Гагауз Ери

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте


Гагаузия
гаг. Gagauz Yeri
рум. Găgăuzia
Герб
Герб
Флаг
Флаг
Ил

Молдова Молдова

Гимн:

Гагауз Ере гимны

Статус

автономиялы территориаль ҡоролош

Берләштерә

3 район

Административ үҙәк

Комрат

Башкан

Евгения Гуцул

Гагауз Ере Халыҡ йыйылышы

Дмитрий Георгиевич Константинов

Рәсми телдәр

Гагауз теле, Молдован/Роман теле, Рус теле

Халҡы (2012)

162200

Тығыҙлығы

87,75 кеше/км²

Милли состав

гагауздар (82 %), Бессарабия болғарҙары, молдовандар/романдар, урыҫтар, украиндар

Конфессиональ состав

православие динедә тороусылар

Майҙаны

1848,46 (2009) км²

Гагаузия на карте

Гагаузия, карта

Ваҡыт бүлкәте

UTC+2

Код ISO 3166-2

MD-GA

Автомобиль номерҙары коды

GE

Рәсми сайты

Гагау́зия, йәки Гагау́з Ери́[1], шулай уҡ башҡортса Ғағауыҙстан, рәсми атамаһы Гагаузия Автономиялы территориаль берәмек — АТО (гаг. Gagauz Yeri, рум. Găgăuzia) — Молдавияның көньяғында урынлашҡан автономиялы территориаль берәмек. Халҡының 50 % гагауздар булған тораҡтар биләмәһендә, шулай уҡ, референдум һөҙөмтәһендә халыҡтың күпселеге үҙҙәре теләп автономияға инергә ризалыҡ биргән төбәктәреҙә барлыҡҡа килгән.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гагауз Ери

Гагауздар, Бессарабия 1812 йылда Рәсәй составына ингәс, Балҡан ярымутрауынан күсенгәндәр. Гагауздар һәм болғарҙарҙың компактлы йәшәгән ерҙәре Аккерман, Бендер, Измаиль һәм Кагуль өйәҙҙәре сигендә урынлашҡан була.

1940 йылдың 11 ноябрендә, Молдавия ССР-ы өйәҙҙәре райондарға бүленгәс, гагауз халҡы дөйөм алғанда Конгаз, Комрат, Чадыр-Лунг һәм өлөшләтә Вулканешт райондарын биләгән.

1990 йылдарҙа Днестр буйындағы (Приднестровье) низағ (һуғыш) фонында гагауздар бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итеп, СССР составында, һуңынан ысынбарлыҡта эшмәкәрлек күрһәтмәгән Бойондороҡһоҙ Дәүәттәр Берләшмәһендә (СНГ) ҡалырға теләүен белдерһә лә, күпмелер ваҡыт дауамында танылмаған йә өлөшләтә танылған дәүләт тип йөрөтөлһә лә, Гагауз Ере проблемалары сағыштырмаса тыныс хәл ителә.

1994 йылдың декабрендә Молдавия парламенты гагауздар компактлы йәшәгән төбәккә автономия биргән Гагаузияның (Гагауз Ери) айырым хоҡуҡи статусы тураһында Закон ҡабул итә. 1995 йылдың 22 июлендә Вулканешт, Комрат һәм Чадыр-Лунга райондары Гагауз Еренең эске районына әйләнә, әммә үрҙә атап үтелгән райондар һәм күрше Бессарабия, Тараклий райондары ауылдарында уҙғарылған референдумдан һуң райондар сиге үҙгәртелә.

1999 йылда, административ реформа үткәрелгәндән һуң, Молдавия конституцияһында Гагаузия автономия-территориаль берәмек (АТО) нығытыла.

2000 йылдарҙа Төркиә Гагаузияға байтаҡ ҡына ярҙам күрһәтә. Төркиәнән килгән аҡсаға һыу үткәреү системаһы эшләнә, һәм был Молдавияның көньяғында йәшәгән халыҡты сифатлы һыу менән тәьмин итеү проблемаһын хәл итә. Шулай уҡ Чадыр-Лунгала молдаван-төрөк лицейы асыла[2], һәм уның сығарылыш уҡыусылары төрөк университеттарында белем алыу мөмкинлеге ала.

2000 йылдарҙың икенсе яртыһынан молдаван-гагауз низағы, XXI быуат башындағы Гагаузия һәм Кишинёв властары араһындағы сәйәси ҡаршылыҡтар тәрәнәйә.

2014 йылдың 2 февралендә автономиялы республика властары Гагауз Ерендә (2014) референдум үткәрә, һәм һайлаусыларҙың 98 % (Таможенный союз) ЕврАзЭС-ҡа интеграцияланыуҙы хуплай һәм «автономия статусын кисектереү» буйынса тауыш бирә, был, Молдова бойондороҡһоҙлоғон юғалтҡан осраҡта, гагауздарға уның составынан сығыу хоҡуғын бирә. Молдова властары референдум уҙғарыуҙы законһыҙ тип һәм уның һөҙөмтәһен — юридик көскә эйә түгел тип таба[3].

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гагауз Ере төрлө дәүмәлдәге 4 анклавтан тора, шуның өсәүһенең Украина менән уртаҡ сиге бар. Автономиялы территориаль берәмек (АТО) тигеҙлек һәм йырындар сиратлашҡан көньяҡ молдова таулы тигеҙлегенең өлөшө булған Буджак далаһында урынлашҡан. Гагауз Еренең бөтөн рельефы — дала һәм тәпәшәк таусыҡтар. Тамаҡтары көньяҡ йүнәлешендә түбәнәйә барыусы һәм йәйгеһен кибеүсән 4 йылғаһы бар[4].

Гагауз ерендә сөсө һыу запасы сикләнгән булғанлыҡтан, дала территорияһында ағас үҫеү кимәле түбән икәне күҙгә салына, һәм, шуның һөҙөмтәһе булараҡ, көслө тупраҡ эрозияһы билдәләре күҙәтелә. Шулай уҡ бында ҡаты һәм уртаса йәйге ҡоролоҡтар бик йыш ҡабатлана (2003, 2007 йй.)[5].

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Молдавия халҡының иҫәбен алыу мәғлүмәттәре (2004 йыл) буйынса, автономияла 155 646 кеше йәшәй[6]. 2012 йыл күрһәткестәре буйынса Гагауз Ерендә 162,200 мең кеше булған.

Гагауздар 127 835 82,1 %
Бессарабия болғарҙары 8013 5,1 %
Молдовандар 7481 4,8 %
Урыҫтар 5941 3,8 %
Украиндар 4919 3,2 %
Башҡалар 1457 1 %

Тел торошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гагауз Ерендә телдең хәл-торошо ҡатмарлы һәм күп төрлө. Гагауз Ерендә өс рәсми тел: гагауз, молдаван һәм рус телдәре (Гагауз Ере сиктәренән тыш урынлашҡан власть органдары, предприятиелары, ойошмалары һәм учреждениелары менән хат алышыу, бәйләнеш молдаван һәм рус телдәрендә алып барыла). Төрлө милләтле халыҡтың үҙ милләтенә һәм теленә өҫтөнлөк биреүе йыш осраҡта, күп факторҙар һәм хәл-тороштарға бәйләнеп, вариациялана, шуға ла төбәк ике йә өс теллелек таралыу менән айырыла. Гагауз теле — халыҡтың күпселеге өсөн туған тел. Рус теле - лингва франка, һәм автономияның күп халҡы өсөн, айырым алғанда, автономияның ҡалаларында, рус теле ысынында туған тел булып һанала[7]. Автономияла уҡыусылар элеккесә рус телендә уҡый (2014 йылға ҡарата). Молдова рәсми властарының бындай хәл-торошҡа мөнәсәбәте бер төрлө генә түгел.

2008 йылда Автономияның 55 уҡыу йортондағы 23 293 уҡыусының 22 163-ө рус телендә уҡыған. Молдаван телендә (йәки румын телендә) — 707 уҡыусы, (рус телен индереп) бер үк аҡытта бер нисә телдә — 423 уҡыусы белем алған. Гагауз Ере территорияһында эш башҡарыу (делопроизводство), шул иҫәптән власть органдары системаһында, рус телендә алып барыла. Автономия территорияһында рус телле киң мәғлүмәт саралары өҫтөнлөк итә, шуның менән бергә гагауз телендә баҫылған әҙәбиәт һаны ла арта. Автономияның гагауз телевидениеһының тел сәйәсәте башҡа ике рәсми телдәр - гагауз һәм молдаван телдәре - менән бер рәттән рус телендә алып барылған тапшырыуҙар өлөшө бер тигеҙ булырға тейешлекте күҙҙә тота[8].

Автономия ҡоролошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гагауз Ере ҡоролошо нигеҙен билдәләүсе норматив акттар: Молдова Республикаһы Конституцияһы, Гагауз Еренең айырым хоҡуҡи статусы тураһындағы Закон, Гагауз Ери Уложениеһы.

Юғары вазифа биләүсе кеше — Гагауз Ери Башҡаны (Главаһы). Дүрт йылға һайлана. Молдова Республикаһы Хөкүмәте ағзаһы булып тора.

Юғары вәкәләтле (представительный) органы — Гагауз Ери Халыҡ Йыйылышы (Халк Топлушу), дүрт йылға һайланған 35 депутаттан тора. Башҡарма властың юғары органы — Гагауз Еренең башҡарма комитеты (Баканнык Комитети).

Молдова Республикаһынан айырылып эшләүсе Суд системаһы юҡ. Бөтөн Молдова Республикаһы, шул иҫәптән Гагауз Ери, суд системаһы, судтарҙан, апелляция палаталарынан (биш апелляция палатаһы — Кишинёвта, Бельцыла, Кагулда (Кахул), Комратта, Бендерыла) һәм Молдова Республикаһының Юғары суд палатаһынан тора.

Административ ҡоролошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гагауз Ере административ яҡтан өс районға (dolay — долая) бүленгән — Комрат районы, Чадыр-Лунга районы һәм Валканеш районы — һәм улар составына 32 тораҡ пункты инә:

  • 2 Молдова муниципиялары — Комрат һәм Чадыр-Лунга
  • 2 Молдова ҡалаһы — Валканеш һәм Конгаз
  • 27 ауылдан 7-һе өс Молдова Коммунаһына инә: Кирсова, Светлый (АТО Гагауз Ере (АТО), Етулия, Үрге Конгазчыҡ.
  • тимер юл станцияһы (узел) статусы йөрөткән 2 тораҡ пункт — Валканеш (тимер юл станцияһы) (Вулканешты ҡалаһы составына инә) һәм Етулия (тимер юл станцияһы) (Етулия коммунаһы составына инә).

Гагауз Еренең административ үҙәге — Комрат муниципийы.

Гагауз автономиялы территориаль ҡоролошо (Гагауз Ере) берҙәм территорияла берләшмәгән һәм бер-береһенә бәйләнмәгән дүрт ер биләмәһенән тора:

  • Комрат һәм Чадыр-Лунга райондарының төп территорияһы,
  • Ҡыпсаҡ ауылы (Чадыр-Лунга районы),
  • Валканеш районының төп территорияһы
  • Карбалия ауылы (Вулканешт районы).

Гагауз Ере иҡтисады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гагауз Ере иҡтисадында, традиция булараҡ, тулайым төбәк продуктының 70 % тәшкил иткән агросәнәғәт секторы өҫтөнлөк итә. Төбәктең ыңғай климаты һәм рельефы ауыл хужалығы уңышына булышлыҡ итә. Ауыл хужалығы биләмәләренең дөйөм майҙаны 150 мең гектар, һәм уның 100 мең гектарын - һөрөнтө ерҙәр, емеш-еләк һәм виноград (йөҙөм) баҡсалары — 26 мең гектарын биләй [9]. Әммә баҙар мөнәсәбәттәре һәм заманса технологиялар шарттарында хеҙмәт баҙарында ауыл хужалығы өлөшө кәмеүгә барһа ла[5], ауыл хужалығы үҙе генә Гагауз Ерендә йәшәгән иҡтисади әүҙем халыҡтың 20% -н эш менән тәьмин итә. 2001—2007 йылдарҙа был өлөш 2,2 тапҡырға түбәнгә төшә. Параллель рәүештә хеҙмәтләндереү секторы һәм төбәктең ауыл хужалығы сеймалы менән бәйле булған еңел һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте өлөшө үҫеше күҙәтелә. Сәнәғәттең 85% нәҡ эшкәртеү секторына тура килә. Сәнәғәттә тулайым төбәк продуктының 40% -н тулыландырған шарап һәм башҡа алкоголь эсемлектәре етештереүалып тора. Техник культураларҙан көнбағыш һәм тәмәке (дөйөм Молдавия өлөшөнөң 18%) етештерелә. Гагауз Ере, Молдованың 5% майҙанын ғына биләһә лә, республиканың 10%-ҡа яҡын йөҙөмөн (виноград) етештерә. Бөртөклөләр, виноград, емеш һәм йәшелсә баҡсалары өсөн ер майҙандарын киңәйтеү иң перспективалыһы. Рәсәй Федерацияһы Гагауз Ере экспортын үҙләштереүҙең төп баҙары булды һәм булып ҡала, һәм, властары Евроассоциация тураһында килешеүгә ҡул ҡуйған Молдованың башҡа территорияларынан продукция индереүҙе сикләһә лә, Гагауз етештереүселәренә сауҙа итеү мөмкинлеген (преференция) бирҙе[10]. Рәсәй Федерацияһына экспортланған тауарҙар ҡәтғи рәүештә тик Гагауз Еренән булырға тейеш: сиктәш булған Молдованың башҡа территорияларынан Рәсәйгә, мәҫәлән, шарап реэкспортларға маташыу Гагауз Ере иҡтисади партнёрҙарына ла сикләүҙәр менән янай[11]. Молдова составындағы Гагауз Еренең айырым статусын иҫәпкә алғанда, автономия иҡтисадында дәүләт секторы мөһим роль уйнай[12]. Шәхси милекселеккә ҡоролған финанс секторы нигеҙҙә банк учреждениелары селтәре аша кәүҙәләнгән.

Киң мәғлүмәт саралары (СМИ)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гагауз йәмәғәт телерадио тапшырыусыһы Гагауз Ере телерадиоһы (гаг. Gagauziya Radio Televizionu kulesi — GRT), программаларын өс телдә: гагауз, рус һәм молдаван телдәрендә алып бара. GRT-нан тыш башҡа телеканалдар, мәҫәлән, Ачык ТВ үҙ тапшырыуҙарын алып бара([http://gagauz.md/ Acik TV — GRT), программаларын өс телдә: гагауз, рус һәм молдаван телдәрендә алып бара. GRT-нан тыш башҡа телеканалдар, мәҫәлән, Ачык ТВ үҙ тапшырыуҙарын алып бара(Acik TV).

Төбәктә яңылыҡтар порталы эшләй:

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Гагауз Ере тораҡ пункттары теҙмәһе
  • Гагауз Ере Республикаһы
  • Комрат дәүләте университеты
  • Гагауз Ере Халыҡ Йыйылышы
  • Гагауз Еренә поход

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Уложение Гагаузии (Гагауз Ери) 2014 йыл 21 февраль архивланған.
  2. Чадыр-Лунга: город, где работают проекты // Moldova urbană. — 2006. — № 6—7. — С. 19.
  3. Вступление в Таможенный союз на референдуме в Гагаузии поддержали 98,4 % избирателей
  4. Гагаузия. Климат и рельеф.
  5. 5,0 5,1 http://www.viitorul.org/public/files/Strategie_Gagauzia_rus.pdf(недоступная ссылка)
  6. Перепись населения 2004 года
  7. 2015.03.22 Гагаузия. Выборы башкана. Россия 1. Вести недели. - YouTube
  8. Regnum: «Гагаузия — часть русского мира»: «Гагаузия за неделю»
  9. http://fei.idgu.edu.ua/conference/dokl/d45.pdf
  10. Вести.Ru: Ситуация в Молдавии: жители Гагаузии давно все для себя решили
  11. Гагаузских виноделов ждут санкции в случае реэкспорта в Россию 2016 йыл 2 февраль архивланған.
  12. http://www.e-democracy.md/files/elections/gagauzia2006/regulations-gagauzia-ru.pdf
  13. Сайт развития гагаузского языка.
  14. ГРТ - Общественная компания "Телерадио Гагаузии".
  15. Иванна Кёксал. Meydan gazetasi.
  16. Todur Zanet. Ana Sözü.
  17. Ачык ТВ.
  18. GAGAUZLAR.
  19. Gagauzinfo.MD.
  20. Общественное движение "Единая Гагаузия".
  21. Официальный сайт исполнительного комитета Гагаузии.
  22. Официальный сайт Народного Собрания Гагаузии.
  23. Официальный сайт футбольного клуба "Саксан".
  24. Официальный сайт "Всемирного конгресса гагаузов".


Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсми
Мәғлүмәти

Ҡалып:Гагауз Ере темаларҙа Ҡалып:Гагауз Ере тораҡ пункттары Ҡалып:Молдавия райондары Ҡалып:Молдавия темаларҙа Ҡалып:СНГ2