Геворг Петросян

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Геворг Петросян
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Әрмәнстан
Тыуған ваҡыттағы исеме әрм. Gevorg Petrosyan
Тыуған көнө 10 декабрь 1985({{padleft:1985|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (38 йәш)
Тыуған урыны Ереван, Әрмән ССР-ы[d], СССР
Һөнәр төрө боксёр, кикбоксер, тайский боксёр
Масса 70 килограмм
Спорт төрө Бокс һәм тайский бокс[d]
Бейеклеге/буйы 178 сантиметр
Рәсми сайт giorgiopetrosyan.com/?la…

Геворг (Джорджо) Петросян (әрм. Գևորգ Պետրոսյան, итал. Giorgio Petrosyan; 10 декабрь 1985 йыл) — Италия спортсыһы, сығышы менән әрмән, кикбоксинг һәм тай боксында сығыш яһай. Ике тапҡыр К-1 МАХ гран-приһында еңеүсе, Glory World Series гран-приһында еңеүсе. Satori Gladiatorium Nemesis клубында тренер Альфио Романут етәкселегендә шөғөлләнә.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

14 йәшендә ғаиләһе менән Әрмәнстандан Италияға күсеп бара. ЕС гражданлығына эйә. Джорджио Петросян яугирлыҡ сәнғәтендә халыҡ-ара легендаға әйләнгән менеджер Карло Ди Блази, Дон Уилсондың рәсми TV спаринг-партнеры Паоло Биотти Натоли (Paolo Biotti The Flex) етәкселегендә Италияла спортта үҙ урынын таба.

2009 йылға тиклемге сығыштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2005—2008 йылдарҙа Петросян бер нисә Европа титулын яулауға өлгәшә, шул иҫәптән Италияның Kombat League һәм Janus Fight Night ойошмаларының йондоҙона әйләнә (бында ул 2006 һәм 2007 йылдарҙа ике гран-при ота). Ошо уҡ осорҙа Имро Майн, Седрик Мюллер, Марко Пике, Арслан Магомедов, Абдалла Мабель, Крис Н’Гимби, Нарыпхон Фэйртекс, Варрен кеүек Европа кимәлендә билдәле булған спортсыларҙы еңә. 2007 йылдың май айында ул мәлдә иң яҡшы әҙерлекле спортсы тип һаналған Буакхау По. Прамук менән алыштың бер кемдең дә еңмәүе менән тамамланыуы Петросянға ҙур танылыу килтерә. Әммә күптәр, был алышта барыбер Буакхау еңде, тип иҫәпләй.

2009 йыл[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2009 йылдың мартында Геворг Анди Сауверҙы еңә, шунан һуң беренсе урта ауырлыҡтағы абруйлы турнирҙа ҡатнаша һәм К-1 МАХ гран-приһын яулай. Сират буйынса Джабар Аскеров, Альберт Краус, Юю Ямамото һәм тағы Анди Сауверҙарҙы еңеп, Петросян яңы чемпион була. Гран-приҙар яулаған турнирҙар араһында Геворг 2009 йылдың майында көслө голланд спортсыһы Фальдир Шахбарины еңә.

2010 йыл[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2010 йылдың мартында Петросян ике йыл барышында бер кемгә лә ал бирмәгән, 19 алышты еңеү менән тамамлаған тай спортсыһы Кхем Ситсонгпхинонгты еңә.К-1 МАХ-тың сираттағы гран-приһы өсөн алышта Геворг үткән йылғы триумфын ҡабатлай һәм, Виталий Гурков, Альберт Краус, Майка Замбидис һәм Ёсихиро Сатоларҙы еңеп, ике тапҡыр К-1 чемпионы була.

2011 йыл[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2011 йылда финанс ауырлыҡтарға бәйле К-1 МАХ-тың сираттағы гран-при ярыштары үткәрелмәй. Шуға ҡарамаҫтан Петросян, чемпион статусын раҫлап, юғары кимәлдә сығыш яһауын дауам итә. Ғинуарҙа Геворг бик көслә тай спортсыһы Сутсакхона Со Клинмины, мартта — бразилиялы Косма Алешандрины, июлдә — саҡ ҡына элегерәк Артур Кишенконы сенсация тыуҙырып еңгән Хината Ватанабены еңә.2011 йылдың сентябрендә Петросян It’s Showtime Fast & Furious турнирында ҡатнашырға ниәтләй (турнир К-1 МАХ-ҡа алмашҡа килергә тейеш була), әммә йәрәхәтләнеү сәбәпле, унда ҡатнаша алмай.

2012 йыл[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2012 йылда Петросян, йәрәхәттәренән арынып, яңынан етди алыштарҙа сығыш яһай башлай һәм ғинуарҙа испан Абрахам Рокеньины еңә. Мартта Геворг украин Артур Кишенко менән алышты ла еңеү менән тамамлай.2012 йылда кикбоксингта К-1 һәм Glory World Series араһында йоғонто яһау өлкәләрен бүлешеү мәлендә Петросян икенсе ойошма яғын һайлай, ул ойошторған гран-при ярышында Фабио Пинка, Кая Холленбек, Давид Кирия һәм былтырғы еңеүсе Робин ван Росмалендтарҙан өҫтөн булып, Геворг турнирҙа еңеп сыға.

2013 йыл

2013 йылда Петросян Нью-Йоркта Glory 12 чемпионатында ҡатнаша, унда ул голланд Энди Ристи менән рингҡа сыға. Петросян ошо алышта бик ауыр нокаутҡа эләгә һәм алышты артабан дауам итә алмай. Был Геворг Петросяндың профессионал спортсы карьераһында беренсе нокауты була.

Кикбоксингта статистика[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Kickboxing record

Legend:3:00

Ҡалып:Legend2 Ҡалып:Legend2 Ҡалып:Legend2 Ҡалып:Legend2

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Геворгтың ҡустыһы Армен да кикбоксинг менән шөғөлләнә һәм беренсе урта һәм урта ауырлыҡтарҙа сығыш яһай. Армен 2010 йылда Вёйсил Колосса, Джабар Аскеров, Лерой Кастнер кеүек танылған кикбоксерҙарҙы ота, 2011 йылдың мартында Ёсихиро Сатоны еңә.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]