҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Fly April 2008-9.jpg
Fly April 2008-11.jpg