Выру этносы флагы
Выру этносы флагы — Эстонияның көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Рәсәй һәм Латвия сигендә, йәшәгән выру халҡы флагы.
Дөйөм мәғлүмәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Выру халҡының флагы йәшел туҡыманан ғибәрәт, унда һигеҙ осло йондоҙ рәүешендә 8 аҡ параллелограмма урынлашҡан. Был билдә бәхет килтерә һәм ярлыларҙы яҡлай тип иҫәпләнә. Билдәнең һигеҙ сегменты Вырумааның һигеҙ боронғо кихелькондын символлаштыра — Урваста, Канали, Пылва, Рялина, Вастселийна, Рыуге, Харгла, Карула. Туҡыманың йәшел төҫө — урманды, ә аҡ төҫ намыҫлы һәм саф йәнде аңлата[1]. Флаг халыҡ тауыш биреү һөҙөмтәһендә раҫлана һәм тәүге тапҡыр 2013 йылдың 14 февралендә Кяэпа ауылы мәктәбендә эленеп ҡуйыла[2].
Былар ҡыҙыҡлы
Флаг юғары ныҡлыҡтағы туҡыманан яһала (100 % полиэстер). Материал температураның үҙгәреүенә сыҙамлы, ҡояшта янмай, һәм ямғыр йәки ҡарға бирешмәй. Секундына 10-15 метрҙан ашыу ел иҫкәндә флагты флагштоктан төшөрөргә һәм бинаға индереп ҡуйырға, әгәр ундай мөмкинлек булмаһа — флагшток тирәләй урап, уны бау йәки башҡа төрлө ҡулайлама ярҙамында беркетергә кәңәш ителә[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Выру халҡы флагына ихтыяж 1980-се йылдар аҙағында көсәйгән выру теле һәм мәҙәниәте хәрәкәте менән бәйле барлыҡҡа килә. 2004 йылда флагтың варианты тәҡдим ителә, ул йәшел төҫтәге һары-зәңгәр-йәшел күк түңәрәктән ғибәрәт. Әлеге вариант ул ваҡытта ҡайһы бер интернет-сайттарҙа ҡулланыла. 2013 йылда рәсми этник символ сифатында флагтың икенсе варианты раҫлана.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вырумаа Флагы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Võrokõisi lipp ja III Uma Pido (эст.). Uma Pido (19 февраль 2013).
- ↑ Täna heisati esmakordselt võrukeste vastvalitud lipp (эст.). ERR (14 февраль 2013). Дата обращения: 29 апрель 2022. Архивировано 29 апрель 2022 года.
- ↑ Купить флаг народа выру
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Выру халҡы флагы (эст.)
- Выру халҡы флагы (эст.)