Всесвятский cиркәүе (Түбәнге Новгород)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Всесвятский cиркәүе
Рәсем
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Түбәнге Новгород
Епархия Нижегородская и Арзамасская епархия[d]
Commons-logo.svg Всесвятский cиркәүе (Түбәнге Новгород) Викимилектә

Бөтә изгеләр сиркәүе (Всесвятский, йәки Петропавловский) Түбәнге Новгородта урынлашҡан — элекке ҡала зыяраты сиркәүе, 1781-1785 йылдарҙа төҙөлгән һәм хәҙерге көндә Кулибин паркында (элекке Петропавловский зыяраты) тора.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Петропавловский зыяраты  xx быуат башында

Петропавловский зыяраты сиркәүе Түбәнге Новгород тарихындағы  беренсе сиркәү. Рәсәй ҡалалары Санкт-Петербург һәм Мәскәү ҡалаларында таштан биналар төҙөү тураһындағы комиссия Рәсәйҙең башҡа ҡалаларын да яңы нигеҙҙә даими төҙөүҙе тикшерә. Шул саҡта, 1763 йылда, комиссия ҙур ҡыйынлыҡтар менән осраша, сөнки һәр бер мәхәллә сиркәүе янында зыяраттар урынлашҡан була. Уларҙа яңы урамдар асыу халыҡ араһында ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙыра.

1771 йылдың 17 ноябрендә Сенат бойороҡ бирә:

«Бер кемгә лә ҡала сиркәүе янында ерләнеү рөхсәт ителмәй. Зыярат өсөн ҡала ситендә айырым урын бүленергә тейеш»[1]

1775 йылда Түбәнге Новгородтан ярты саҡрымда торған Варвара рәшәткәһе артында дөйөм ҡала зыяраты өсөн буш урын бирелә, уның янында бәләкәй сиркәү-часовня ҡуялар һәм уны ҡоймалар менән ураталар.

1781 йылда губерна архитекторы Яков Ананьин проекты буйынса Петропавловский сиркәүе төҙөлә, әммә уның төп тәхете Петр һәм Павел хөрмәтенә бары тик 1785 йылда ғына изгеләндерелә.

Совет осоронда (60 йыл буйына) сиркәү бинаһында «Пионер» кинотеатры эшләй. Диндарҙарға сиркәү 1990 йылда кире ҡайтарыла.

Исеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Барлыҡ зыярат сиркәүҙәренең күпселеге кеүек, уны Всесвятский тип, ә төп тәхетенең исеме менән — Петропавловский сиркәүе тип йөрөтәләр.

Архитектура[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сиркәү манараһы тергеҙелгәнгә тиклем (2009 й.)

Бағанаһыҙ бина, сирек стеналар өҫтөндә һигеҙ ҡырлы ҡат ҡуйылған. Барокко формалы өс ҡатлы ҡыңғырау манаралы, сиркәү комплекс карап тибындағы көнбайышҡа ҡараған төп ишекле бинанан ғибәрәт. Совет осоронда уның манараһы емерелә, 2014 йылда ул ике ҡатлы итеп яңынан төҙөлә. Барокко тибындағы тәҙрә өҫтөндәге биҙәүҙәр кирбесте ҡырып эшләнгән. Был сиркәү Түбәнге Новгородта һаҡланып ҡалған берһән-бер XVIII быуат барокко ҡомартҡыһы.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Парк Кулибина
  • Архитектура Нижнего Новгорода

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. ЦГИА, ф.799, оп.33, д.973

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Филатов Н. Ф. Нижний Новгород. Архитектура XIV — начала XX века. — Нижний Новгород: РИЦ «Нижегородские новости», 1994. — ISBN 5-88452-008-5
  • Храмцовский Н. И. Краткий очерк истории и описание Нижнего Новгорода. — Нижний Новгород: Книги, 2005. — ISBN 5-94706-026-4

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]