Эстәлеккә күсергә

Сатирикон (театр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аркадий Райкин исемендәге "Сатирикон" театрыТеатр "Сатирикон" имени Аркадия Райкина
Элекке исеме

Ленинградский театр миниатюр,
Ленинградский театр эстрады и миниатюр,
Государственный театр миниатюр

Эшләй башлаған

1939

Урынлашҡан

Мәскәү

Етәкселәре
Художество етәксеһе

Константин Райкин

Ссылки

satirikon.ru

 Аркадий Райкин исемендәге "Сатирикон" театрыТеатр "Сатирикон" имени Аркадия Райкина Викимилектә

Аркадий Райкин исемендәге Рәсәй дәүләт театры "Сатирикон" Мәскәү театры, етәксеһе Константин Райкин. 1939 йылда  Ленинградта Аркадий Райкин тарафынан   Ленинград миниатюралар театры булараҡ асылған,1982 йылда Мәскәүгә күсә. 1987 йылдан алып —  "Сатирикон" театры. Исеменә ҡарамаҫтан, репертуарына сатирик һәм классик пьесалар ҙа инә. Театрҙа ҙур һәм бәләкәй сәхнә бар. 2015 йылдың авгусынан реконструкцияға ябылған, ҙур сәхнәлә уйнала торған   спектаклдәр "КВН планетаһы"нда бара ( Шереметьевская урамы, 2), бәләкәй сәхнә спектаклдәре  Юғары сәнғәт мәктәбенең уҡыу театры сәхнәһендә ҡуйыла (Шереметьевская урамы, 6- сы йорт, 2-се корпус).

Аркадий Райкин Ленинградта 1939 йылда миниатюралар театры ойоштора (һуңыраҡ Ленинград эстрада миниатюралары театры), ысынында был эстрада театрында ул үҙе төп актёр була.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында театр фронтта концерттар ҡуя. Театр Балтик диңгеҙе ярҙарынан алып, Кушка, Новороссийск ҡалаларына, Тымыҡ океанға тиклем меңәрсә километр юл үтә. Артистар ялан аэродромдарында, артиллерия позицияларында, хәрби караптарҙа сығыш яһай: « Фашистарҙы дөмөктөргәнсе туҡмарға. Тик үҙебеҙҙең ҡорал, сатирик ҡорал - һүҙ менән».

1946-сы- 1957 йылдарҙа театр СССР буйлап бик күп гастролдәрҙә йөрөй. 1950 йылдар аҙағынан Райкиндың көнбайыш илдәрендә даими гастролдәре башлана. 1957 йылда — Польшала, 1958 йылда — Болгарияла һәм Чехословакияла, унан һуң Венгрия, ГДР, Румыния, Югославия һәм тағы ла Польша, Венгрияла Сит ил импресариоларынан театрға ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр етерлек булған, әммә улар башлыса бейеү йәки вокал жанрында эшләүсе артистарҙы һайлаған.

1964 йылда Англияға сәйәхәт һәм инглиз телевидениеһында сығыш ойошторола.

1981 йылда театрға Константин Райкин һәм бер төркөм йәштәр килә. Ул тиҙ арала Аркадий Райкинды Мәскәүгә күсергә өгөтләп өлгөрә, ә А.Райкин, үҙ сиратында, бер ауырлыҡһыҙ Брежнев менән һөйләшеп, килешә.

1983 йылда «Тажикстан» кинотеатрының бинаһын Райкин театрына биреү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Реконструкция башлана, кинотеатр ҡайтанан театр итеп йыһазландырыла. Көләмәс итеп шуны иҫкә төшөрөргә була: 1984 йылда уҡ шул район халҡының талабы буйынса «Гавана» кинотеатры төҙөлә башлай. Ул төҙөлөш 1986 йылда, Райкин театры асылғансы уҡ, тамамлана. Театр бинаһын реконструкциялау дүрт йылға һуҙыла. Был йылдарҙа спектаклдәр концерт залдарында бара (ГЦКЗ «Рәсәй» һәм башҡалар).

1984 йылда театрҙа «Йөҙҙәр» («Лица») спектакле ҡуйыла. Тиҙ генә йөҙҙәр алмашыныуы Аркадий Райкиндың ижади алымына оҡшаш. Кесе Райкин атаһының юлынан бара, тик уны башкөллө ҡабатламай.

1987 йылда Дәүләт миниатюралар театры яңы исем ала — афишала «Сатирикон» дәүләт театры барлыҡҡа килә — сатира һәм юмор донъяһы, йәғни Тэффи, Зощенко һәм башҡалар донъяһы. 4 июндә реконструкцияланған элекке театр бинаһында беренсе спектакль, С. Т. Альтовтың ." Йортоңа именлек теләйем" («Мир дому твоему») премьераһы ҡуйыла. 1987 йылдың 17 декабрендә Аркадий Райкин вафат була. Театр етәксеһе итеп тәғәйенләнгәс, К. А. Райкин театрҙың яңы йөҙөн эҙләй, әкренләп тулы мәғәнәһендә драматик репертуар булдырыуға өлгәшә.

1988 йылда театр сәхнәһендә Ж.Жененың "Хеҙмәтсе туташтар"ын Р. Виктюк ҡуя. Һис көтөлмәгән ҙур уңыш килә. Театрҙың ҡалыплашҡан йүнәлешен үҙгәртеп, Райкин оло еңеү яулай.

1992 йыл — Театр Аркадий Райкин исемендәге Рәсәй дәүләт «Сатирикон» театры тип атала башлай.

1996 йыл — театр ҙур тамаша проектын тормошҡа ашыра- Бертольд Брехттың «Өс грошлыҡ опера»һын ("Трехгрошовая"опера") (режиссёры В. Машков) Аркадий Райкиндың тыуыуына 85 йыл тулыу айҡанлы ҡуя.

1998 йылда — Күренекле грузин режиссёры Роберт Стуруа театрҙа У. Шекспирҙың «Гамлетын» ҡуя, Константин Райкин төп ролде уйнай.

2002 йыл — Театрҙың Роберт Стуруа менән яңынан осрашыуы. К. Гольдониҙың әҙ билдәле "Синьор мыжыҡ Тодеро " (Синьор Тодеро брюзга) пьесаһын ҡуя , театр биргән яңы исеме "Синьор хужа Тодеро ". Ошо уҡ йылда театр Питер режиссёры Юрий Бутусовты саҡыра, ул «Макбетты» ҡуя.

2003 йыл — Театр тәүге тапҡыр рус классикаһына мөрәжәғәт итә. Константин Райкин А. Н. Островскийҙың «Төшөмлө урын» пьесаһын ҡуя.

2004 йыл — А. Н. Островскийҙың «Ҡарһылыу» пьесаһы буйынса Константин Райкин ҡуйған «Мөхәббәт иле» («Страна любви») спектакле бөтә курс менән МХАТ-тың мәктәп-студияһын тамамлап театрға килгән яңы быуын артистарының визит карточкаһына әйләнә (Константин Райкин курсы).

2009 йыл— Сәхнәгә, бер аҙ ҡуйылмай торғандан һуң, А. Н. Островскийҙың «Төшөмлө урын» спектакле яңынан ҡайта, күп ролдәрҙе яңы башҡарыусылар уйнай.