Эстәлеккә күсергә

Гавриил Архангел (Ябраил фәрештә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Гавриил Архангел (фәрештә) битенән йүнәлтелде)
Гавриил Архангел
йәһ. גבריאל
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Статус канонизации святой[d]
Праздник святого 29 сентябрь[2]
Область святого или божества Служба защиты государственной тайны ВС РФ[d][3]
Хәрби звание баш командующий
Телгә алынған хеҙмәттәр Потерянный рай[d]
URL arquivos.rtp.pt/conteudo…
cronacaoggiquotidiano.it/…
 Гавриил Архангел Викимилектә

Ябраил фәрештә (рус. Арха́нгел Гаврии́л) — ибраһими диндәрҙәге фәрештәләрҙең береһе. Йәһүдилектә (Гавриил (йәһ. גַּבְרִיאֵל‎)) һәм христианлыҡта (грек. Αρχάγγελος Γαβριήλ), шулай уҡ Исламда - Джәбраил (Ябраил - башҡ.). Был исем һүҙмә-һүҙ алғанда «Аллаһ — ҡөҙрәтем» тигәнде аңлата[4].

Йәһүдилектә Габриэль — Аллаһ тәхетенең дүрт яғынан һаҡлап тороусы дүрт архангелдың береһе (Габриэль, Михаэль, Уриэль и Рафаэль)

Бынан тыш Габриэль - үлем фәрештәһе[5].

Благовещение (Аллаһ әмерен килтереү). Суздаль, XV

Иҫке Ғәһедтә архангел Гавриил аша Даниил пәйғәмбәргә киләсәктә күрәсәктәр асыла тип яҙылған. Шулай уҡ архангел Гавриил изге Захарияға (Зәкәриә) ошоғаса түлһеҙ һаналған ҡатынының ул табасағын хәбәр итә. Был бала киләсәктә Иоанн Предтеча тип таныласаҡ.

Ниһайәт, архангел Гавриил Ғайса пәйғәмбәрҙең әсәһе Мәрйәм Инәгә улы тыуасағын хәбәр итә һәм уға үлеме алдынан шулай уҡ йәннәткә элгәсәген әйтә [6]

Ябраил (Джибриль) ике боронғо семит һүҙенән — джибр («ҡол», «хеҙмәтсе») һәм ил («Илаһ») тора, һәм Аллаһ ҡоло тигәнде аңлата[7].

Исламда Ябраил фәрештә Аллаһы тәғәләгә иң яҡын дүрт фәрештә «мүкәррәбүн» мәләктәрҙән (фәрештәләрҙән). Ябраил Аллаһ менән пәйғәмбәрҙәр, шул иҫәптән Мөхәммәт Пәйғәмбәр араһында аралашсы. Ҡөрьән Кәрим дә Ябраил фәрештә аша Мөхәммәт Пәйғәмбәргә иңгән [8][9][10].

Мөфәссирҙәр (Ҡөрьәнде шәрехләүселәр, аңлатма биреүселәр) Ябраилде «рух» (әр-рух (ғәр. روح‎ — дух‎) тип билдәләй [11], «изге рух» (рух әл-ҡутдус)[12], «тәҡүә рух» (әр-pyx әл-әмин)[13], «Аллаһ әмере рухы» (рух мин әмр Аллаһ)[14][15][16] тип атай. Шундай уҡ төшөнсәләр Ғайса пәйғәмбәр һәм уның әсәһе Мәрйәм Инә тураһында ла ҡулланыла[17][18][19] [20][21]; Ҡөрьән уларҙы ла Ябраил фәрештә менән бәйләй тип һанала[10].