Мари Юнгстедт
Мари Юнгстедт | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ | Швеция |
Тыуған көнө | 31 октябрь 1962 (62 йәш) |
Тыуған урыны | Стокгольм, Швеция[2] |
Яҙма әҫәрҙәр теле | швед теле |
Һөнәр төрө | журналист, яҙыусы, романист |
Уҡыу йорто |
Уппсала университеты[d] Средне-Шведский университет[d] |
Жанр | нуар[d] һәм криминальный роман[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт | marijungstedt.se |
Мари Юнгстедт Викимилектә |
Че́рстин Мари́ Ю́нгстедт (швед. Kerstin Mari Jungstedt; 31 октябрь 1962 йыл, Стокгольм) — швед яҙыусыһы һәм журналисы. Тәү сиратта киң йәмәғәтселеккә төп геройы Андерс Кнутас стокгольм полиция комиссары булған детективтар авторы булараҡ билдәле. Швецияла иң бай һәм иң уңышлы әҙәбиәтселәрҙең береһе[3].
Тормошо һәм ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мари Юнгстедт 1962 йылдың 31 октябрендә Стокгольмда тыуған[4]. Эва исемле өлкән апаһы һәм Бу исемле ағаһы бар. Мари Уппландс-Бру стокгольм коммунаһында үҫкән. Атаһы алкоголик була, 1972 йылда әсәһе уның менән айырылыша һәм өс балаһы менән Кунгсенген, Викшё и Шелбюҙа йәшәй. Ғаилә ярлы йәшәй.
Мәктәпте тамамлағас, Мари тәүҙә Уппса университетитында иҡтисадты өйрәнә, һуңынан педагогия институтына уҡырға инә. Институтты тамамаламай, Стокгольмда һәм Уппсала гид һөнәренә эйә була. инглиз, испан теләрен үҙләштерә. Швецияла, Норвегияла, Данияла, Финляндияла һәм Советтар Союзында латиноамерикан туристары өсөн уҡытыусы һәм экскурсовод булып эшләй. Ике йылдан ашыу АҠШ-ла йәшәй. Күпмелер ваҡыт модель булып эшләгәндән һуң, джаз-клубына официант булып эшкә урынлаша. Гавайҙа Мауиҙа — ярты йыл, һуңынан Флорида һәм Калифорния штаттарында, ә иң оҙағы — Нью-Йоркта йәшәй. Бер аҙ ваҡыт Францияла һәм Мадейрала йәшәй. Унда плантацияларҙа виноград йыйыусыһы һәм күсемһеҙ милек буйынса сауҙа агенты булып эшләй[5].
1990—1993 йылдарҙа Мари Юнгстедт Сундсваллдә Юғары журналистика мәктәбендә уҡый. Унда журналист Сеннет Никлассон менән таныша һәм 1998 йылда уға кейәүгә сыға. Уларҙың ике баланы — Ребекка Мари Юнгстедт (1992 йыл) һәм Себастьян Сеннет Юнгстедт (1993 йыл) бар. 2012 йылдың октябрендә Мари Юнгстедт һәм Сеннет Никлассон айырылыша.
1993 йылда Мари Швед радиоһына журналист булып, шулай уҡ Швед телевидениеһында «Көн ауазы» рубрикаһын (швед. Dagens Eko) һәм «АБС-нютт» төбәк яңылыҡтар программаһын алып барашв.[6]. Ул шулай уҡ TV4 швед каналында Förkväll программаһында эшләй[7].
2003 йылда яҙыусы булараҡ «Күренмәҫ» романы (2011 йылда рус теленә тәржемә ителә) менән дебют яһай. Романда Готланд утрауында серия ултереүҙәр тураһынла һүҙ бара[8]. Артабанғы китаптарында шул уҡ персонаждар — урындағы полиция комиссары Андерс Кнута һәм журналист Юхан Берг урын алған. Башлыса ваҡиға Стокгольмда һәм Готландта бара. Ошо уҡ йылда Мари Юнгстедт ирекле яҙыусы булараҡ эшләй башлай.
Мари Юнгстедттың детектив романдары һәм повестары Швецияла һәм уның сиктәренән тыш ҙур уңышҡа өлгәшә. Улар ун ете телгә тәржемә ителеп, егерме ике илдә сыға. 2013 йылда Мари Юнгстедт китаптарының дөйөм баҫма тиражы 2,7 миллион данаға барып етә[9].
2005 йылда Сеннет Никлассон һәм Мари Юнгстедт Nextpage AB фирмаһын ойоштора. Фирма нәшриәт эштәре менән бәйле эшмәкәрлеген тормошҡа ашыра, яҙыусылар һәм журналистарҙың йәмәғәтселек менән осрашыуҙарын ойоштора[10]. Был фирма уларҙың айырылышыуынан һуң Мари Юнгстедтдың милегенә күсә. Мари хеҙмәткәрҙәре составына Ребекка Мари Юнгстедт һәм Себастьян Сеннет Юнгстедт инә[11].
2006—2007 йылдарҙа Германияла Мари Юнгстедттың криминаль романдары нигеҙендә дүрт фильмдан торған «Инспектор һәм диңгеҙ» исемле серия төшөрөлә (нем. Der Kommissar und das Meer, швед. Kommissarien och havet)[12][13][14]. Телевидение өсөн яраҡлаштырылған версияһы 13 эпизодтан тора[15].
2012 йыл аҙағында Гран-Канарияла Мари Юнгстедт норвегия яҙыусыһы Рубен Элиассен менән таныша. 2014 йылдың йәйендә уға кейәүгә сыға. Ошо уҡ йылда уларҙы бергә яҙған «Ҡараңғы күк йөҙө» исемле китабы сыға. Ғаилә Стокгольм ҡалаһында һәм Канар утрауҙарында йәшәй.
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Комиссар Андерс Кнутас
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Jungstedt, Mari (2003). Ден du inte ser. Stockholm: Bonnier. Libris 8928042. ISBN 91-0-058157-7
- Jungstedt, Mari (2004). I natt denna stilla. Stockholm: Bonnier. Libris 9411260. ISBN 91-0-010439-6
- Jungstedt, Mari (2005). Ден kretsen inre. Stockholm: Bonnier. Libris 9863928. ISBN 91-0-010698-4
- Jungstedt, Mari (2006). Ден dandyn döende. Stockholm: Bonnier. Libris 10136275. ISBN 91-0-011111-2
- Jungstedt, Mari (2007). I sommartid denna ljuva. Stockholm: Bonnier. Libris 10415143. ISBN 978-91-0-011333-9
- Jungstedt, Mari (2008). Ден ängeln mörka. Stockholm: Bonnier. Libris 10660580. ISBN 978-91-0-011821-1
- Jungstedt, Mari (2009). Ден tystnaden dubbla. Stockholm: Bonnier. Libris 11287181. ISBN 978-91-0-012260-7
- Jungstedt, Mari (2010). Ден leken farliga. Stockholm: Bonnier. Libris 11737707. ISBN 978-91-0-012439-7
- Jungstedt, Mari (2011). Offret fjärde Det: [kriminalroman]. Stockholm: Albert Bonnier. Libris 12077070. ISBN 978-91-0-012582-0
- Jungstedt, Mari (2012). Ден akten sista: [kriminalroman]. Stockholm: Bonnier. Libris 12504666. ISBN 9789100127671
- Jungstedt, Mari (2013). Du ensam går inte: [kriminalroman]. Stockholm: Bonnier. Libris 13818359. ISBN 9789100134334
- Jungstedt, Mari (2014). Ден älskar man. Stockholm: Bonnier. Libris 14978798. ISBN 9789100138998
«Гран-Канарий» детектив серияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Jungstedt, Mari; Eliassen Ruben (2014). Mörkare En himmel. Serie ISBN 9789100142247
Тәржемәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Донъяла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- (дан.)(дан.): Дания (6 китап, 2007-)
- (инг.)(инг.): Бөйөк британия (6, 2007-) / АҠШ/Канада (4)
- (эст.)(эст.): Эстония (2013-)
- (фин.)(фин.): Финляндия (7, 2006-)
- (фр.)(фр.): Франция (3, 2007-)
- (грек)(грек): Греция
- (итал.): Италия (2, 2011-)
- (каталан.): Испания (5, 2009-)
- (нид.)(нид.): Нидерланд (7)
- (норва.): Норвегия (5)
- (пол.)(пол.): Польша (7)
- (порт.)(порт.): Бразилия (1) / Португалия (1, 2010)
- (исп.)(исп.): Испания(6)
- (чех.)(чех.): Чехия (1, 2012)
- (нем.)(нем.): Чехия (6)
- (укр.)(укр.): Украина (1, 2015)
Рус телендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Күренмәҫ / Мари Юнгстедт; [Ю. Колесованың швед тел. тәр.]. — Санкт-Петербург : Азбука, 2011. — 282 с. — (Скандинав детективы). — ISBN 978-5-389-02332-1
- Әйтелмәгән / Мари Юнгстедт; [Наталияның швед тел. тәр. Пресс]. — Санкт-Петербург : Азбука, 2011. — 284 с. — (Скандинав детективы). — ISBN 978-5-389-02335-2
- Билдәһеҙ / Мари Юнгстедт; [Юлия Смирновоаның швед тел. тәр.]. — Санкт-Петербург : Азбука, 2012. — 283 с. — (Скандинав детективы). — ISBN 978-5-389-02466-3
Экранлаштырыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2007 — Den du inte ser
- 2007 — I stilla denna natt
- 2007 — Den kretsen inre
- 2007 — I ljuva denna sommartid
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #128801298 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ «Mari Jungstedt skiljer sig — och räddar miljonerna» // Aftonbladet
- ↑ Folkbokföringsdata. Ratsit.se. Проверено 28.10.2015
- ↑ Сайт Мари Юнгстедт. «Möt Mari»/ Проверено 28.10.2015 2015 йыл 14 сентябрь архивланған. (швед.)(швед.)
- ↑ «Om Mari». Marijungstedt.se. Проверено 28.10.2015
- ↑ «Mari Jungstedt». Sverigeradio.se, 2008-12-29. Läst 3 juli 2013.
- ↑ Убить по-шведски 2015 йыл 22 декабрь архивланған. // Журнал Итоги № 28 / 787 (11.07.11)
- ↑ «Mari Jungstedt». Albertbonniersforlag.se. Проверено 28.10.2015.
- ↑ Сайт allabolag.se. Проверено 28.10.2015
- ↑ Сайт allabolag.se. Проверено 28.10.2015
- ↑ Der Kommissar und das Meer (сериал 2007 — …)(недоступная ссылка) на сайте Кинопоиск
- ↑ Kiderud, Jenny (2009-08-24): «Svensk tv-premiär för tyska Jungstedt-filmatiseringar». 2016 йыл 4 март архивланған. Gotland.net. Проверено 28.10.2015
- ↑ «Mari Jungstedt-deckare blir tysk film». DN.se, 2006-06-29. Проверено 28.10.2015
- ↑ «Kommissarien och havet» IMDb.com. Проверено 28.10.2015
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Marie Jungstedt
- Mari Jungstedts Gotland
- Författarpresentation på Albert Bonniers förlag (швед.)(швед.)
- Мари Юнгстедт(недоступная ссылка) на сайте Кинопоиск
- Убить по-шведски 2015 йыл 22 декабрь архивланған. // Журнал Итоги № 28 / 787 (11.07.11)