Готланд

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Готланд
Герб
Gotland vapen.svg
Рәсем
Дәүләт Flag of Sweden.svg Швеция
Административ-территориаль берәмек Готланд[d][1]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Балтик диңгеҙе
Иң юғары нөктә Lojsta heath[d]
Халыҡ һаны 58 595 кеше (31 декабрь 2017)[2]
Сәғәт бүлкәте UTC+1[d] һәм UTC+02:00[d]
Майҙан 2967,77 км²[3]
Категория с картами на Викискладе Maps of Gotland
Commons-logo.svg Готланд Викимилектә

Готланд (швед. Gotland, гутна. Gutland, швед. Gotland ) — Швецияның Балтик диңгеҙендәге утрауы. Хәҙер яҡын-тирәһендәге ҙур булмаған утрауҙар менән бергә Готланд тарихи провинцияһын, сен Готланд һәм коммунаһын тәшкил итә. Халҡының һаны — 56 717 кеше (2012)[4].

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Готландҡа йыһандан ҡарағанда

Готланд утрауы материкта торған Швециянан яҡынса 100 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Готландтың майҙаны- 2994 квадрат километр[5], Швецияның иң ҙур утрауы булып тора. Готланд янында Форе (113,3 км²), Готск-Санден (36,54 км²), Лилла-Карлсе (1,39 км²), Стура-Карлсе (2,35 км²) һәм башҡа Готланд ленға ингән утрауҙар бар. Утрау ҡалҡыулыҡта ятҡан тигеҙлектән ғибәрәт, ул силурий эзбизташ һәм ҡомташ ер тоҡомдарынан барлыҡҡа килгән; өҫтөнлөклө бейеклеге — 30-50 метр, иң бейек нөктәһе — Лойста-хед (83 м). Ҡалаһы һәм төп порты булып Висбю тора[6]. Тораҡ пункттары: Клинтехамн, Бургсвик, Форесунд, Хемсе, Слите. Ҙур күлдәре: Бестетреск, Тингстедетреск, Фардуметреск.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Готланд картаһы, 1626 й.

Утрауҙа археологик ҡаҙыуҙар ваҡытында Готландтың боронғо тарихына ҡараған 42 меңдән ашыу төрлө табылдыҡтар сыҡҡан. Уларҙың иң боронғоһо таш быуатҡа ҡарай һәм балыҡсылар ултыраҡтары ҡалдыҡтарынан ғибәрәт. Утрауҙа соҡорло-һыртлы керамика һәм унан һуңғы Киукайс гибрид мәҙәниәте әйберҙәре табылған.

Викингтар дәүерендә Готланд халҡы әүҙем рәүештә сауҙа алып барған, был турала утрауҙа табылған 650 хазина һөйләй. Был хазинала 140 мең ғәрәп һәм көнбайыш Европа аҡсалары һәм биҙәүестәре бар. XI быуаттан алып Готланд утрауы кешеләре Балтикала Көнсығыш һәм Көнбайыш Европа илдәре араһында алыш-биреш итеүсе булғандар. Утрауҙың яр буйҙарында гавандар системаһы булған, ул рус йылъяҙмаларында Готман яры тип аталған, артабан бындай гавань урынында беренсе ҡала Висбю барлыҡҡа килгән[7]. Утрауҙа бик күп һанлы таштарға төшөрөлгән картиналар бар. Швед конунгы контроле утрауҙа көсһөҙ булған, сөнки Готланд халҡы швед телендә түгел, ә боронғо гут телендә һөйләшкән.

Урта быуаттарҙа готланд сауҙагәрҙәре Новгородта үҙҙәренең Карауанһарайын тотҡан, ә 1161 йылда Саксония герцогы Генрих Лев менән Гогтландта һәм Голштинияла сауҙа алып барыу режимы тураһында килешеү төҙөгәндәр.

1288 йылда Висбю немец сауҙагәрҙәре менән Готланда сауҙагәрҙәре араһында низағ килеп тыуа. Ҡала халҡы был һуғышта еңеү яулай һәм ошо ваҡыттан алып бойондороҡһоҙ рәүештә тышҡы һәм сауҙа сәйәсәте алып бара. Шул саҡта Висбю тирә-яғы стена менән уратып алына. Әммә тыныс шарттар швед короле Магнус Ладулос тарафынан ҡуйылғас, Готланд бер үк ваҡытта ул шарттар менән ризалаша һәм үҙенең эске эштәренә король йоғонтоһон таный.

Вальдемар Аттердаг Висбю халҡынан яһаҡ йыя. К. Г. Хельквист, 1882

1361 йылда Готландҡа Дания короле Вальдемар Аттердагтың армияһы килеп инә. Урындағы крәҫтиәндәр даттарға ҡаршылыҡ күрһәтеп маташа, әммә Висбю стенаһы янында еңелә, унда ике меңгә яҡын кеше һәләк була. Крәҫтиәндәргә ҡала халҡы бер ниндәй ҙә ярҙам күрһәтмәй. Висбю ҡалаһының элекке хоҡуҡтарын һаҡлап ҡалдырырға даттарҙың биргән вәғәҙәһенә алмашҡа улар ҡала ҡапҡаһын аса. Ауыл халҡы ирҙәренең яртыһынан артығы һуғышта һәләк була. Һөҙөмтәлә быға тиклем тулыһынса үҙаллы Готланд Балтик диңгеҙендә үҙ көсөн һәм әһәмиәтен көс булараҡ юғалта, әммә тағы ла бер нисә тиҫтә йыл буйына Висбю ҡалаһы үҙенең сауҙаһын һаҡлап тора.

Ошо ваҡыттан алып Готланд йыш ҡына ҡулдан-ҡулға күсеп йөрөй. 1394 йылда утрауҙы ағалы-энеле виталийҙар баҫып ала һәм утрауҙы Балтиҡ юлбаҫарлығы үҙәгенә әйләндерә. Дүрт йылдан һуң утрау Ливон ордены власы аҫтына эләгә, ул үҙ сиратында утрауҙы 1408 йылда Дания корле Маргретаға тапшыра. 1436 йылда Швеция короле Эрик Померанский тәхеттән ҡыуыла һәм ул Готландта төпләнә, унда Висборг[en] һарайын төҙөй.

XV быуаттарҙа Готландты Дания һәм Швеция короле регенттары бүлешә алмай талаша. 1530-сы йылдар аҙағында утрау Линчепинг епархияһы составына инә. Швеция Готландты 1570 йылда ғына Данияныҡы итеп таный, шунан һуң Готланд 1572 йылда Дания епархияларының береһе булып китә.

XVII—XVIII быуаттарҙа боронғо гут теле швед теле теленең көслө йоғонтоһон кисерә, һөҙөмтәлә халыҡ яңы гут һөйләшенә күсә.

1645 йылға тиклем Готланд менән короллек король һәм король канцелярия идараһының ленсманмандары һәм фогдары аша идара ителә. 1620-сы йылдарҙа утрауҙа Готланд сауҙагәрҙәр компанияһы нигеҙләнә һәм халыҡты бөлгөнлөккә төшөрә. Утрауҙа бола, ығы-зығы барлыҡҡа килә, шуға күрә IV Кристиан был компанияны ғәмәлдән сығара.


1679 йылдан алып утрау даими рәүештә Швецияға ҡарай, 1808—1809 рус-швед һуғышы йылдарында уны рус ғәскәрҙәре баҫып ала һәм рус провинцияһы тип иғлан итә[8]. Был осорҙағы оккупацияны Готланд тарихында иң тыныс оккупация осоро тип атайҙар. Рус офицерҙары урындағы халыҡтан айырмалы рәүештә француз телендә һөйләшә, матур бейей, шуның арҡаһында урындағы ҡатын-ҡыҙҙар араһында ҙур популярлыҡ менән файҙалана[9][<span style="" title="утверждение основано на неавторитетном источнике (11 мая 2017)">неавторитетный источник?</span>].

Хәҙерге заман кешеләренең күпселеге швед теленең готланд һөйләшендә аралаша.

Утрауҙа яңынан даими хәрби контингент булдырыла.

Готланд әҙәбиәттә һәм кинола[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1978 йылда швед яҙыусыһы Ханс Бьеркегрен «Аймундский мост» (Ajmunds Bron vid) китабын яҙа, унда адмирал Бодиско етәкселегендәге урыҫ ғәскәре оккупация дәүере тураһында яҙыла. Рус теленә тәржемә ителгән китаптың исеме «Русские идут» (Бьеркегрен Х. Русские идут (оккупация Готланда). — СПб., 1999).

Андрей Тарковскийскийҙың «Жертвоприношение» фильмындағы ваҡиғалар Готланд утрауында төшөрөлә.

2009 йылда швед яҙыусыһы Элисабет Немерттың «Море судьбы» (hav Ödets) тарихи романы сыға, ундағы ваҡиғалар XIV быуаттағы Готланд һәм Новгород тарихы тураһында.

Хәҙерге заман детектив яҙыусыһы Мари Юнгстедт полиция комиссары булған төп герой Андерс Кнутастың Готландтағы тормошо тураһында һөйләй.

Швед джаз тромбонсыһы Нильс Ландгрен (Landgren Nils), поляк джаз торбасыһы Томаш Станко (Tomasz Stanko) менән берлектә «Gotland» альбомын 1996 йылда сығара.

.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Королевский двор Рома — поместье в местечке Рома на острове Готланд.
  • Гутасага
  • Список островов Балтийского моря

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]