Эстәлеккә күсергә

Гауя милли паркы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гауя милли паркы
латыш. Gaujas nacionālais parks
Категория МСОПII (Милли парк)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны91790 га[1] 
Нигеҙләнгән ваҡыты[[14 сентябрь 1973 йыл[2] йыл]] 
Урынлашыуы
57°15′00″ с. ш. 25°01′30″ в. д.HGЯO

daba.gov.lv
Латвия
Точка
Гауя милли паркы
 Гауя милли паркы Викимилектә

Гауя милли паркы[3][4] (латыш. Gaujas nacionālais parks[1]) — Латвияла иң ҙур милли парк. Илдең 11 крайы биләмәләрендә урынлашҡан[1].

Дөйөм мәғлүмәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Милли парктың майҙаны 917,90 км²[2]. Парк Гауя йылғаһы үҙәнендә, төньяҡ-көнсығышта Валмиера ҡалаһынан көньяҡ-көнбайышта Мурьяни ҡасабаһына ҡәҙәр һуҙылған. 1973 йылдың 14 сентябрендә нигеҙләнгән[2] һәм Латвияның иң элекке милли паркы булып тора. Парк администрацияһы Сигулда ҡалаһында урынлашҡан.

Цесис тирәһендә Гауя йылғаһы буйындағы ҡомташ ҡаялары

Парк бигерәк тә Гауя ярҙары буйлап урынлашҡан девон ҡомташтары менән билдәле. Сигулда тирәһендәге ҡайһы бер урындарҙа был ҡаяларҙың бейеклеге 90 метрға барып етә. Парктың көньяҡ-көнсығыш өлөшө Рига ҡалаһы кешеләренең популяр ял итеү урыны булып тора, ә төньяҡ-көнбайыш өлөшө — башлыса һаҡланыусы тәбиғәт зонаһы.

Элек был районды «Ливон Швейцарияһы» тип атағандар һәм туристар бында XIX быуатта уҡ килгеләнгәндәр.

Цесис һәм Сигулда ҡалаларынан башҡа, милли парк биләмәләрендә Лигатне ҡалаһы һәм яҡында Валмиера ҡалаһы урынлашҡан. Парк территорияһы эсендә шулай уҡ бер нисә тарихи ҡоролмалар урынлашҡан: Турайда ҡәлғәһе, Лиелстраупе (ҡәлғә һәм сиркәү), Унгурмуйжа поместьеһы.

Парк биләмәләренең 47 % башлыса шыршы һәм ҡарағай урмандар менән ҡапланған, шулай уҡ ҡаоүрағас ағастары осрай. Милли паркта бихисап күлдәр бар, уларҙың иң ҙуры Унгурс күле булып тора.

  1. 1,0 1,1 1,2 Gaujas nacionālais parks. — Информация об объекте в публичной версии базы данных топонимов Латвии на сайте Латвийского агентства геопространственной информации (LĢIA): lgia.gov.lv (латыш.). Дата обращения: 18 декабрь 2015.
  2. 2,0 2,1 2,2 Gaujas nacionālais parks. — Информация на сайте Агентства по охране природы Латвии daba.gov.lv (латыш.). Дата обращения: 18 декабрь 2015.
  3. Левашов Е. А. Мировая топонимика. Прилагательные от географических названий. Словарь-справочник. — Санкт-Петербург, 2003. — 531 с. — С. 124. — ISBN 5860072929
  4. Образование русских имен прилагательных от латышских географических названий // Инструкция по русской передаче географических названий Латвийской ССР / Составитель: Г. Н. Саввина. Редактор: В. Э. Сталтмане. — Москва: ЦНИИГАиК, 1989. — С. 26—28. — 42 с.