Гагарин урамы (Ишембай)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Гагарин урамы
Хөрмәтенә аталған Гагарин Юрий Алексеевич
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ишембай
Commons-logo.svg Гагарин урамы Викимилектә

Гагарин урамы — Ишембай ҡалаһының иң мөһим магистрале. Чкалов урамын[1] ҡаланың үҙәк өлөшө менән тоташтыра (Ленин проспекты[2], Геология һәм Бульвар урамдары менән). Урамды Юрий Гагарин хөрмәтенә атау осраҡлы түгел. Урам Гагарин скверы аша үтә (|Н 53.45925,|E 56.035305), унда беренсе космонавҡа һәйкәле ҡуйылған.

1961 йылдың 12 апрелендә йыһанға беренсе «Восток» карабы ебәрелә, 1961 йылдың 8 июнендә Ишембай ҡала башҡарма комитеты хеҙмәтсәндәр депутаттары советы Баҡса урамын Ю. А. Гагарин урамы тип үҙгәртергә тигән ҡарар сығара[3].

1967 йылдың 12 октябрендә Ишембай ҡала башҡарма комитеты хеҙмәтсәндәр депутаттары советы ултырышында 19-сы һанлы протоколына ярашлы 1-се биҫтәләге скверға Ю. Гагарин исеме бирелә һәм унда Гагариндың скульптураһы ҡуйыла[4].

Crossroad Gagarina and Gubkina Strs.JPG

Тасуирлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урам башта бик йәшел була.

ОКАТО коды 8388607.

Почта индекстары: 453203 (Таҡ йорттар (11-35), йоп (16-20)), 453215 (таҡ (1-9), йоп(2-14)), 453205 (таҡ (87-107), йоп (66-108)), 453200 (йоп йорттар (52-64)).

Мөһим объекттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөгөн Гагарин урамында урынлашҡан:

Ишимбайский историко-краеведческий музей, Ишимбай.jpg
  • Дәүләт учреждениелары: Ишембай мәғариф бүлеге (Гагарин урамы, 1), Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй ҡулланыусылар күҙәтеү идаралығының территориаль бүлеге Салауат ҡалаһында, Ишембай районында һәм Ишембай ҡалаһында (Гагарин урамы,19)[5].
  • Сәнәғәт предприятиелары: Ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең бәйләү цехы «Ишембай ойоҡ фабрикаһы» (Гагарин урамы, 5 һәм 7).
  • Медицина учреждениеһы: Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы (Гагарин урамы, 65), ҡала дауаханаһы (балалар дауаханаһы (Гагарин урамы, 48), «Башҡортостан Республикаһында Гигиена һәм Эпидеминология үҙәге» ФГУЗ филиалы (Гагарин урамы, 19)[6]).
  • Белем биреү учреждениеһы: 18-се һанлы «Аҡсәскә» балалар баҡсаһы (Гагарин урамы, 14)[7].
  • Парктар: Еңеү паркы, Ю. А. Гагарин исемендәге сквер

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Прогулки по улицам Ишимбая: указатель-путешествие / Сост. Вахитова Г.-2011. — Ишимбай: МБУК ИЦБС ИКБ, 48с.[http://www.ishimbaybiblio.ru/index.php?par=Ourpublications&bold=31
http://www.ishimbaybiblio.ru/index.php?par=Ourpublications&bold=31]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]