Вәлиева Аида Фәрит ҡыҙы
Уҡыу көйләүҙәре
Вәлиева Аида Фәрит ҡыҙы | |
Тыуған көнө | 4 май 1960 (64 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим |
Вәлиева Аида Фәрит ҡыҙы (4 май 1960 йыл) — ғалим-математик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2007), профессор (2008).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аида Фәрит ҡыҙы Вәлиева 1960 йылдың 4 майында Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.
1982 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Диплом алғандан һуң «Кристалл» монтаж-технология идаралығында эшләй (Өфө). 1984 йылдан алып Өфө авиация институтында һәм Өфө дәүләт авиация техник университетында. Техник фәндәр докторы (2007), профессор (2008).
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вәлиева Аида Фәрит ҡыҙының фәнни тикшеренеүҙәре хисаплау математикаһы, математик программалау, комбинаторлы оптимизациялау менән бәйле. 50‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Методы локального поиска в дискретных задачах оптимального распределения ресурса. Өфө, 2001 (авторҙаш);
- Задачи двухмерной упаковки в контейнеры: новые подходы к разработке методов локального поиска оптимума. М., 2004 (авторҙаш).