Эстәлеккә күсергә

Гиалова

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гиалова
грек. Γιάλοβα
Рәсем
Дәүләт  Греция
Административ-территориаль берәмек Пилос-Нестор
Карта

Гиалова (грек. Γιάλοβα; Дивари булараҡ та билдәле, лат. vivarium ― садок) ― ((лагуна), Грецияның Пилос-Нестор общинаһы территорияһы биләмәләрендәге тоҙло һыу ятҡылыҡтары (лагунаһы). Пилостан яҡынса һигеҙ саҡрым төньяҡта урынлашҡан. Лагуна Войдокилья ҡултығының бер өлөшө булып тора һәм уникаль экосистемаға ҡарап, ҡурсаулы зоналарҙан ғибәрәт. Ҡултыҡтың бөтә территорияһы, Наварин бухтаһы һәм Сфактерия утрауы менән бергә, « Натура 2000» һаҡ аҫтында торған учаскалар селтәренә ҡарай. Ул Европа союзы һағы аҫтында тора.

Лагуна ― ҡырағай йәнлектәрҙең йәшәү мөхите, беренсе сиратта ― күсер ҡоштар бында Африкаға Төньяҡ Европанан ҡышҡылыҡҡа күскән саҡта туҡтап йәшәү мөхите булып тора. Бында шулай уҡ һөтимәрҙәрҙең күп төрҙәре, рептилиялар, балыҡтар һәм амфибиялар киң таралған. Улар араһында ― юғалыу хәүефе яналған африка хамелеоны бар. Был төр Рим идаралығы ваҡытында төбәктә барлыҡҡа килгән тип иҫәпләнә, шулай уҡ, ул Pax Romanaның башҡа төбәктәрендә лә, мәҫәлән, Пиреней ярымутрауы, Мальта һәм Кипрҙа бар тип һанала.

Территория археология зонаһы тип иғлан ителгән. Бында уникаль боронғо ҡомартҡылар бар, шул иҫәптән Войдокилияла Фрасимед кәшәнәһе, Корифасионда һәм Палеокастрола классика дәүерендәге Пилос емереклектәре, Нестор мәмерйәһе, Пилос батша кәшәнәләре. 1960 йылда Дивари янындағы урында Н. Ялоурис етәкселеге аҫтында эллин некрополендә ҡаҙыуҙар алып барыла. Эш ваҡытында бер нисә зарар күрмәгән ҡурғандар табыла. Һөйәк ҡалдыҡтарынан тыш, ҡәберҙәрҙә уникаль артефакттар табыла: башлыса керамик изделиелар, шулай уҡ, төрлө металдан эшләнгән әйберҙәр һәм зювелир изделиелары. Табылдыҡтар араһында дельта формалы аскос, балсыҡ иләк, бәләкәй фаянс тәрилкә һәм балыҡ өсөн тәрилкәләр бар. Был табыштар хәҙер Пилос археология музейында һаҡлана.

  • Γιαλούρης, Ν., 21 Αρχαιολογικό Δελτίο, 1966 Χρονικά, σελ. 163—165
  • Κορρές, Γ.Σ., Όρμος Ναυαρίνου του Αρχαιότητα στην Ο, Ημέρες Επτά, Καθημερινή, 1994 2 Οκτωβρίου