Эстәлеккә күсергә

Ғәлимуллин Рауил Йыһангир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Галимуллин Равиль Зиянгирович битенән йүнәлтелде)
Ғәлимуллин Рауил Йыһангир улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 5 октябрь 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[1]
Тыуған урыны Буҙат, Стәрлебаш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Вафат булған көнө 20 ғинуар 2022({{padleft:2022|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[1] (78 йәш)
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты

Ғәлимуллин Рауил Йыһангир улы (рус. Галимуллин Равиль Зиянгирович; 5 октябрь 1943 йыл20 ғинуар 2022 йыл) — ауыл хужалығы, партия һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 1994—198 йылдарҙа Шишмә район хакимиәте башлығы. 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.

Рауил Йыһангир улы Ғәлимуллин 1943 йылдың 5 октябрендә Башҡорт АССР-ы Стәрлебаш районы Буҙат ауылында тыуған.

Милләте татар, юғары белемле — 1973 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған. [2]

Хеҙмәт юлын 1964 йылда, Аксён ауыл хужалығы техникумын тамамлағас, Стәрлебаш районы Н. Крупская исемендәге колхоздың агрономы булып башлай. 1964—1967 йылдарҙа Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә. Армияла хеҙмәт итеп ҡайҡас, Шишмә тәжрибә хужалығында ярауай бойҙай лабораторияһында фәнни эшмәкәр булып эшләй. Артабан Стәрлебаш райфоһында өлкән инспектор булып эшләй.

1972—1987 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтында селекция буйынса фәнни хеҙмәткәр булып эшләй, Шишмә тәжрибә хужалығы директоры. 1987 йылда КПСС-тың Шишмә районы комитетына икенсе секретарь итеп һайланыла. 1989 йылда Шишмә районы халыҡ депутаттарыны советы башҡарма комитеты рәйесе булып эшләй. 1994 йылдан Шишмә районы администрацияһы башлығы. [3] Шишмә районы 274-се Шишмә һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана.

2022 йылдың 22 ғинуарында вафат булды[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре
  1. 1,0 1,1 1,2 Башинформ (урыҫ) / под ред. А. В. Валиев — 1992.
  2. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
  3. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34
  4. В Башкирии скончался экс-глава Чишминского района Равиль Галимуллин. ИА «Башинформ», 20 января 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 ғинуар 2022)
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104