Эстәлеккә күсергә

Гвоздикова Наталья Фёдоровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гвоздикова Наталья Фёдоровна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 7 ғинуар 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[1] (76 йәш)
Тыуған урыны Борзя[d], Чита өлкәһе[d], РСФСР, СССР
Хәләл ефете Жариков, Евгений Ильич[d]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө актёр, театр актёры, актёр озвучивания
Уҡыу йорто С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР дәүләт премияһы Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы премия МВД России
 Гвоздикова Наталья Фёдоровна Викимилектә

Гвоздикова Наталья Фёдоровна (7 ғинуар 1948 йыл) — СССР һәм Рәсәй артисы. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1978). Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2013)[2].

Наталья Фёдоровна Гвоздикова 1948 йылдың 7 ғинуарында (1950 й.) Чита өлкәһенең Борзя ҡалаһында тыуған. Атаһы — Федор Титович Гвоздиков (1911—1981). Әсәһе — Нина Николаевна Гвоздикова (1921—2005).

Бөтә Союз дәүләт кинематография институтын (ВГИК) театр һәм кино артисы һөнәре буйынса тамамлай, (19671971 йылдар, Сергей Герасимов һәм Тамара Макарованың актёрлыҡ оҫтаханаһы). 19711993 йылдарҙа — киноактёр театр-студияһы артисы.

1978 йылда «Рождённая революцией» фильмындағы эше өсөн СССР Дәүләт премияһына лайыҡ була. 1983 йылда РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы исеме бирелә. 1976 йылдан СССР кинематографистар Союзы ағзаһы. 1993 йылдан «НИКА» академияһының мөхбир ағзаһы.

Ире — РСФСР-ҙың халыҡ артисы Жариков Евгений Ильич (1941—2012). Улы — Жариков Федор Евгеньевич (1976). Апайы — Гвоздикова Людмила Федоровна (1941 й.), Аркадий Райкин етәкселегендәге Ленинград дәүләт миниатюралар театры артисы.

Актёр Евгений Жариков менән никах «Рождённая революцией» фильмында төшкәндә бер йыллыҡ танышлыҡтан һуң теркәлә. Фильм сценарийы буйынса ла шулай уҡ улар ирле-ҡатынлы булалар. 1976 йылдың 2 авгусында улдары Федор Жариков тыуа, ул сит ил телдәре институтын тамамлап, офицер дәрәжәһе ала, француз теле тәржемәсеһе була, хәҙерге ваҡытта самолеттар төҙөүҙә мәғлүмәт хәүефһеҙлеге хеҙмәте етәксеһе булып эшләй.

1992—2004 йылдарҙа Жариковтың журналист Татьяна Секридова менән романы була, уларҙың ҡыҙы Катя һәм улы Сергей тыуа. Секридова был бәйләнеш тураһында иғлан иткәс, Жариков мөнәсәбәттәрҙе туҡтата, һуңынан был турала үкенес менән телгә ала. Гвоздикова ирен ғәфү итә һәм никахтарын һаҡлап ҡала.

Жариков 2012 йылдың 18 ғинуарында Мәскәүҙә Боткин дауаханаһында яман шештән вафат була[3]. 21 ғинуарҙа Троекуров зыяратының «актёрҙар аллеяһында» ерләнгән[4].

  • 1969 — Белые дюны — ҡыҙ
  • 1970 — Город первой любви — Таня Преображенская
  • 1971 — У озера — эпизод
  • 1971 — Ох уж эта Настя! — Света Рябинина, Настяның апайы
  • 1972 — Пётр Рябинкин — Зинаида Егоркина, разметчица
  • 1972 — Печки-лавочки — Наташа
  • 1973 — Калина красная — телефонистка
  • 1973 — Большая перемена — Полина
  • 1973 — За облаками — небо — Нюся
  • 1973 — Берега — Наташа
  • 19741977 — Рождённая революцией — Маша
  • 1974 — Возле этих окон — Нина Лагутина
  • 1974 — Потому что люблю — Вера
  • 1975 — Дума о Ковпаке — Тоня
  • 1976 — Преступление — Светлана, Каретниковтың ҡыҙы, Володяның апайы
  • 1978 — Последний шанс
  • 1979 — Мой генерал — Ольга
  • 1980 — Опасные друзья — Татьяна
  • 1981 — Любовь моя вечная
  • 1983 — Семь часов до гибели — Ирина Шульгина
  • 1985 — Тихие воды глубоки
  • 1986 — Тайны мадам Вонг — бортпроводница
  • 1986 — На перевале — Ксения
  • 1991 — Ночь самоубийцы
  • 1995 — Барышня-крестьянка — барыня-соседка
  • 1996 — Ночь жёлтого быка
  • 2002 — За тридевять земель — Лена Степанна
  • 20032004 — Улица Сезам — тётя Полина
  • 2004 — Парни из стали — Валентина
  • 2009 — Однажды будет любовь — Елена Васильевна
  • 2010 — Нежданная любовь / Pozdnyaya lyubov — Люба
  • 2011 — Русская наследница — Надежда Щебетина
  • 2012 — Нелюбимая — Ольга, Никитаның әсәһе