Высоцкий һәйкәле (Мәскәү)
Высоцкий һәйкәле | |
Нигеҙләү датаһы | 1995 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Мәскәү |
Урынлашҡан урамы | Страстной бульвар[d] |
Жанр | паблик-арт[d] |
Һүрәтләнгән объект | Высоцкий Владимир Семёнович |
Высоцкий һәйкәле Викимилектә |
Владимир Высоцкий һәйкәле (шулай уҡ Шағир гитара менән) — шағир һәм актёр Владимир Высоцкий хөрмәтенә скульптура. Мәскәүҙә Петр ҡапҡаһынан алыҫ түгел, Страстной бульварҙа урынлашҡан[1].
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Монумент ҡуйырға рөхсәт алыуға Владимир Высоцкийҙың коллегаһы, совет артисы Борис Хмельницкий өлгәшә[2]. Шағирға һәйкәлде Страстной бульварҙа Петр ҡапҡаһы янында урынлаштырыу шағирҙың дуҫы Валерий Янклович идеяһы булып тора[3]. 1963 йылда Высоцкий ошо шиғыр юлдарын яҙған:
И хотя во все светлое верил —
Например, в наш советский народ,—
Но я не жалею! «У меня было сорок фамилий»
|
Яңы монумент был шиғыр юлдарына антитеза булып тора[1][4]. Уны булдырыу өҫтөндә архитектор А. В. Климочкин һәм скульптор Г. Д. Распопов эшләй. Композиция шағирҙы ҡулдарын йәйеп ебәргән һәм ҡарашы күккә төбәлгән итеп һүрәтләй, уның арҡаһында — гитара[5]. Скульптураның төп нөсхәһен 1979 йылда Распопов эшләй, урынлаштырыу өсөн бронза фигура 1994 йылда ҡойола, уның бейеклеге — ике метр ҡырҡ сантиметр[1].
Һәйкәл 1995 йылдың 25 июлендә Владимир Высоцкийҙың вафат булыуының 15-йыллығына асыла[6][7][8].Тантанаға уның күп кенә дуҫтары һәм ижадын һөйөүселәр йыйыла[1]. Скульптура янында йыл һайын Высоцкийҙың шиғырҙары һәм йырҙары менән хәтер кисәһе үтә[9].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Цыбульский, 2004, с. 604
- ↑ Самые красивые актёры советского кино . Рамблер (5 сентябрь 2017). Дата обращения: 14 август 2017.
- ↑ Высоцкий . Royal Magazine (1998). Дата обращения: 14 август 2017.
- ↑ Бульварное кольцо: зелёный пояс вместо белой стены . Официальный портал Мэра и Правительства Москвы (26 апрель 2016). Дата обращения: 14 август 2017.(недоступная ссылка)
- ↑ Вострышев, 2007, с. 615
- ↑ Hamann, 2012, с. 69
- ↑ Сингаевский, 2010, с. 79
- ↑ Собрание сочинений в четырех томах. Том 1. Песни.1961–1970. — Москва: Время, 2009. — 215 с. — ISBN 9785425090812.
- ↑ Светлова Е. Сила Робин Гуда. Дарья Хмельницкая: “Я всегда знала, что папа — мой!” . Московский комсомолец (25 июнь 2010). Дата обращения: 14 август 2017.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Hamann C. Otlitschno! A2. Kursbuch: Der Russischkurs. — Hueber Verlag, 2012. — С. 69. — 180 с. — ISBN 9783190044788.
- Сингаевский В. Москва. Путеводитель. — АСТ, 2010. — С. 79. — 224 с. — ISBN 978-5-17-054017-4.
- Вострышев М. Москвоведение от А до Я : все о московских улицах и переулках, домах и памятниках, о том, что мы любим в нашем городе / отв. ред. Рубис С. — Москва: Эксмо, 2007. — С. 615. — 734 с. — ISBN 9785699180295.
- Цыбульский М. Жизнь и путешествия В. Высоцкого. — Ростов-на-Дону: Феникс, 2004. — С. 604. — 640 с. — ISBN 5-222-04826-8.