Виктюк Роман Григорьевич
Роман Григорьевич Виктюк (укр. Роман Григорович Виктюк; тыуған 28 октябрь, 1936, Львов, Польша) — совет, Россия һәм украин театр режиссёры, Россия Федерацияһының Атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2003)[1], Украинаның Халыҡ артисы (2006)[2], Россия Федерацияһының Халыҡ артисы[3], Роман Виктюк театрының художество етәксеһе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1956 йылда ГИТИС-тың актёрлыҡ факультетын тамамлағас, Львов, Киев, Калинин һәм Вильнюс театрҙарында эшләгән.
1970—1974 йылдарҙа Литва ССР-ның Рус драма театрында баш режиссёр булып эшләгән.
П. Шефферҙың "Черная комната"пьесаһын (премьераһы 29 ғинуар,1971), Юлиус Словацкийҙың (Борис Пастернак тәржемәһендә) «Мария Стюарт», М. Рощиндың «Валентин һәм Валентина» (1971), А. Толстойҙың «Любовь — золотая книга», А. Чхаидзеның «Дело передается в суд», Г. Волчек һәм М. Микаэляндың «Принцесса и дровосек» (1972),А. Володиндың"С любимыми не расставайтесь", А. Вампиловтың «Встречи и расставания», Р. Нэштың «Продавец дождя»(1973) пьесаларын ҡуйған. Һуңыраҡ Вильнюстың Рус драма театрында Л. С. Петрушевскаяның «Уроки музыки» (премьераһы 31 ғинуар,1988) һәм «Мастер һәм Маргарита» буйынса М. А. Булгаковтың «Мастер и Маргарита» романы буйынса (премьераһы 20 октябрь, 1988) спектаклдәрен ҡуйған.
1970-се йылдарҙың урталарында баш ҡала Мәскәүҙең театрҙарында спектаклдәр ҡуйған, шул иҫәптән, Моссоветта «Царская охота», МХАТ-та «Муж и жена снимут комнату», «Татуированная роза», А. Вампиловтың «Утиная охота» һәм МДУ Студенттар театрында Л. Петрушевскаяның « Уроки музыки» (тыйылған) спектаклдәрен ҡуйған.
1988 йылда "Сатирикон"театры сәхнәһендә Ж.Жененең «Служанки» пьесаһы буйынса үҙенең иң күренекле спектаклен ҡуйған. Хеҙмәттәштәре : үҙенсәлекле актёр пластикаһын эшләгән Валентин Гнеушов, хореограф Алла Сигалова, музыкаль әҫәрҙәрҙе һайлаусы Асфад Фараджев, костюмдар әҙерләүсе Алла Кожевникова, грим һалыусы Лев Новиков менән бергәләшеп актёрҙар Константин Райкин(Соланж),Николай Добрынин(Клер), Александр Зуев(Мадам), Сергей Зарубин(Мсье)- ярҙамында Виктюк бер кем дә ҡабатлай алмаҫлыҡ матур спектакль ҡуйған. Был спектакль бик күп сит ил театрҙарында күрһәтелгән, киң матбуғат сараларының иң яҡшы баһаламаларына лайыҡ булған, ә режиссёры иң таныҡлы театр эшмәкәре булып әүерелгән..
«М. Баттерфляй» (1990) спектакле менән Виктюктың театры асылған. Виктюктың театрындағы спектаклдәрҙә төрлө театрҙарҙа эшләгән, уның менән фекерҙәш актёрҙар уйнағандар. Роман Виктюк Игорь Подольчак һәм Игорь Дюрич менән берлектә Мазох фондына (1991, Львов) нигеҙ һалған. Ул Театр эстрадаһы шоуының жюри ағзаһы. Рус, украин һәм поляк телен яҡшы белә.
Ҡараштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Роман Виктюк 2006 йылда Би-би-си-гә биргән интервьюһында үҙенең бер ваҡытта ла, хатта тоталитаризм осоронда ла, «системаны хеҙмәтләндермәгәнен» белдерҙе. Ул шулай уҡ Оранжевая революцияны яҡшы баһаланы һәм уны «рухи тоҡаныу» тип атаны. Урамдарға сыҡҡан кешеләрҙең яҡты аураһына иҫе киткәнлеген билдәләп үтте[4]. 2012 йылда режиссёр «Pussy Riot»[5][6] ҡыҙҙарын иреккә сығарыуҙы талап итеп яҙылған асыҡ хатҡа үҙенең ҡулын ҡуйҙы, хатта улар өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алырға риза икәнлеген белдерҙе[7]. 2014 йылда Донбасста барған һуғыш конфликты ваҡытында ул халыҡҡа телевизорҙарын һүндереп, бер кем де лә тыңламайынса, бары тик тыныс ерҙә генә был хәлде аңларға тырышырға, ә Украина граждандары булмаған кешеләрҙе ил эсендәге сәйәсәткә битарафлыҡ ҡылырға саҡырҙы.[8]. Аҙаҡтан Виктюк бер нисә тапҡыр үҙ һүҙҙәренән, редакция тарафынан дөрөҫ аңланмағанмын тип, баш тартты. Хәҙерге заманда хайуандарҙы ҡаты мөғәләмә итеүҙән яҡлау тураһындағы законды ҡабул итергә кәрәклекте белдерҙе. Ул Россияның һәм Украинаның бик күп ТВ шоуҙарында ҡатнашыусы һәм алып барыусы.[9]
Театр эштәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Актёрлыҡ эше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1964 — «Сомбреро» С. Михалкова (Львовский ТЮЗ им. М.Горького) — Шура Тычинкин
Режиссерлыҡ эштәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фильмография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1976 — Вечерний свет, — режиссёр телефильма по одноимённой пьесе А.Арбузова
- 1978 — Игроки, — режиссёр телефильма по пьесе Н. В. Гоголя. В ролях: Александр Калягин (Ихарев), Валентин Гафт (Утешительный), Леонид Марков (Швохнев), Александр Лазарев (Кругель), Владимир Кашпур (Алексей), Борис Иванов (Глов-старший), Вячеслав Захаров (Глов-младший), Борис Дьяченко (Гаврюшка), Николай Пастухов (Замухрышкин), Маргарита Терехова (Аделаида Ивановна)
- 1980 — Мне от любви покоя не найти — режиссёр телевизионной композиции по мотивам произведений У. Шекспира «Укрощение строптивой», «Ричард III», «Антоний и Клеопатра», «Отелло», «Гамлет». В ролях: Маргарита Терехова и Эммануил Виторган.
- 1980 — История кавалера де Гриё и Манон Леско — режиссёр телевизионного фильма-спектакля по мотивам романа аббата Прево. В ролях: Игорь Костолевский, Маргарита Терехова, Александр Збруев, Валентин Гафт, Эммануил Виторган, Юрий Яковлев, Клара Белова, Борис Иванов, Андрей Степанов, Пётр Смидович, Олег Чайка, Юрий Горин, Ефим Шифрин
- 1982 — Девочка, где ты живёшь?, — режиссёр телефильма по пьесе М.Рощина «Радуга зимой»
- 1985 — Долгая память, — режиссёр фильма о пионере-герое Володе Дубинине, по мотивам повести Л.Кассиля и М.Поляновского
- 1989 — Татуированная роза, — телеверсия спектакля МХАТ им. Чехова, по одноимённой пьесе Теннесси Уильямса (Гл. ред. лит.-драм. программ ЦТ)
- 1993 — Баттерфляй, — документальный фильм («киношоу, эротическое шоу или экзистенциональное шоу») о режиссёре[10] Алексее Учителе (I приз за лучший полнометражный фильм IV Открытого фестиваля неигрового кино «Россия»), по сценарию Д.Смирновой и А.Учителя
- 2000 — Ростов-папа, — Нотариус, — роль в телесериале Кирилла Серебренникова (новелла «Сынок», заключительная)
- 2001 — Конец века, — Хенрик Станковский, врач-психотерапевт, стирающий память, — центральная роль в фильме Константина Лопушанского[11]
- 2008 — Роман Карцев: Бенефис, — «Хорошо забытое старое»: спектакль Виктюка «Браво, сатира!», по произведениям М. Жванецкого, поставленный в Московском театре миниатюр для Карцева и Ильченко (1984)
Педагогик эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Профессор Р . Г. Виктюк эстрада-цирк училищеһында уҡыта (иң билдәле уҡыусылары — Геннадий Хазанов, Ефим Шифрин), РАТИ — ГИТИС-та өс курс уҡытып сығарҙы таныҡлы уҡыусылары — Андрей Шакун, Евгений Лавренчук). Россияла, Украинала һәм Италияла режиссура һәм актёр оҫталығы буйынса лекциялар уҡый һәм Мәскәүҙәге польша театрында режиссура һәм актёрлыҡ оҫталығы буйынса мастер-кластар алып бара.
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мәҡәләләр
- Виктюк Р. Проверка на призвание [: Ирина Мирошниченко ] // Мой любимый актёр: Писатели, режиссёры, публицисты об актёрах кино [: сб.] / Сост. Л. И. Касьянова. М.: Искусство, 1988. С.75—90.
- Китаптар
- Виктюк. Роман с самим собой. М.: Подкова, 2000, — 484 с. — ISBN 5-94663-057-1 — рецензия; 2-е изд.: АСТ; Зебра Е, 2005. — ISBN 5-94663-196-9
Әҙәбиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мәҡәләләр
- Иванов В., Иванова М. Тайна целого // Театральная жизнь. 1987. № 8. С.20-21.
- Туровская М. Нужен ли нищим КЭМП (англ.)русск.? О Театре Романа Виктюка // Московский наблюдатель. 1992. № 1. С.1-9.
- Театральная жизнь. 2009. № 2 Театр Романа Виктюка / Сост. и редактор А.Смольяков. — ISSN 0131-6915
- Китаптар
- Юкова И. К. Русский драматический театр Советской Литвы. — Вильнюс: Vaga, 1988. — ISBN Ҡалып:ISBN с опечаткой.
- Танана М. Русский драматический театр Литвы. — Вильнюс: Titnago sp., 1996. — ISBN 9986-750-22-9.
- Маршанская, Ксения. Роман Виктюк: Уроки музыки; Роман Виктюк: Райский сад 2008 йыл 27 июнь архивланған. [: интервью] // Маршанская, Ксения. Сон Пьеро [сб. интервью с деятелями театра] / Худ. П.Каплевич. М.:Квадрат-компания, 1995. C.6—21; 230—239. — ISBN 5-85289-004-9
- Мурзич, Анастасия. Театр Романа Виктюка: Из точки в вечность. СПб.: Знание, 2008. — 688 с. — ISBN 978-5-7320-1042-8
- Парфёнова, Татьяна. Режиссура Романа Виктюка в конце 1980-х годов: «Федра» М.(недоступная ссылка) Цветаевой, «Служанки» Ж.Жене, «M.Butterfly» Д. Г. Хуана(недоступная ссылка). Диплом выпускницы театроведческого ф-та СПбГАТИ. СПб., 2009.
- Передрий, Андрей. Владимир Высоцкий. Сто друзей и недругов. М.: Алгоритм, 2012 г. — 544 с. // Глава «Роман Виктюк».
Танып белеү һәм бүләктәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1991—1992
- Лауреат премии «Киевская пектораль» в категории «Лучший спектакль драматического театра» (спектакль «Дама без камелий»)
- Номинант премии «Киевская пектораль» в категории «Лучшая режиссёрская работа» (спектакль «Дама без камелий»)
Факттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2011 йылда Беренсе каналдың «Призрак Оперы» телепроектында жюри ағзаһы сифатында ҡатнашты
- 2011 йылдың көҙөндә украина каналы Интер шоу "Майҙан’s"та жюри ағзаһы булараҡ ҡатнашты[12]
- 2013 йылда Беренсе каналдың «Минута славы. Дорога на олимп!» шоуында жюри ағзаһы сифатында ҡатнашты
- Виктюктың ҡайһы бер эштәре ныҡ тәнҡит уты аҫтына эләкте[13].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Указ Президента РФ от 5.06.2003 № 621 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» 2013 йыл 1 август архивланған.
- ↑ Почётное звание присвоено указом президента Украины № 1009/2006
- ↑ Почётное звание присвоено указом президента России № 1333 от 23 ноября 2009 года
- ↑ Висенс, Анна Роман Виктюк: я пережил всех вождей тоталитаризма . Би-би-си (4 декабрь 2006).
- ↑ Интеллигенция призывает освободить Pussy Riot . Эхо Москвы (27 июнь 2012).
- ↑ Сто с лишним деятелей культуры подписали письмо в защиту Pussy Riot: от Бондарчука до Хаматовой . NEWSru.com (27 июнь 2012).
- ↑ Иванова, Виктория За Pussy Riot готовы заплатить Серебренников, Виктюк и Арабов . Известия (27 июнь 2012).
- ↑ Виктюк – жителям Донбасса: Если вы не считаете себя гражданами Украины, то оставьте Украину в покое . Гордон (17 июнь 2014).
- ↑ Защитники прав животных не намерены прощаться с законом по защите животных от жестокости . За права человека (10 апрель 2008). 2016 йыл 24 апрель архивланған.
- ↑ Закончились съёмки фильма о Виктюке // КоммерсантЪ. 1993. 26 февраля.
- ↑ Трофименков М. Константин Лопушанский стряхнул с себя век-волкодав // КоммерсантЪ-СПБ. 2001. 18 апреля.
- ↑ Майдан’s Официальный сайт (укр. Майдан’s Офіційний сайтМайдан’s Офіційний сайт)
- ↑ Аналитические материалы об опасности оккультизма