Гаевская-Соколова Мария Сергеевна
Гаевская-Соколова Мария Сергеевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған көнө | 9 май 1908 |
Тыуған урыны | Мәскәү, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 27 ғинуар 1986 (77 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Ерләнгән урыны | Мәскәүҙәге Дон зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эшмәкәрлек төрө | Космик биология[d] |
Ғилми дәрәжә | биология фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Гаевская-Соколова Мария Сергеевна (9 май 1908 йыл, Мәскәү — 27 ғинуар 1986 йыл, шунда уҡ) — СССР ғалим-биологы, мейе биохимияһы һәм йыһан биологияһы өлкәһе белгесе, Сталин премияһы лауреаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1908 йылдың 9 майында Мәскәүҙә тыуған. Атаһы — Соколов Сергей Юрьевич (1875—1964) — СССР һәм Рәсәй бактериолог-маляриологы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы.
1930 йылда К. А. Тимирязев исемендәге ауыл хужалығы академияһының агрохимия бүлексәһен тамамлай.
1930—1935 йылдарҙа сәнәғәт биохимияһы өлкәһендә төрлө ойошмаларҙа эшләй.
1935—1937 йылдарҙа эксперименталь физиология һәм терапия институтында ғилми хеҙмәткәр була, организмды терелтеү проблемаларының биохимик мәсьәләләре менән шөғөлләнә.
1937—1964 йылдарҙа — 1948 йылдан СССР Медицина фәндәре академияһы системаһында үҙаллы учреждение булып киткән, Үҙәк нейрохирургия институтының организмды терелтеү буйынса лабораторияһында эшләй. Космос программаһында ҡатнаша.
1964—1977 йылдарҙа СССР фәндәр академияһының медик-биологик проблемалар институтында туҡыма биохимияһы лабораторияһы мөдире.
1986 йылдың 27 ғинуарында вафат була. Уның көлө менән урна Мәскәүҙә Дон зыяратының 22-се колумбарийына (секция № 6) ҡуйылған.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Биология фәндәре кандидаты (1943)
- Биология фәндәре докторы (1956)
- Профессор (1971).
- Мейе биохимияһы һәм йыһан биологияһы өлкәһендә белгес.
- 1952 йылда Сталин премияһы лауреаты — фәнни тикшеренеүҙәре һәм агония йәки клиник үлем хәлендәге организмдың йәшәү функцияларын тергеҙеү ысулдарын эшләгәне өсөн.
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1975)
- СССР һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы.
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971)
- «Почёт Билдәһе» ордены (1951)
- Миҙалдар.
Төп хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гаевская М. С. Биохимия мозга при умирании и оживлении организма. — М.: Медгиз, 1963. — 208 с.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Биографические сведения// Космический мемориал
- Лауреаты Сталинской премии, Ленинский путь, 17 апреля 1952 года
- 9 майҙа тыуғандар
- 1908 йылда тыуғандар
- Мәскәүҙә тыуғандар
- 27 ғинуарҙа вафат булғандар
- 1986 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Сталин премияһы лауреаттары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Биология фәндәре докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр