Вәлиев Марат Дәүләт улы
Вәлиев Марат Дәүләт улы | |
Тыуған көнө | 5 сентябрь 1943 (81 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим |
Вәлиев Марат Дәүләт улы (5 сентябрь 1943 йыл) — ғалим-инженер‑механик. Техник фәндәр докторы (1991), профессор (1995). Рәсәй Федерацияһының (1994) һәм Башҡорт АССР-ының (1989) атҡаҙанған уйлап табыусыһы, СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1988).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Марат Дәүләт улы Вәлиев 1943 йылдың 5 сентябрендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.
1965 йылда Өфө нефть институтын тамамлаған. 1966 йылдан алып «Востокнефтепроводстрой» тресында эшләй, 1969—1971 йылдарҙа һәм 1974 йылдан башлап Бөтә Союз нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм күсереү ғилми тикшеренеү институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр. 1985—1990 йылдарҙа Башҡортостан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект институтының сектор, лаборатория мөдире, 1994 йылдан алып һәм 2000 йылда — директор урынбаҫары, 1998—2000 йылдарҙа директоры. 1992 йылдан башлап «ЛУКойл—Урал» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директор урынбаҫары, 1993—1994 йылдарҙа «Уралнефтегаз» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры, 2003 йылдан алып «КогалымНИПИнефть» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең Өфө ғилми бүлексәһе начальнигы, 2009 йылдан — «ОЗНА‑Менеджмент» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең (Өфө) фәнни‑техник мәсьәләләр буйынса генераль директор советнигы.
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вәлиев Марат Дәүләт улының фәнни эшмәкәрлеге 2 фазалы мөхиттәр гидродинамикаһын өйрәнеүгә, ауыр юғары ҡуйылыҡтағы һәм һыу ҡатыш нефтте сығарыу, йыйыу, ташыу техникаһын һәм технологияһын камиллаштырыуға арналған. Марат Дәүләт улы тарафынан юғары ҡуйылыҡтағы нефтте тәрәндән ала алған насос менән сығарыу өсөн ҡорамалдарҙы проектлау нигеҙҙәре эшләнә, һыу ҡатыш нефттең эмульсияға әйләнеүен булдырмау ысулдары һәм ҡуйылығын кәметеү технологиялары әҙерләнә. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, 140 уйлап табыу авторы.
Фәнни хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Добыча высоковязкой нефти на месторождениях Башкирии. М., 1985;
- Глубинно‑насосная добыча вязкой нефти. Өфө, 1992 (авторҙаш);
- Исследование и разработка методов выноса жидкой фазы с забоев газовых скважин Уренгойского месторождения. СПб., 2005 (авторҙаш).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1994);
- БАССР‑ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1989)
- СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1988)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вәлиев Марат Дәүләт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.