Георгий Победоносец сиркәүе (Лихой)
Православие ғибәҙәтханаһы | |
Георгий Победоносец сиркәүе
| |
Ил | Рәсәй |
Конфессия | Православие |
Епархия | Ростов һәм Новочеркасск епархияһы |
Төҙөүсе | Тимофей Шакин |
Төҙөлгән ваҡыты | 1905 |
Бөгөнгө хәле | эшләүсе |
Георгий Победоносец сиркәүе Викимилектә |
Георгий Победоносец сиркәүе — Мәскәү Патриархаты Урыҫ Православие Сиркәүе Шахты һәм Миллерово епархияһы Сула мәнфәғәтенә ҡараған Лихой станицаһы православие сиркәүе.
Адресы: 346380 Ростов өлкәһе, Красноленинский районы, Лихой утары.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лихой утарына XIX быуатта почта трактында (юлында) нигеҙ һалынған. 1854 йылда Лихой утары Владимир станицаһына ҡараған . 1867 йылда утарҙа 500-гә яҡын кеше йәшәгән.
Утар һәм уның тирә-йүнендәге Ильинский, Тацин,Белгородцев, Божковский мәхәлләләре кешеләренең духи ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн сиркәү талап ителгән. Казактарҙан сыҡҡан дворян Василий Трофименко һәм Филипп Яцковтар Дон Ғәскәренең наказлы атаманы генерал-адъютанат Александр Львович Потаповҡа(1865—1868) сиркәү төҙөргә рөхсәт һорап мөрәжәғәт иткәндәр. 1868 йылда ғәскәр атаманы генерал-майор Фомин П. С. Дон һәм Новочеркасск архиепискобы Платондан(1867—1877) Георгий Победоносец сиркәүен төҙөү торошо тураһында белешкән.
1867 йылда сиркәүгә аҡса йыйыу башланған. Аҡсаны ике йылға яҡын йыйғандар. 1869 йылдың декабрендә сиркәү төҙөлә башлаған. Сиркәүҙең беренсе төҙөүсеһе Багаевский районының Маныч станицаһындағы Параскева Пятница сиркәүен төҙөгән тәжрибәле оҫта крәҫтиән Тимофей Шакин булған.
1870 йылда сиркәүҙең урыны изгеләндерелгән, ә 1871 йылдың апрель айында сиркәү төҙөлөп бөткән. Сиркәү ағастан һалынған, тимер башлы, айырым торған сиркәү ҡыңғырауҙар манаралы булған. 1872 йылдың сентәбрендә сиркәү изгеләндерелгән. 1900 йылда унда ике сиркәү-мәхәллә мәктәбе эшләгән.
ХХ быуат башында Фомин Лихойында 105 казак йорто, 38 крәҫтиән һәм сит ерҙәрҙән килеп ултырыусыларҙың 53 йорто булған. Унда 1207 кеше иҫәптә торған. Ул ваҡытҡа ағас иркәү иҫкергән, ауылда таш сиркәү талап ителгән. Уның өсөн аҡса йыйғандар.
Яңы таш сиркәүҙе 1905 йылда төҙөп бөткәндәр. 1906 йылда ул Александро-Грушевский протоирейы Василий тарафынан изгеләндерелгән. Георгий мәхәлләһендә мәхәллә училищеһы эшләгән, унда Дин Законы фәнен урындағы дин әһеле Митрофан Иванович Дамаскин уҡытҡан.
Революция йылдарында Лихой утары Георгиевский сиркәүе дин әһеле Михаил Стратонович Пашутин ҡыҙыл һалдаттар тарафынан ҡулға алынған һәм атып үлтерелгән. Сиркәүҙә төрлө йылдарҙа клуб, келәт булған. Сиркәүҙең ҡыңғырауҙар манараһы ватылған, көмбәҙҙәре алып ташланған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында немецтар сиркәү бинаһын ат һарайы иткәндәр.
1944 йылдан алып сиркәүҙә хоҙайға табыныуҙар үткәрелә башлаған. Ғибәҙәт ҡылыуҙар «хрущев оттепеле» ваҡытында ла алып барылған. Хәҙерге ваҡытта 2010 йылда алтын менән ялатылған был башлы сиркәү - эш итеүсе сиркәү[1].
Дин әһелдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1991 йылда сиркәү руханийы итеп отец Александр тәғәйенләнгән. 2005 йылдан алып Изге Георгий сиркәүенең руханийы- иерей Владимир Петрович Почта. Хәҙерге ваҡытта сиркәү руханийы — протоиерей Димитрий Соболевский.
Изге әйберҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сиркәүҙә 40 ҡурсалаусы изгеләрҙең һөйәге һаҡлана, шул иҫәптән оптин ҡарттары һәм Изге Ҡырым Лукаһы һөйәктәре.
- Изге Мәскәү Матренаһы иконаһы — иң хөрмәтле сиркәү әйбере.
Әҙәбиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Беликов, С. Прихожане приложились к мощам святых / С. Н. Беликов // Красносулинский вестник. — 2016. — 21 янв. (№ 3). — С.4.
- Кудрявцев, В. Церковь Георгия Победоносца в х. Фомино-Лиховском / В. В. Кудрявцев // Сулинская земля: страницы истории. — Ростов н / Д., 1999. — С. 131—133.
- Кудрявцев, В. История хутора Фомино — Лиховского / В. В. Кудрявцев // Страницы прошлого листая [исследования истории Сулинской земли] — Красный Сулин, 2004. — С.76-77.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лихой. Церковь Георгия Победоносца
- Храм Георгия Победоносца
- Храм св. 2019 йыл 9 февраль архивланған. вмч. Георгия Победоносца 2019 йыл 9 февраль архивланған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Церковь Георгия Победоносца 2020 йыл 22 октябрь архивланған.