Вәлиев Мәсхүт Малик улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Вәлиев Мәсхүт Малик улы

Вәлиев Мәсхүт Малик улы (13 ғинуар 1947 йыл) — ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2004). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2007).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вәлиев Мәсхүт Малик улы 1947 йылдың 13 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Балтас районы Яңы Тимкә ауылында тыуған. 1970 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 1973 йылдан алып Өфө дәүләт авиация техник университетында эшләй. 1998 йылдан алып Башҡорт дәүләт аграр университетында: 2000 йылға тиклем ауыл хужалығын электрлаштырыу һәм автоматлаштырыу факультеты деканы, бер үк ваҡытта 19992001 йылдарҙа электротехниканың теоретик нигеҙҙәре кафедраһы мөдире вазифаһын башҡара, 2009 йылдан башлап информатика һәм мәғлүмәт технологиялары кафедраһы мөдире һәм БДАУ эргәһендәге Мәғлүмәт технологиялары буйынса ғилми тикшеренеү институты етәксеһе.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вәлиев Мәсхүт Малик улының фәнни эшмәкәрлеге математик модель әҙерләү, ғәмәли информатика мәсьәләләрен сисеү, белем биреү өлкәһендә электрон ресурстарҙы эшләүгә арналған. Мәсхүт Малик улы машиналар төҙөү изделиеларының сифатын тикшереп тороу өсөн ҡулланылған магнитлы ҡоролмалар уйлап таба. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 15 уйлап табыу авторы.

Фәнни хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Магнитные цепи и электромагнитные устройства. Өфө, 2000;
  • Компьютерное моделирование в технике и технологиях. Өфө, 2010.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2007).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]