Эстәлеккә күсергә

Гана Поницкая

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гана Поницкая
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Словакия
 Чехословакия[1]
Тыуған көнө 15 июль 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[1]
Тыуған урыны Галич[d], Лученец[d], Банска-Бистрица крайы, Словакия[1]
Вафат булған көнө 21 август 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[2][3] (85 йәш)
Вафат булған урыны Банска-Бистрица, Словакия[3]
Ерләнгән урыны Галич[d]
Хәләл ефете Штефан Жары[d]
Һөнәр төрө яҙыусы
Биләгән вазифаһы spokesperson of Charter 77[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Христианско-демократическое движение[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Медаль «За заслуги» I степени орден Людовита Штура 1 класса

Поницкая Гана (словак. Hana Ponická; 15 июль 1922, Галич — 21 август 2007, Банск-Бистрица) — словак яҙыусыһы, публицист, тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре, диссидент.

Гана Поницкая 1922 йылда тыуған. 1944 йылғы Ссловак милли ихтилалы ҡатнашыусыһы. 1948—1950 йылдарҙа ире, шағир Штефан Жары менән бергә Римда йәшәй. Тыуған иленә ҡайтҡандан һуң Smena na nedeľu әҙәби журналдың мөхәррире булып эшләй.

1956—1977 йылдарҙа — Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1968 йылда Чехословакияға Варшава килешеүе ғәскәрҙәренең баҫып инеүенә ҡаршы протестары өсөн эшенән бушатыла. 1972 йылда Smena гәзите редакцияһынан да сығаралар.

1977 йылда Гана Поницкая ЧССР Яҙыусылар союзы съезында хәҙерге мәҙәниәт сәйәсәтен тәнҡитләп сығыш яһауҙы планлаштыра, әммә уға сығыш яһарға рөхсәт итмәйҙәр, әммә уның доклады протоколға индерелә. Был осорҙан Поницкаяны Яҙыусылар союзынан сығаралар. Поницкаяның әҫәрҙәрен баҫтырып сығарыу тыйыла.

Чехословакияның әҙәби андеграунды вәкиле.

1977 йылда Вацлав Гавел һәм башҡа чехословак интеллектуалдары менән «<a href="./Хартияһы-77" rel="mw:WikiLink">Хартия-77</a>» кеше хоҡуҡтары манифесына ҡул ҡуя.

1989 йылға тиклем — әүҙем диссидент, Гана Поницкая текстары самиздатта һәм сит илдәрҙә сыға, «Азат Европа» радиоһында уҡыла. 1989 йылдың август айында Гана Поницкая Чехословакияға совет баҫып инеүенең йыллығына митинг ойоштороуы өсөн ҡулға алына, әммә «бәрхәт революция» тарафынан ноябрҙә азат ителә.

1990 йылда — Христиан-демократик хәрәкәткә (KDH) нигеҙ һалыусыларҙың береһе.

Гана Поницкая 2007 йылда вафат була. Галичта, тыуған ауылында ерләнгән[4].

1-се класлы Людовит Штур ордены кавалеры
1-се класлы Людовит Штур ордены кавалеры
I дәрәжә «Хеҙмәттәре өсөн» миҙалы
I дәрәжә «Хеҙмәттәре өсөн» миҙалы
  • I дәрәжә «Чех республикаһы ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (1996)
  • I класлы Людовит Штур ордены (2002).

Һайланған библиография

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гана Поницкая — уҡыусы балалар һәм өлкәндәр өсөн хикәйәләр һәм повесть, киносценарийҙар авторы. Словак теленә Италия, Франция, Венгрия һәм Германия яҙыусыларының бер нисә әҙәби әҫәрҙәрен тәржемә иткән.

Һайланма библиография

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1959Ábelovský dom
  • 1964Prísť, odísť, хикәйәләр
  • 1968nohami Bosými, хикәйәләр
  • 1974Novák Janko
  • 1989zápisky Lukavické
  • 1990Štefánik Milan Rastislav

Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҫәрҙәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1953husličky Slávikove
  • 1961O Štoplíkovi
  • 1968ryba Svietiaca
  • 1955Halúzky
  • 1955Medvedí rok
  • 1961rozprávka Zimná
  • 1961mičurinci Malí
  • 1972O lienke parádnici
  • 1991O Štoplíkovi, nechodil do kým školy
  • 1991Štoplík školy chodil Ako do-nechodil
  • 1976réva Zlatá (фильм, реж. Лена Филан, 1977)
  • Jozef Špaček, Hana Ponická, (W:) spisovateľov slovenských Slovník, red. Valér Mikula, 2005 Bratislava