Эстәлеккә күсергә

Волчкова Галина Юрьевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Галина Юрьевна Волчкова битенән йүнәлтелде)
Волчкова Галина Юрьевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 19 октябрь 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (61 йәш)
Тыуған урыны Шахты[d], Ростов өлкәһе, РСФСР, СССР

Волчкова Галина Юрьевна (19 октябрь 1963 йыл) — Рәсәй социаль эшҡыуары Ортопедик аяҡ кейеме һәм мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн кейем етештергән «Ортомода» компанияһына нигеҙ һалыусы һәм уның генераль директоры.

Галина Юрьевна Волчкова 1963 йылдың 19 октябрендә Шахты ҡалаһында тыуған.

Юғары белемде Шахты ҡалаһында эшҡыуарлыҡ һәм көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү институтында ала, уны тамамлағас, атаһы менән Нальчик ҡалаһына күсә[1]. Бер йыл үтеүгә Мода өйөндә алдынғы модельер булып китә[2]. 1990 йылдарҙа үҙенең «Альянс» аяҡ кейемдәре етештереү фирмаһын аса, башланғыс капитал 50 мең һум була[2].

Һуңынан Мәскәүгә китә, унда аспирантураға уҡырға инә һәм Еңел сәнәғәт етештереү академияһының лаборатория етәксеһе була. Студент булған саҡта уҡ, Мосшуз базаһында үткән һымаҡ беренсе Рәсәй аяҡ кейеме дизайны конкурсы үткәрергә тәҡдим иткән була.

2001 йылда МОФ менән бергә «Ортомода» компанияһын төҙөй[2]. Паралелль рәүештә үҙенең профессиональ эшмәкәрлеге менән бер рәттән бөтә конкурстарҙа ҡатнаша һәм уҡытыусы булып эшләй[2]. 2002 йылда социаль эшҡыуар Дюссельдорфта инвалидтар өсөн ортопедик аяҡ кемейдәр серияһын тәҡдим итә[1]. Ойошторошоуҙа уға Волчкованың ире ярҙам итә, улар уның менән эштә танышҡан булалар[1].

Галина Юрьевна — Мәскәү дизайнерҙар Союзының ағзаһы һәм «Особая мода» беренсе Рәсәй мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн мода конкурсының жюриһы[3].

  1. 1,0 1,1 1,2 «Умная обувь» Галины Волковой. Ортомода. Дата обращения: 14 июнь 2015. 2016 йыл 21 сентябрь архивланған.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Колыбель для ножки. «Ведомости». Дата обращения: 14 июнь 2015.
  3. Итоги пресс-конференции конкурса «Особая мода». Жизнь без границ. Дата обращения: 14 июнь 2015. 2016 йыл 5 март архивланған.