Герасимова Ольга Степановна
Герасимова Ольга Степановна | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 27 июнь 1916 |
Тыуған урыны | Рәсәй империяһы, Тамбовская губерния[d], Моршанский уезд[d] |
Вафат булған көнө | 3 апрель 1993 (76 йәш) |
Вафат булған урыны | Рәсәй, Липецк |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Герасимова Ольга Степановна, ҡыҙ фамилияһы — Иванникова (27 июнь 1916 — 4 апрель 1993) — ауыл хужалығы производствоһы алдынғыһы, звено башлығы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ольга Степановна Герасимова 1916 йылдың 27 июнендә Тамбов губернаһы Моршанск өйәҙенең Александровка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә (бөгөн — Моршанский районы) тыуған. Башланғыс мәктәпте тамамлай. Хеҙмәт эшмәкәрлеген тыуған ауылындағы колхозда башлай. Ленинград өлкәһендә торф сығарыуҙа эшләй. 1937 йылда Эртильский районының «Ҡыҙылармеец» сөгөлдөр үҫтереү колхозында звено башлығы булып эшләй. 1947 йылда Герасимова Ольга етәкләгән звено һәр гектарҙан 32,36 центнер арыш уңышы йыйып ала. 1948 йылда хеҙмәт эшмәкәрлегендәге юғары ҡаҙаныштары өсөн Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ була. «Ҡыҙылармеец» колхозында 14 йыл эшләй. 1951 йылда Липец ҡалаһына күсеп килә, унда «Липецкстрой» тресында 1974 йылда пенсияға сыҡҡанға тиклем төрлө эштәрҙә эшләй.
Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Социалистик Хеҙмәт Геройы — 1948 йылдың 18 майындағы СССР Юғары Советы Президиумы Указы
- Ленин ордены (1948)
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Золотые звёзды земли Воронежской. Сборник документов и материалов / Составитель Э. С. Лыкова. — Воронеж: Центрально-Чернозёмное кн. изд-во, 1989.
- Воронежская энциклопедия / Гл. ред. М. Д. Карпачёв. — Воронеж: Центр духовного возрождения Черно-зёмного края, 2008. — Т. 1. — 524 с.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 27 июндә тыуғандар
- 1916 йылда тыуғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- 3 апрелдә вафат булғандар
- 1993 йылда вафат булғандар
- Рәсәйҙә вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр