Эстәлеккә күсергә

Беньковская Галина Васильевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Галина Васильевна Беньковская битенән йүнәлтелде)
Беньковская Галина Васильевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 7 март 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (69 йәш)
Тыуған урыны Атырау, Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө генетик
Эш урыны Биохимия һәм генетика институты[d]
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә биология фәндәре докторы[d]

Беньковская Галина Васильевна (7 март 1955 йыл) — ғалим-генетик. 1992 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге Органик химия институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Биология фәндәре докторы (2009).

Галина Васильевна Беньковская 1955 йылдың 7 мартында хәҙерге Ҡаҙағстандың Атырау ҡалаһында тыуған. Күренекле ғалим В. Г. Беньковскийҙың ҡыҙы. 1978 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 1972—1973 йылдарҙа һәм 1982 йылдан алып Биохимия һәм генетика институтында эшләй (өҙөклөк менән), 2012 йылдан алып — төп ғилми хәҙмәткәр; 1978—1982 йылдарҙа һәм 1991—1992 йылдарҙа Органик химия институтында эшләй, 1992 йылдан башлап өлкән ғилми хеҙмәткәр вазифаһын биләй.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғалимдың фәнни эшмәкәрлеге бөжәктәрҙең стресс реакцияһы үҫешенең популяцион генетик һәм физиологик биохимик аспекттарын өйрәнеүгә арналған. Г. В. Беньковская стресс шарттарында специфик булмаған реакциялар формалашыуының онтогенетик законлылыҡтары, бөжәктәрҙең модель һәм тәбиғи популяцияларының фенетик төҙөлөшө һәм уларҙың насар йоғонтоларға сыҙамлылығының генетик нигеҙҙәре араһындағы бәйләнеште асыҡлай.

125-тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Докторлыҡ диссертацияһын «Стресс-реакция как механизм реализации адаптивного потенциала особей и популяций насекомых» темаһы[1] буйынса 2006 йылда яҡлай. Төп фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәләре — генетика, физиология, экология; төп ғилми өлкәһе — биология фәндәре — энтомология[2].

Төп ғилми хеҙмәттәре

  • Перитроиды и ингибиторы синтеза хитина в борьбе с колорадским жуком. Уфа, 1991 (авторҙаш);
  • Средства и методы защиты биополимеров от вредителей. Уфа, 2005 (авторҙаш).