Эстәлеккә күсергә

Выборг замогы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Выборг замогы
фин. Viipurin linna
швед. Wiborgs slott
Нигеҙләү датаһы 1293
Рәсем
Нигеҙләүсе Торгильс Кнутссон[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Выборг
Входит в состав списка памятников культурного наследия список объектов культурного наследия: Выборг (крепости)[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
План помещения
Указания, как добраться о. Замковый
Зимнее изображение
Вид из этого места
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1293
Карта
 Выборг замогы Викимилектә

Выборгский замогы (фин. Viipurin linna, швед. Viborgs slott) Фин ҡултығындағы ҙур булмаған утрауҙа (122 х 170 м) төҙөлгән замок. Һыу уртаһындағы замок иң боронғо Выборг нығытмаларының береһе — ул XIII быуатҡа барып тоташа. Был замок Рәсәйҙә урта быуат көнбайыш европа хәрби ҡоролмалар сәнғәтенең бик әҙ һанлы һаҡланып ҡалған ҡомартҡыларының береһе.

Выборг замогы, 1840

Выборг замогына1293 йылда шведтар нигеҙ һалған, был Карел еренә Өсөнсө тәре походы ваҡытында була[2]. Урта быуаттар урыҫ терминологияһы буйынса : Корел ҡәбиләләре ерҙәренә — Бөйөк Новгородтың союздашына тәре походы ваҡытында. 1980-сы йылдарҙа алып барылған археологик ҡаҙыуҙар күрһәтеүенсә, элекке Замковый утрауында шведтар тарафынан емерелгән карелдарҙың нығытмалы пункты урынлашҡан булған. Швед короле регенгты Кнутссон Торгильс ҡарары буйынса, Замковый утрауында бик ҡеүәтле замок төҙөлә, ул Выборг исемен ала. Шведтар утрауҙың ҡалҡыу өлөшөндә квадрат планлы стена төҙөгәндәр. Замоктың иң бейек ҡарауыл һәм хәрби манараһы норвег короле, Скандинавияны суҡындырған Изге Олав хөрмәтенә уның исеме менән аталған. Оҙаҡ ваҡыт был башня Скандинавияның иң бейек донжоны тип һаналған. Төҙөлгән ҡәлғә диуарҙарының ҡалынлығы 1,5—2 метр, манара стенаһының ҡалынлығы — 4 метр булып, диуары тештәр менән тамамланған, ә периметры буйлап ағас галерея-хәрби юл булған. Выборг замогы Выборг ҡалаһының үҙәге һәм Карел муйынына швед йоғонтоһоноң ышаныслы форпосты булып ҡала 1710 йылға тиклем.

Новгород республикаһы карел ерҙәрен юғалтырға теләмәй, һәм 1294 йылда Бөйөк Новгород дружинаһы Выборгты ҡамай, ләкин ул Новгород ала алмай. Ҡала һәм шведтарға ҡаршы хәрби поход уңышһыҙ булды 1322 йылда шведтарға ҡаршы кенәз Юрий Даниилович ойошторған поход та уңышһыҙ бөтә: кенәз Юрий Даниилович ғәскәре бер ай буйына замок диуарҙары аҫтында тора, замокты алырға хатта улар ҡулланған таш бәреүсе машиналар ҙа ярҙам итә алмай. 1323 йылда Новгород һәм Швеция араһында төҙөлгән Ореховецкий тыныслыҡ килешеүе буйынса улар араһында сик Сестра йылғаһы, Карел муйыны Выборг менән бергә Швецияға күсә.

1442—1448 йылдарҙа король наместниғы короле Карл Кнутссон Бунде, тип хәбәр итә шул ваҡыттың хроникаһы, «ҡәлғә төҙөлөшөнә бик күп сығымдар тотона, бында матур палаталар ойоштора… ҡәлғәнең ҡыйығын ҡаплай, стеналарын тештәр менән уратып төҙөй, унан да матур замокты табып та булмай…». утрау периметры буйынса оборона стеналары төҙөлә, улар арҡаһында замоктың «аҫҡы ихатаһы» барлыҡҡа килә. Тышҡы стенаһы планы үҙ эсенә бер нисә квадраттан тора (Пожарная, Сторожевая, Новая, Башмачник)[3] Бунде Швеция короле булып киткәс, уны наместник полсында алмаштырған Эрик Аксельссон Тотт һәм Өлкән Стуре Стен замокты нығытыу һәм камиллаштырыуҙы дауам итәләр. Беренсе булып планда түңәрәк формалы башня төҙөлә, уны Ожмах башняһы тип атайҙар. Бында күркәм рыцарҙар залы һәм парад бүлмәләре булдырыла. Бинала изразецтан эшләнгән мейес изразцовый барлыҡҡа килә, Изге Олаф башняһы стеналары ағас панелдәр менән көпләнә, юғары ихатаға таш юл һалына. Эрик Тотт Аксельссон ярымутрауҙа замок алдында барлыҡҡа килгән ҡаланы ла 9 манаралы һәм 2 бастионлы стена һәм ер валдар, һыу тултырылған соҡорҙар менән уратып ала. Боронғо ҡәлғә шулай итеп яңы ҡәлғәнең тылындағы нығытма булып ҡала.[4].

Финляндия маркаһында төшөрөлгән Выборг замогы, 1931
Ҡала яғынан ҡарағанда Выборг замогы, 2000
  1. Постановление Совета Министров РСФСР № 1327 от 30.08.1960
  2. История Выборгского замка.
  3. Хроники Карла, XV в. Государственный музей «Выборгский замок»
  4. Выборгский замок. Туристический альманах «Россия». Дата обращения: 31 октябрь 2013. Архивировано 13 март 2010 года. 2010 йыл 13 март архивланған.
  • Выборгский замок от «А» до «Я» / Коллектив авторов; под ред. Ю. И. Мошник. 2-е изд. Выборг: ГБУК ЛО «Выборгский объединенный музей-заповедник», 2018. — 220 с
  • Михаил Васильев. Осада и взятие Выборга русскими войсками и флотом в 1710 г. — Москва: Воениздат, 1953. — 104 с. Архивная копия от 25 октября 2010 на Wayback Machine (недоступная ссылка с 03-02-2018 (2494

 дней)).