Гамбург порты театры
Гамбург порты театры | |
Дәүләт | Германия |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Гамбург-Митте[d] |
Урын | Штайнвердер[d] |
Рәсми сайт | stage-entertainment.de/u… |
Гамбург порты театры Викимилектә |
«Гамбург порты театры» (нем. Das Theater im Hafen Hamburg) — Гамбург ҡала портында урынлашҡан театр, Германия.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Театр бинаһы 1994 йылда, элекке Стюлкен верфы урынында, һигеҙ ай эсендә махсус рәүештә «Приятель» мюзиклын сәхнәләштереү өсөн төҙөлә. Бынан театрға ярашлы — ««Приятель» музыкаль театры» (нем. Buddy Musicaltheater) исеме бирелә. Башта тамаша залы 1500 кешегә иҫәпләнгән була. Төҙөлөш 15 млн немец маркаһына төшә.
2001 йылдың апрель айынан «Stage Entertainment Germany» компанияһы театрҙың хужаһы булып китә. Ул театрҙы реконструкциялай, сәхнәне, тамаша залын һәм фойены яңынан эшләй. Быяла фасад сиктәрендә майҙаны 600 м² һәм 220 кеше һыйҙырышлы ресторан урынлаштырыла. Бынан Эльбаға һәм Гамбург үҙәгенә күренеш асыла. Фойе һәм ресторан стеналарында картиналар күргәҙмәһе ойошторола, ә асыҡ комплекста Ники де сен-Фаллдың ике скульптураһы урынлаштырыла. Залдың һыйҙырышлылығы 2030 кешегә тиклем арттырыла. Театр яңы исем ала — «Гамбург порты театры».
Театрҙағы бөтә был үҙгәрештәр «Король лев» мюзиклының немец премьераһына тура килтерелә, бында уның беренсе спектакле 2001 йылдың 2 декабрендә була. Был постановка инде 13 йыл бара, был Германияла төрлө театр рекордтары ҡуйыу мөмкинлеген бирә. 2014 йылдың октябрендә «Король лев» спектаклен ун миллион тамашасы ҡарай[1].
10 ноябрҙә театрҙың күршеһе барлыҡҡа килә: «Stage Entertainment Germany» уның менән йәнәш «Эльба буйында театрҙы» аса, ул компания «нулдән» башлап төҙөгән беренсе театр була[2].
Театр постановкалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Асыу датаһы | Ябыу датаһы | Постановка | Жанр | Иҫкәрмә |
---|---|---|---|---|
16.12.1994 | 07.04.2001 | «Приятель» | джукбокс-мюзикл | |
02.12.2001 | прокатта. | «Король лев» | мюзикл | немец премьераһы |
Техник мәғлүмәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Залдың һыйҙырышлылығы: 2030 тамашасы (624 балконда һәм 1406 партерҙа);
- Сәхнә майҙаны: 270 м² (шул иҫәптән өҫтәмә сәхнә — 883 м²);
- Сәхнә порталы үлсәмдәре: 14,5 метр (киңлеге) һәм 7 метр (бейеклеге).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Attendance record in Hamburg for The Lion King(недоступная ссылка)
- ↑ Spektakulare Eroffnung Stage Theater an der Elbe 2015 йыл 19 ғинуар архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Der Der König Löwen, Hamburger Hafen im Das Musical — Hamburg: Hafentheater mbH Produktionsgesellschaft (Hrsg.), 2006.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальная страница театра 2016 йыл 1 сентябрь архивланған. (нем.)