Эстәлеккә күсергә

Исаев Әбделбарый Низаметдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Габдельбарый Исаев битенән йүнәлтелде)
Әбделбарый Низаметдин улы Исаев
Дин:

ислам

Титул:

мөфтөй

Осор:

1975—1980

Тыуыу выҡыты:

28 ғинуар 1907({{padleft:1907|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы) Үрге Аташ ауылы,

Үлеү ваҡыты:

13 ноябрь 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (76 йәш)

Вафат булған урыны:

Ленинград ҡалаһы

Ил:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Исаев Әбделбарый Низаметдин улы (28 ғинуар 1907 йыл — 13 ноябрь 1983 йыл) — ислам дин әһеле һәм белгесе, мәғрифәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1975—1980 йылдарҙа СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандарының дини идаралығы мөфтөйө. Сәйәси золом ҡорбаны.

Әбделбарый Низаметдин улы Исаев 1907 йылдың 28 ғинуарында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы) Үрге Аташ ауылында тыуған.

1926 йылда Башҡорт АССР-ының Төйлөгән ауылында мәҙрәсә тамамлай.

19261929 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ының Бөрө кантоны Ҡаръяуҙы ауылы мәсетендә (хәҙерге Башҡортостандың Саҡмағош районы) имам-хатип булып эшләй.

1929 йылда репрессияға эләгә. 19291930 йылдарҙа төрмәлә була.

19301941 йылдарҙа Ҡырғыҙ АССР-ында була, рәсми булмағанса мулла булып хеҙмәт итә.

19411943 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Яраланғандан һуң Өфөгә ҡайта.

19461953 йылдарҙа СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандарының диниә назаратында эшләй.

19531956 йылдарҙа — Өфөнөң II мәхәллә мәсете имам-хатибы, ә 19561975 йылдарҙа — Ленинград йәмиғ мәсете имам-хатибы.

1975 йылдың май айынан 1980 йылдың июненә тиклем СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандарының дини идаралығы мөфтөйө.

1980 йылда тарихта беренсе тапҡыр Рәсәй Үҙәк диниә назараты мөфтөйө үҙенең вазифаһын ташлап китә, Исаев Ленинград йәмиғ мәсете имам-хатибы булып эшләүен дауам итә[1].